Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2022, 21:15

Ятып ҡалманылар

Сибайҙа Луганск һәм Донецк республикалары халҡына гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Бөгөн “Тиҫтер” ирекмәндәр үҙәгенә ҡаланың ҡотҡарыусылар отряды ике ҡумта аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып барып тапшырҙы. --Сит ҡайғы булмай, туғандаш республикаларға ауыр ваҡытта ярҙам итергә кәрәк, -- тине ҡотҡарыусылар.

Ятып ҡалманылар
Ятып ҡалманылар

Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек күпләп йыйылһа, тағы ла баш ҡалаға ылау юлланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостандан халҡы Луганск һәм Донецк республикалары халҡына гуманитар ярҙамдың беренсе ылауын уңышлы алып барып тапшырып ҡайтты.

Автор:Гульдар Кадаева