Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Февраль 2022, 08:20

Ятып ҡалмайыҡ

Сибайҙа Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары өсөн гуманитар ярҙам йыйыу штабы асылды. Бәләгә тарыусылар яҙмышына битараф булмаусылар йәшәү өсөн көндә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек йыйылмаларын “Тиҫтер” клубына илтеп тапшыра ала.

Ятып ҡалмайыҡ
Ятып ҡалмайыҡ

 “Тиҫтер” ирекмәндәр штабының ишеге иртәнән кискә тиклем ябылмай. Сибайҙар гуманитар ярҙам һалынған ҡумталарҙы бында туҡтауһыҙ килтерә. Айырыуса эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, тәрбиәселер, йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Ошо рәүешле бәләгә тарып, эвакуацияланырға мәжбүр булған ике республика ҡасаҡтарына ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша улар.

 “Тиҫтер” ирекмәндәр штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова әйтеүенсә, гигиена кәрәк-ярағы, кейем-һалым, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек ҡабул итәләр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы ултырышында Рәсәй дәүләтселеге өсөн көрәшкән Донецк һәм Луганск республикаларын айырым дәүләт итеп танылыуы хаҡында белгертте.

Был республикаларҙан беҙҙең төбәккә эвакуацияланған кешеләргә гуманитар ярҙамды Таусылар проспектының 45-се йортонда урынлашҡан “Тиҫтер” клубы бинаһына иртәнге 08.00 сәғәттән киске 18.00 сәғәткә ҡәҙәр алып барырға мөмкин.

Ятып ҡалмайыҡ
Ятып ҡалмайыҡ
Ятып ҡалмайыҡ
Ятып ҡалмайыҡ
Ятып ҡалмайыҡ
Автор:Гульдар Кадаева