АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2021, 21:30

Башы яҡшы булғас, аҙағы ла һынатмаҫ

Бөгөн иртәнге 08.00 сәғәттә Сибайҙа Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау старт алды. Ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы бинаһында урынлашҡан 635-се һайлау участкаһында ла иртәнсәктән йәнлелек һиҙелә. Һайлау комиссияһы ағзалары, күҙәтеүселәр, хоҡуҡ һағы органдары хеҙмәткәрҙәре бөтәһе лә мөһим сарала эшләргә әҙер. Бинаға ингән ерҙә үк һәр кемдең тән температураһын үлсәйҙәр, ҡулдарын зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртәләр.

Башы яҡшы булғас, аҙағы ла һынатмаҫ
Башы яҡшы булғас, аҙағы ла һынатмаҫ

Шулай уҡ һәр ҡатнашыусыға “Рәхмәт” браслеты һәм буклеттар таратыла. Уларҙа ҡайҙа, ниндәй ташламалар ҡаралғаны асыҡ яҙылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау өс көн дауам итә. Бөгөн 20.00 сәғәткә ҡәҙәр үҙ тауышығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
#һайлау2021#голосуемвместе

Автор:Гульдар Кадаева