Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2020, 11:45

БАШЛЫҠ ЙӘНӘ БЕҘҘЕҢ ТӨБӘКТӘ

Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров беҙҙең төбәккә килеүен хәбәр иткәйнек инде. Был көндө Урал аръяғы юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарына өр-яңы автогрейдер, трактор һәм үҙбушатҡыс машиналары асҡыстары тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә беҙҙең төбәккә эш сәфәре менән килде һәм Әбйәлил, баймаҡ райондарында, Сибай ҡалаһында булды.
Өҙөлгән ғүмерҙәр өсөн кем яуап бирер
Бер аҙна элек Әбйәлил районында юл-транспорт ваҡиғаһында үҫмерҙәрҙең ғүмере өҙөлдө. Район халҡы аңды шаңҡытҡыс фажиғәнән айнып та өлгөрмәне, төбәктә йәнә аяныслы хәл теркәлде. 15 декабрҙә райондың Ишбулды ауылында төндә сыҡҡан янғында тағы 11 кеше һәләк булды.
Ҡот осҡос фажиғә билдәле булғас та таң менән Республика Башлығы Радий Хәбиров ваҡиға урынына юл ала. Асыҡланыуынса, “ҡыҙыл әтәс” ҡунаҡлаған ағас бина 2019 йылдың 27 мартында мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был бер ҡатлы һәм мансардалы бина торлаҡ йорт булараҡ файҙаланылған. Унда янғын тураһында иҫкәртеүсе ике ҡулайлама ҡуйылған, янғын һүндереү системаһы булмаған. Пансионат законлы рәүештә эшләгән, әммә унда урынлаштырылған кешеләр тәүлек әйләнәһенә йәшәргә тейеш булмаған. Белорет район-ара тәфтиш бүлексәһе “Ҡарттар йорто (мәрхәмәтлек йорто)” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе булған 43 йәшлек ҡатынды ҡулға алған. Ул “яңылышлыҡ менән ике һәм унан күберәк кешене үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Янғын сығыу сәбәбен асыҡлау өсөн те-йешле органдар эшләне. Был хаҡта төбәк Башлығы ла үҙ фекерен еткерҙе:
—Әлегә кем ғәйепле тип һүҙ йөрөтмәй торайыҡ, тейешле органдар уны тикшерәсәк. Шәхсән миңә был хәл оҡшамай, бәләкәй генә урында күпме кеше йәшәгән. Был кешеләрҙең пенсияһының 75 процентын алып торалар бит. Аңлайым, был эшмәкәрлек төрөнә лицензия бирелмәй, тик шарттар янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш. Быларҙың барыһы ла ныҡлап тикшереү һәм саралар күреүҙе талап итә,—тине.
Вафат булыусыларҙың иң олоһона 80 йәш булһа, иң йәшенә—57. Уларҙың кәүҙәләре ерләү өсөн туғандарына экспертиза үткәрелгәс кенә ҡайтарыласаҡ.
Был хәл буйынса ғәйеплеләрҙе лә, янғын сәбәбен дә асыҡларҙар, әммә 11 кешенең ғүмерен ҡайтарып булмай инде.
Йәнә бер хәл аптырауға һала. Ниңә оло йәштәге милләттәштеребеҙ унда йәшәргә мәжбүр булған? Вафат булыусылар араһында минең бала саҡ күршем, ваҡытында ауыл еренән тәүгеләрҙән булып медицина институтын тамамлаған ағай бар. Белемле табип шундай шарттарҙа йәшәргә, һуңғы көндәрен ҡарттар йортонда үткәрергә тейеш инеме? Был—бер һорау. Икенсенән, кешеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылыҡ алып, пансионат асҡанһың икән, ниңә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәмәҫкә? Күпме һорауҙар, күпме ғүмерҙәр...
Янғындан биш кеше ҡотолоп ҡалды. Ул—сирлеләрҙе ҡараған ҡатын, уның балиғ булмаған ҡыҙы һәм өс ир. Был ирҙәрҙе ҡатын тәҙрә аша сығарып өлгөргән.
“Был яҡтарҙа ҡыштар ҡырыҫ...”
Республика Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре артабан Баймаҡ районында дауам итте. Бында ул “Подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы сиктәрендә эшләнгән, ҡаланың Тыныслыҡ урамындағы 19-сы йортто ҡарап сыҡты. Төбәк етәксеһе Баймаҡтағы подъездарҙы ремонтлау өсөн өҫтәмә рәүештә 10 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. “Халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн ҡалалағы ихаталарҙы, подъездарҙы тәртипкә килтерәбеҙ”,—тине ул.
Был көндө Урал аръяғы райондарындағы юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары етәкселәре Башҡортостан Башлығы ҡулынан өр-яңы автогрейдер, трактор һәм үҙбушатҡыс машиналар асҡысын алды.
—Был яҡтарҙа ҡыштың ҡырыҫлығы хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә һеҙҙе яҡшы юл техникаһы менән тәьмин итергә кәрәк ине. Ҡыш юл асыҡ булһын, Өфө һәм республика үҙәге менән бәйләнеш өҙөлмәһен, студенттар ауылдағы өйҙәренә тыныс ҡына ҡайтып етә алһын өсөн бөгөн һеҙгә 19 берәмек техника тапшырабыҙ. Техника оҙаҡ хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ”,—тине Радий Хәбиров.
Артабан Радий Хәбиров Урғаҙа ауылындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды, уҡыу йорто менән яҡындан танышты. Уҡытыусылар менән аралашҡанда республика Башлығы Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһын артабан үҫтереү программаһын әҙерләргә һәм киләһе “Ауыл сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә ҡушты.
Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Баймаҡ ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында булды, бында яңы компьютер томографы аппараты эш башланы.
Сибайҙарға—яҡшы баһа
Республика Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре Сибайҙа дауам итте. Ҡалаға сәфәрен ихаталарҙы төҙөкләндереү барышы менән танышыуҙан башланы, ташландыҡ “Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһын ҡараны. “Киләсәк фабрикаһы”н урынлаштырыу өсөн бинала капиталь ремонт планлаштырыла. Инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто Урал аръяғындағы ижади йәштәрҙе һәм эшлекле берләшмәне туплаясаҡ. Ҡала хакимиәте проект-смета документтарын әҙерләй. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.
Республика Башлығы ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшкә баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә тап ошондай комплекслы ҡараш булдырыу, стандарт булмаған алымдар ҡулланыу, урындағы халыҡтың фекерен мотлаҡ иҫәпкә алыу шарт.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһын ҡарап сыҡты. Быйыл бында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, компьютер томографы һәм ангиография комплексы алынған. Уларҙы урынлаштырыу өсөн махсус бүлмәләр төҙөкләндерелгән. Томограф әле эшләй ҙә башлаған. Ангиографты эшкә ҡушыу-көйләү ғәмәлдәре башҡарыла. 2021 йылдың февралендә тейешле лицензия алғас, аппаратта тәүге пациенттарҙы тикшерәсәктәр.
Артабан Радий Хәбиров балалар поликлиникаһына юл алды. 2020 йылда бында инженерлыҡ селтәрҙәре яңыртылған, биналар тар белгестәр өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Был маҡсатҡа 9,8 миллион һум аҡса тотонолған, ләкин күҙалланған эштәрҙе тулыһынса тамамлау өсөн был ғына етмәгән. Төбәк етәксеһе өҫтәмә рәүештә өс миллион һум бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
К.Ишбулдина әҙерләне.