Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙарҙа Хеҙмәт кодексына “ситтән тороп эшләү” тураһындағы “Берҙәм Рәсәй” төҙәтмәләрен ҡабул итте.
Икенсе ҡарауҙа закон проектын төбәктәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алып урын еренә еткерәсәктәр.
Дәүләт Йыйылышының бөтә фракциялары депутаттары “Берҙәм Рәсәй” тәҡдим иткән закон проектын хуплаған. Бөтә үҙгәрештәр ҙә Хеҙмәт кодексының 49.1 бүлегендә тупланасаҡ.
Закон проекты башлыса ситтән тороп эшләүҙең өс -- даими, ваҡытлыса һәм ҡатнаш төрөн нығытыуға йүнәлтелә. Ваҡытлыса дистанцион мәшғүллек эш биреүсе контроле аҫтындағы стационарҙан тыш эш урынын күҙ уңында тота. Был пандемия шарттарында бик актуаль—бик күптәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерҙеләр, әммә бындай формат закон менән нығытылмаған.
Ҡатнаш ситтән тороу мәшғүллеге – офиста һәм өйҙә эшләүҙең сиратлашыуы. Элек Хеҙмәт кодексында бындай аңлатма булманы.
Бынан тыш, төҙәтмәләр хеҙмәткәрҙең ситтән тороп эшләгәндә оффлайн булыу хоҡуғын нығыта. Йәғни, хеҙмәткәр етәкселек ҡушҡан йөкләмәне эш көнө тамамланғандан һуң башҡарһа, ул ваҡыт өҫтәмә түләнергә тейеш.
Башҡортостанда Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү бер нисә майҙансыҡта ҡаралып, улар эшендә эксперттар, депутаттар, башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Фекер алышыусылар тәҡдим ителгән төҙөтмәләрҙе хупланы һәм заманса этапта хеҙмәт баҙарын уларҙан тыш көйләү ҡатмарлы буласағын белдерҙе.
--Беҙҙең тәҡдимдәр федераль үҙәккә ебәрелде. Пандемия әлеге хеҙмәт законының камил булмауын күрһәтте. Бөгөнгө көндә лә эш ваҡытын иҫәпләү, шәхси техниканы хеҙмәт маҡсатында файҙаланыу, дәрестән тыш эшкә дистанцион йәлеп итеү һәм башҡа һорауҙар асыҡ ҡала. Эш биреүсе өсөн дә, хеҙмәткәр өсөн дә иң ҡыҙыу мәсьәлә булып электрон цифрлы имза булды. Быларҙың барыһы ла иҫәпкә алынып, тәҡдимдәр төҙөлдө,--тине “Берҙәм Рәсәй” төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлеге етәксеһе Эльвира Айытҡолова.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең закон проекты хеҙмәткәрҙәр хоҡуғын яҡлауға йүнәлтелеүе көн кеүек асыҡ. Шулай уҡ проектҡа төҙәтмәләр индереүҙә эш биреүселәр үҙҙәре үк ҡатнашып, ике яҡтың да мәнфәғәте иҫәпкә алынған.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең генераль советы секретаре Андрей Турчак хеҙмәт закондары миллионлаған кешегә ҡағыласағын белдерҙе. Шуға ла партия Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү буйынса бөтә төбәктәрҙә лә йәмәғәт фекер алышыуҙар уҙғарырға тәҡдим итте. Был эшкә Силәбелә старт бирелде.
Илдең бөтә төбәктәре лә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереүҙе хуплай. Ярослав өлкәһендә, мәҫәлән, 14 йәшкә тиклемге бала бағыусы ата-әсәләргә ситтән тороп эшләү хоҡуғын биреү тәҡдим ителгән. Марий Элда бындай шарттарҙа физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эшкә урынлашыу еңелерәк буласағын белдергән. Ямалда Себер өҫтәлмә түләүе мәсьәләһенә иғтибар иткәндәр.
Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйында комитетында эшсе төркөм төҙөләсәк. Төркөм ситтән тороп эшләү тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙарға әҙерләү менән мәшғүл буласаҡ.
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр закон проекты 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инһен өсөн Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһында өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡабул ителеренә иҫәп тота.