Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июнь 2020, 00:54

Ялған хәбәргә ышанмағыҙ

Бөтә Рәсәй Конституцияға тауыш биреү көнө яҡынайған һайын интернет селтәрҙәрендә ялған мәғлүмәт күбәйгәндән күбәйә бара. “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт системаһында баҫылған мәғлүмәтте анализланы.

Бөтә Рәсәй Конституцияға тауыш биреү көнө яҡынайған һайын интернет селтәрҙәрендә ялған мәғлүмәт күбәйгәндән күбәйә бара. “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт системаһында баҫылған мәғлүмәтте анализланы.
Ассоциация докладында 2020 йылдың башынан алып киң мәғлүмәт сараларында тауыш биреү тураһында ҙур һигеҙ мең мәҡәлә баҫылған, 62 мең индексацияланған хәбәр донъя күргән. Социаль селтәрҙәрҙә миллиондан ашыу комментариялы мәғлүмәт сыҡҡан. Коментарийҙар ҙа, мәғлүмәттәр ҙә төрлөсә. “Үҙҙәрен эксперт, “йәмәғәтселек фекере лидерҙары” тип атаусылар тауыш биреүҙе, әлеге Конституцион үҙгәрештәрҙе дискредитациялау өсөн халыҡтың фекерен бутарға тырыша”, – тине “Граждандар контроле” ассоциацияһының етәксеһе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын һаҡлау советы ағзаһы Александр Брод. – Иң таралған фейктарҙың береһе тауыш биреүҙең ябыҡ буласағы һәм төрлө сикләүҙәрҙең ғәмәлгә индерелеүенә ҡағыла. Мәҫәлән, тауыштарҙы иҫәпләгәндә журналистарҙы индереүҙе тыйыу тураһында ялған хәбәр таралды. Ысынында, киң мәғлүмәт саралары элеккесә комиссия ағзаларының эшен һәм участкаларҙағы хәлде күҙәтә ала”.
Александр Брод белдереүенсә, ҡайһы бер “эксперттар” Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙең мәғәнәһен боҙорға, уларға кире ҡараш тыуҙырырға тырыша. Шуға күрә таратылған мәғлүмәтте айыҡ аҡыл менән һәм тәнҡит күҙлегенән сығып баһалау мөһим.
“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының “Фейк картина” доклады менән https://nom24.ru/dok_lists һылтанмһында танышырға була.