Быйылғы Мөрәжәғәтнамәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәмлеккә арнаны. Беҙҙең быға тиклем булған бар проблемаларыбыҙ айырым ине тигән фекерҙә ул.
– Бынан бер йыл элек республикаға эшкә ҡайтып, хәлде баһалай башлағас шуны аңланым: беҙҙең проблема медицина, белем биреү, ЖКХ-ла түгел. Беҙҙә берҙәмлек юҡ. Ата-бабаларыбыҙ бар мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә күнеккән, әммә мин идаралыҡта, айырым коллективтарҙа берҙәмлек күрмәнем. Дөйөм алғанда йәмғиәттә лә берҙәмлек юҡ ине. Пессимизм, үҙ көстәреңә, республиканың яҡшы киләсәгенә ышанмауға тап булдым һәм бындай кәйефтәр әле лә осрап ҡуя. Бөтәһе лә сит ҡалалар һәм өлкәләр тураһында ниндәйҙер һоҡланыу менән һөләй, ә үҙебеҙ тураһында әйткәндә – өмөтһөҙлөк сатҡылары ғына, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә мин тәүге көндән алып үҙемдең идара итеү командаһы алдына максималь амбициялы маҡсаттар ҡуйҙым. Күптәр быны аҡланмаған хәүеф тине, етеп булмаҫлыҡ үрҙәрҙе ҡуймайыҡ тине. Тик мин бер ҡасан да улай эшләгәнем юҡ һәм эшләмәйәсәкмен. Хеҙмәттәштәремә лә былай эшләргә ҡушмаясаҡмын. Беҙ һәр ваҡыт мөмкин булғандың сигендә тырышасаҡбыҙ.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, берләшеү эше бик тиҙ башланды. Бында ул миҫалға Сибайҙы килтерҙе.
– Былтырғы Мөрәжәғәтнамәне уҡыған саҡта Сибай яна башланы. Бәләкәй ҡала яңғыҙы ғына был проблеманы хәл итә алманы. Беҙ бөтә ил менән унда ябырылдыҡ. Элек беҙҙә шундай матур йола бар ине – өмә. Күршеләр йыйылышып бәләгә ҡалған кешегә ярҙам итә ине. Сибайҙа бына шундай ысын өмә ойошторолдо, – тине ул.
Ысынлап та, ул саҡта Сибайға бар республика ярҙам итте. Радий Фәрит улы белдереүенсә, унда табиптар, ҡотҡарыусылар, экологтар, спортсылар, артистар – кем генә барманы. Ул саҡтағы эш беҙҙе ныҡлы берләштерҙе һәм ҙур һынау булды. Хатта Рәсәй төбәктәренән өмәгә килделәр, Ҡырым Республикаһынан тиклем ярҙам булды.
– Аҙаҡ был тәжрибәнең Благовещенда бик ҙур файҙаһы тейҙе. “Полиэф”та авария барлыҡҡа килеү менән берҙәм рәүештә аныҡ эш башланыҡ. Бер-нисә сәғәт эсендә башҡа ҡалаларҙан кешеләр, белгестәр, техника килде һәм эсәр һыуға бер тамсы бысраҡ төшөртмәне, – ти Башлыҡ.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан алынды.