«Тотороҡло һәм оҙайлы үҫер өсөн беҙгә тыныслыҡ кәрәк»,—тине илебеҙ Президенты В.В.Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә. Владимир Владимирович мөһим сығышында оборона мәсьәләләре, сит илдәрҙәге партнерҙар менән мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, тышҡы бәйләнештәр тураһында ла күп һөйләне. Беҙ шуларҙың иң-иңдәренән генә өҙөктәр килтерәбеҙ.
—Беҙ ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. 2023-2024 йылдарға халыҡ һанының тәбиғи артыуына ирешергә тырышасаҡбыҙ. Fаиләләргә ярҙам буйынса әҙерләнгән саралар ҙа бар. Беренсенән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1,5 йәшкә тиклем түләнә торған пособиены күтәрергә тәҡдим итәм.
Икенсенән, быйыл 1 июлдән инвалид балалар өсөн түләүҙе 10 мең һумға тиклем еткерергә. Өсөнсөнән, балалы ғаиләләр һалымды ла әҙ түләргә тейеш. Бындағы принцип: балалар ни тиклем күп, һалым да шул тиклем әҙ. Күп балалы ғаиләләргә күсемһеҙ милек өсөн һалымды федераль льгота иҫәбенә кәметергә һәм һәр балаға фатир-ҙа—биш, йортта ете квадрат метр майҙанды иҫәпләп, һалымдан азат итергә. Мәҫәлән, ғаиләлә өс бала булһа, фатирҙың 15 квадрат метрына (йорттоң 21 кв. м) һалым һалынмаясаҡ. Күп балалы ғаиләләрҙе алты сутый ер һалымынан азат итергә тәҡдим итәм.
Дүртенсенән, ғаиләлә икенсе һәм унан һуңғы бала тыуған осраҡта ипотека ташламаһы бар. Ул банкыға бурыс түләнеп бөткәнсе ҡалырға тейеш. Ипотекалы ғаиләлә өсөнсө йә унан да күберәк бала тыуғанда федераль ҡаҙнанан 450 мең һум кредитты ҡаплау мөмкинлеге булдырырға. Был эште ошо йылда башларға.
2021 йылға яслегә урынлаштырыу проблемаһын бөтөрөргә тейешбеҙ.
—2000 йылдарҙа илдә 40 миллион фәҡир иҫәпләнһә, бөгөн—19 миллион сама-һы. Был күренешкә ҡаршы көрәшкә лә иғтибар итергә кәрәк. Дәүләт ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итергә тейеш. Шундай ярҙамдың береһе ҡайһы бер төбәктәрҙә эшләүсе социаль контракт булыуы мөмкин. Кредит алыусыларға, килемен юғалтҡан хәлдә, «ипотека каникулы» бирергә. Йәғни түләүҙе кисектереп тороу.
Микрокредит ойошмаларының да эшмәкәрлегендә тәртип урынлаштырыу мөһим—халыҡты алдамаһындар, мутлашмаһындар.
Ярлылыҡ проблемаһын бөтөрөү өсөн һәр мохтаж ғаиләгә иғтибар итеү мотлаҡ.
—Ағымдағы йылдан пенсиялар һәм айлыҡ түләүҙәрҙе индексациялау йәшәү минимумы кимәленә ҡарамай башҡарылырға тейеш. Йәғни тәүҙә дәүләт пенсияны йәшәү минимумына еткерә, шунан һуң түләүҙәрҙе индексациялай. Быйылғы тәүге айҙар өсөн аҡсаны ҡабаттан иҫәпләп, кешегә алмағанын өҫтәп түләргә.
—Беҙҙә 200 мең самаһы бала йүнләп йылытылмаған, һыу үткәрелмәгән, канализацияһыҙ мәктәптә уҡырға мәжбүр. Киләһе ике йылда был проблеманы бөтөрөргә кәрәк. 2021 йыл аҙағына Рәсәйҙең бөтә мәктәбе интернетҡа тоташыу ғына түгел, ә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителергә тейеш.
Киләһе йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын индереп, ауылға йә бәләкәй ҡалаға эшкә барыусы педагогтарға бер миллион һум күләмендә аҡса түләргә.