Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Был сара ғәҙәттәгесә Дәүләт Йыйылышы бинаһында түгел, ә «Торатау» конгресс-холында үтте. Унда етәкселәр генә түгел, хеҙмәт алдынғылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ветерандар һәм башҡа өлкәлә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән кешеләр ҡатнашты.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Fөбәйҙулла улы Рәхимов бар ине, уны халыҡ аяҡ үрә тороп ҡаршы алды. Төбәгебеҙҙең икенсе Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовты ла залға йыйылыусылар йылы алҡышланы. Билдәле табип һәм сәйәхәтсе Эрнест Мулдашев та залда күренде, шулай уҡ күп балалы ғаиләләр, ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш табиптар, эшендә батырлыҡ күрһәткән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре булды. Шуныһы күңелгә ятты: Радий Фәрит улы иҡтисади күрһәткестәргә, һандарға туҡталып торманы, ә ябай кешеләр хаҡында һөйләне. Бер юлы киләһе йылдарға пландарын әйтә барҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһенә ҡыҫҡаса байҡау яһайбыҙ.
Иғтибар үҙәгендә—ер кешеләре
Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының күләме 350 миллиард һум тәшкил итә, әммә уның 170 миллиардҡа тиң өлөшө, йәғни яртыһынан аҙырағы ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Уныһы ла ҡулланыуға әҙер ризыҡтар түгел, башлыса сеймал. Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо арҡала өҫтәмә хаҡ өлөшөнә тейеш бихисап табыш алынып етмәй.
—Беҙҙең агросәнәғәт комплексы өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә—үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе яйға һалыу,—тине Башҡортостан етәксеһе Дәүләт Йыйылышына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә.
Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ауыл хужалығы тармағында-ғы банкротлыҡ проблемаһына ла туҡталды.
—Беҙ алдан уйлап еткермәү, ә ҡайһы берҙә юрамал, аҫтыртын ниәт менән тиҫ-тәләрсә ауыл хужалығы предприятиеларын, фермер хужалыҡтарын юғалтабыҙ. 20 йыл эсендә тармаҡ дүрт тапҡыр банкротлыҡ тулҡынын кисерҙе. Бәлки, ауыл иҡтисадын нығытҡандарҙы, ер кешеләрен эшле иткәндәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөүҙән туҡтарға ваҡыттыр? Киләсәктә был йүнәлештәге эштәр аныҡ хоҡуҡи баһа менән нығытылырға тейеш һәм мин шуны талап итәсәкмен,—тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда «АПК лидерҙары» тип аталған программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Уның буйынса агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләнәсәк, ауыл хужалығын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү камиллаштырыласаҡ. «Башта биш-алты аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡорамадар һатып аласаҡбыҙ»,—тине Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, уларҙы заманса йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, социаль объекттар төҙөлөшө барышында үҙ бурыстарын үтәмәгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге ҡәтғи рәүештә туҡтатыласаҡ, тине.
—Ҡалаларҙа, яңы микрорайондарҙа поликлиникалар етмәй. Авария хәлендәге, иҫке медицина учреждениелары ла бихисап. Республикалағы дауахана һәм поликлиникаларҙың яртыһы тиерлек ремонт талап итә. Улар араһында ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар,—тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә иғтибар йүнәлтте. Был маҡсатта йыл аҙағына тиклем аҡса табырға ҡушты.
Ҡаты тәртип урынлаштырырға!
Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең эшсегә хеҙмәт хаҡы түләнмәгән.
—Беҙгә яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, яңы производстволар асырға тейешбеҙ. Кешегә ҡасандыр эш биргән элекке предприятиеларҙы тергеҙеү мөһим,—тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика былай ҙа Башҡортостан йылға пароходсылығы йәмғиәтен, «Ергән» МТС-ы кеүек эре предприятиеларын юғалтты, «Башавтотранс» менән «Башҡортостан» нәшриәтенән саҡ ҡолаҡ ҡаҡманыҡ.
«Ҡайҙалыр менеджмент эшләп еткермәне, ә ҡайҙалыр махсус рәүештә башҡарылды. Милекселектең төрлө формаларындағы ойошмаларҙы «бысып», миллиондар һуғып ятҡан енәйәтсел төркөмдәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатасаҡбыҙ. Был тармаҡта ҡаты тәртип урынлаштырырға кәрәк»,—тине төбәк етәксеһе.
2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Уларҙың 1,4 миллиард һумы—федераль субсидиялар. Аҡса ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын, ҡала һәм ауыл парктарын ремонтлауға тотоноласаҡ.
—Балалар майҙансыҡтарына ҡарағыҙ әле. Оят бит. Беҙ быны хәл итәсәкбеҙ. Программала муниципалитеттар ҙа ҡатнашасаҡ. Килгән аҡса 500 самаһы ихатаны ремонтларға һәм 150-ләп парк һәм скверҙы төҙөкләндерергә етәсәк. Һәр бер ҙур ҡала һәм ауылда матур парк булырға тейеш,—тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров киләһе йылдан республикала подъездарҙы ремонтлау буйынса эшләй башлаясаҡ яңы ҙур программа тураһында ла әйтте. Уны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын республика һәм идара итеүсе компания бюджеттарынан миллиард һум йүнәлтеләсәк.
—Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса асыҡлыҡ индереү өсөн ҡалдыҡтар «хәрәкәтенең» иҡтисади йәһәттән нигеҙле, аныҡ логистикаһын төҙөү зарур. Шул саҡта яңы полигондар, сүп-сар айырыу участкалары, тейәү-бушатыу пункттары барлыҡҡа киләсәк,—тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Бынан алда Радий Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт өсөн Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән хаҡтарҙы кәметергә ҡушҡайны. Уның фекеренсә, сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына—35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан да артмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы халыҡты һыу менән тәьмин итеү системаһындағы проблемаларға, эсәр һыуҙың сифатын арттырыуға, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн лицензияға эйә булыу шарттарын ҡәтғиләштереүгә, был йүнәлештәге эшҡыуарҙарҙан тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар талап итеүгә иғтибарҙы арттырасағы хаҡында белдерҙе.
—Үкенескә ҡаршы, тәбиғәткә сығарылған ҡалдыҡтар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында тора, Рәсәй төбәктәре араһында—тәүге унау араһындабыҙ. Тәбиғәткә зыян килтергән төп предприятиелар менән тығыҙ эшләйәсәкбеҙ, закондарҙы боҙғандарға штрафтарҙы арттырасаҡбыҙ,—тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, сабыйы балалар баҡсаһына йөрөгән һәр ғаилә компенсация аласаҡ тип белдерҙе.
—Закон буйынса ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмағандарҙың ғына аҡсалата ярҙам алыуға хоҡуғы бар. Мин барлыҡ ғаиләләргә лә ярҙам итеү яҡлы. Хөкүмәттән ошо йәһәттән эште планлаштырыуҙы һорайым. Дөйөм алғанда миллиард һум самаһы аҡса талап ителәсәк һәм беҙ быға мөмкинлек табасаҡбыҙ. Сабыйҙар өсөн бар яҡлап та үҫешеү һәм мәктәпкә әҙерләү өсөн шарттар булдырыу—мөһим мәсьәлә,—тине ул.
Республика Башлығы Дыуан районының Таҙтүбә ауылындағы мәктәптең авария хәлендә булыуына ла иғтибар итте. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бында ике йылдан яңы мәктәп төҙөләсәк.
—Дөйөм алғанда республикалағы барлыҡ иҫке һәм авария хәлендәге мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын бөтөрөргә кәрәк. Бөгөн улар хатта Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ла бар. Райондарҙа ла күп. Хөкүмәткә яңы мәктәптәр төҙөү, капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса йыһазландырыу йәһә- тенән программа ҡабул итергә ҡушам,—тине ул.
Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ алыуҙа финанслау ике тапҡырға артасаҡ.
Радий Фәрит улы «Ата-әсә фиҙакәрлеге» миҙалы менән бүләкләнгән Fәлиә һәм Самат Зәйнуллиндар ғаиләһен (Әбйәлил районынан) телгә алды. Улар биш бала тәрбиәләй. Уларҙың береһе Ринат Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған һәм «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән.
Fаилә йылы сиктәрендә Башҡортостанда «Балалыҡтың ун йыллығы» проекты уңышлы эшләп килә. Улар демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаилә сәйәсәтен нығытыуға, балалыҡ һәм әсәлеккә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөлөшө дауам итә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы ғәҙеллек төшөнсәһенә бик ентекле туҡталды.
—Fәҙеллекте мин нисек аңлайым? Ул—халыҡтың намыҫлы эшләүе һәм шуға лайыҡлы эш хаҡы алыуы. Дәүләтебеҙгә ғүмеренең тиҫтәләгән йылын сарыф итеп тә, ветерандар үҙен кәрәкмәгән һәм онотолған итеп хис итергә тейеш түгел. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтелгәндә «үҙебеҙҙекеләр» һәм «яттар»ға бүленеүе ғәҙел түгел. Етәкселәрҙең яратҡан кешеләре булырға тейеш түгел. Закон алдында барыбыҙ ҙа тигеҙ. Үҫешкән муниципалитеттар артта ҡалғандарына ярҙам ҡулы һуҙһа—был яҡшы. Көслөләрҙең көсһөҙҙәргә булышлыҡ итеүен хуплайым. Ҡарттар, балалар, аҙ тәьмин ителгәндәр иғтибарға мохтаж. Был ғәҙел. Туғанлыҡ, таныш-тоношлоҡ нимәнелер хәл итергә тейеш түгел! Ауылдағы һәр бер егет һәм ҡыҙ, әгәр ул яҡшы уҡый һәм намыҫлы эшләй икән, туған республикаһында уңыш яулаясағына ышаныуы мөһим!
Радий Фәрит улы Хәбиров шулай уҡ коррупция, йәштәр, дөйөм ятаҡтар, оҙаҡ йылға һуҙылған төҙөлөштәр, транспорт, инвестиция йәлеп итеү юлдары, депутаттар һәм муниципалитет башлыҡтары эшмәкәрлеге, инвалидтар тормошо, баш ҡала төҙөклөгө һәм башҡа темаларға туҡталды.
«Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар «Без булдырабыз» тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ» тип әйткем килә»,—ошондай һүҙҙәр менән дәртләндерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгәндәрҙе.
—Аңлатып китәм, бөгөн беҙ башҡаларҙан һәйбәтерәк эшләргә тейешбеҙ. Тормош кимәле буйынса беҙҙе уҙып киткән төбәктәрҙе ҡыуып етергә теләйбеҙ икән, башҡа юл юҡ. Шул саҡта ғына беҙ ил буйынса алдынғылар рәтенә сығасаҡбыҙ. Был һүҙҙәр беҙҙең девиз буласаҡ,—тине ул.
Радий Фәрит улы республика халҡына үҙҙәрен провинциалдар итеп тоймаҫҡа саҡырҙы. Алдынғы яҡташтарыбыҙ—мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар, спортсылар тураһында хәтерҙәренә төшөрҙө. Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен «Алға, Башҡортостан!» тигән һүҙҙәр менән тамамланы етәксе.
Сарала ҡатнашыусы сибайҙар фекере
Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға барған Сибай ҡалаһының «Аленушка» балалар баҡсаһы мөдире Сажидә Хоҙайбирҙина, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығының юлдарҙы ҡарау учаскаһы мастеры Сергей Киселев тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
Бындай мөһим сарала ҡатнашыу минең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды. Киләсәккә ышаныс менән тыуған ҡалама ҡайттым. Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың сығышында мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары эшмәкәрлегенә ҡағылышлы урындар күп булды. Шуныһы ҡыуандыра: республикала яңы балалар баҡсалары төҙөлөү дауам итәсәк. Мөрәжәғәтнамәлә хеҙмәт кешеһенең үҙәккә ҡуйылыуы оҡшаны. Яңы 2019 йылда ғына түгел, киләсәктә башҡарыласаҡ эштәр барланыуы ла киләсәккә яҡты өмөттәр уятты.
—Етәксенең халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын күрҙек. Ул республика халҡының етеш йәшәүен теләй. Оҙаҡ йылдар хәл ителмәй килгән киҫкен мәсьәләрҙе: иҡтисадты күтәреү, мәктәп, балалар баҡсалары, дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыуҙы, инвалидтарға уңайлы мөхит тыуҙырыуҙы, эскелеккә, наркоманияға ҡаршы көрәште алғы планға ҡуя. Мөрәжәғәтнамәлә, минеңсә, Радий Хәбиров ҡуҙғатмаған бер генә тармаҡ та ҡалманы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре булараҡ юлдарҙы ремонтлау, кварталдарҙа йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү кеүек аныҡ эштәрҙе барлауына ҡыуанып ултырҙым. Төрлө өлкә хеҙмәт кешеһен аяғүрә баҫтырып, уның уңыштарын һөйләүен күреү тулҡынландырғыс мәл булды. Миңә ул: «Ябай халыҡтан сығып, үрләүең маҡтауға лайыҡ»,—тине. Уның һүҙҙәре ҡанатландырҙы, алға ынтылырға көс-дәрт бирҙе.