25-26 августа Сибай ҡалаһының тыуған көнө һәм Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының 70 йыллығы айҡанлы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров таусылар ҡалаһында үҙенең сираттағы эш сәфәре менән булып китте. Халыҡ депутаты урындағы хәбәрселәр менән осрашып, байрамдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, закондар өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы, барыһын да 1 сентябрь—Белем көнө менән ҡотланы. Был фәһемле һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксебеҙ.
—Зариф Закир улы, һеҙҙең Сибай тарафтарына йыш килеүегеҙ яҡшы, сибайҙар һеҙҙе, һеҙ ҡала халҡын яҡшы беләһегеҙ. Ҡала көнө һәм данлыҡлы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының 70 йыллығы уңайынан уҙғарылған байрам саралары һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар уятты?
—Урал аръяғының баш йорто, баш ҡалаһы булған Сибай минең күңелемдә һәр ваҡыт яҡты, ҡояшлы ҡала булып ҡаласаҡ. Бында һәйбәт, эшсән кешеләр йәшәй. Был төбәккә мин һәр ваҡыт шатланып киләм. Халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләү, ярҙам итеү—минең төп эшем.
—Белеүебеҙсә, һеҙ дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты ағзаһы булып тораһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ 5 закон проекты авторы һәм тағы ла 23 закон проектын төҙөүгә булышлыҡ иткән кеше. Шундай ҙур эш күләмен атҡарып сығыуы еңелдән түгелдер? Эшкәртелгән закон проекттарының күпме өлөшө һеҙҙең комитетҡа тура килә?
—Дәүләт Думаһында бөтәһе 26 комитет эшләй. Закон проекттарының 30 проценты беҙҙең комитетҡа тура килә. Закондар өҫтөндә эшләгәндә тәү сиратта һайлаусыларҙың наказдарына таянам. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 18 апрелендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан «Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 77-се федераль закон ҡабул ителде. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Быға ярашлы, граждандар урмандарҙа йығылып ятҡан ҡоро ағасты йыйып, үҙҙәренең көнкүрешендә ҡуллана ала. Был бик кәрәкле закон. Сөнки күптәр урман эргәһендә йәшәп тә йылдар буйына йығылып, сереп ятҡан ағас ботаҡтарын рөхсәтһеҙ өйөнә алып ҡайта алмай. Бындай ҡоро-һары янғын хәүефһеҙлеге яғынан да ҡурҡыныс тыуҙыра.
Әлеге мәлдә, Дәүләт Думаһындағы хеҙмәттәштәрем менән бергә, эскән кешене мәжбүри дауалау тураһындағы закон өҫтөндә эшләйбеҙ. Сөнки эскән килеш руль артына ултырып, юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе булған йәки иҫерек килеш транспорт менән идара итеү арҡаһында юлдарҙа кешеләрҙе бәреп китеү осраҡтары күбәйҙе. Эскән кешенән ғаиләһе лә ҙур зыян күрә. Киләсәктә был закон эскән килеш енәйәт ҡылған йәки хоҡуҡ боҙған кешеләрҙе мәжбүри дауалауға йүнәлтергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, 200 эскесенең яртыһы һауығып, йәмғиәттә үҙ урынын табып ғаиләһен бәхетле итә икән, беҙ алға ҡуйған маҡсатыбыҙға ирештек тигән һүҙ.
—Зариф Закир улы, һеҙ «Хәүефһеҙ юлдар» проектының координаторы. Ошо проект сиктәрендә һеҙҙең булышлыҡ менән беҙҙең ҡалала ла киң саралар үтте. Был юҫыҡта тағы ла ниндәй яңылыҡтар бар?
—Республиканың бер нисә ҡалаһында автоҡаласыҡтар бар. Сибайҙа ла балалар һәм үҫмерҙәр өсөн автоҡаласыҡ эшләргә уйлайбыҙ. Светофор, юл тамғалары, йәйәүлеләр һыҙаты менән йыһазландырылған юлдар һәм юл саты бәләкәстәрҙе юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырып ҡына ҡалмаясаҡ, ә ошо һабаҡтарҙы тормошта ҡулланырға ярҙам итәсәк тип өмөтләнәбеҙ. Сөнки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү сәбәпле көн һайын күпме кеше зыян күрә. Был эште беҙ балалар баҡсаһынан уҡ башларға бурыслыбыҙ.
—Күптән түгел «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул ителде. Был закон проекты тураһында төрлө фекерҙәр яңғыраны. Башлыса, туған телдәрҙе өйрәнеү тураһында һүҙ йөрөтөлдө. Был турала аңлатма биреп китеүегеҙҙе һорайбыҙ?
—Урындарҙа бик күп фекер алышыуҙарҙан һуң Башҡортостан Республикаһы һәм беҙҙең республиканан сыҡҡан Дәүләт Думаһы депутаттары менән бергәләп был закон проектына үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Беренсенән, республика субъектының туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү мотлаҡ федераль дәүләт стандарттары бүлегенә индерелергә тейеш. Икенсенән, ата-әсәләр балаларын туған телдә уҡытыу өсөн йыл һайын ғариза яҙмаясаҡ. Был процедура бала 1-се һәм 5-се кластарға күскәндә генә башҡарыла. Тағы ла өҫтәп шуны әйтер инем: Рәсәйҙә туған телдәргә булышлыҡ итеүсе фонд булдырыласаҡ. Был белем биреү программаларын, уҡытыу методикаларын һәм концепцияларын төҙөүгә, сифатлы һәм лицензиялы китаптар сығарыуға ярҙам итәсәк. Минеңсә, туған телгә һөйөү ғаиләлә башлана. Тыуған илгә, халҡыбыҙға, телебеҙгә ихтирам тойғоларын балаларыбыҙ йөрәгенә беҙ, ата-әсәләр, һалырға бурыслыбыҙ, тип уйлайым.
—Зариф Закир улы, күңелле мәл—1 сентябрь—Белем көнө лә етте. Үҙегеҙҙең 1-се класҡа уҡырға барыуығыҙ, тәүге уҡытыусығыҙ тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашһағыҙ ине? Һеҙҙең балаларығыҙ нисәнсе класҡа уҡырға бара?
—Мәктәпкә тәү барған сағымды яҡшы иҫләйем. Мин үҙем Күгәрсен районының Ҡалмаҡ ауылынан. 1-се класҡа 2 километр алыҫлыҡта ятҡан Түләбәй ауылына уҡырға барҙыҡ. Бер ҡатлы ағас мәктәп. Беҙҙе Ямал апа Хисмәтуллина уҡытты. 4-се кластан 5 километр арауыҡта урынлашҡан Ҡалдар урта мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Ул ваҡытта автобус менән алып барыу, алып ҡайтыу тигән нәмә булманы. Йәйгеһен был арауыҡты йәйәүләп йәки ат менән үтһәк, ҡышҡыһын саңғы кейеп йүгерҙек. Ауырыу, сырхау тигән нәмәне белмәнек беҙ. Шулай сынығып үҫкәнбеҙҙер инде. Элек Ҡалдар мәктәбендә 300 бала уҡыһа, хәҙер уҡыусылар һаны 80-гә төшкән. Беҙҙең класта бөтәһе 34 кеше белем алды. Уҡытыусыларыбыҙ Марат Мөхәмәт улы Ихсанов, Сәмәрә һәм Гөлдәр апаларҙың дәрестәре иҫтә ҡалған. Миңә бигерәк тә йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре оҡшай ине. Башҡорт теленән ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайным. Әрмегә барғас ҡына русса һөйләшергә өйрәндем. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң БДУ-ның юридик факультетына уҡырға индем. Бар нәмә лә кешенең үҙенән тора. Туған телде онотмаҫҡа кәрәк, әммә Рәсәйҙә йәшәгәс дәүләт теле булараҡ рус телен дә өйрәнергә һәм белергә бурыслыбыҙ, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, минең ҡыҙым һәм улым Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһында рус класында белем ала. Әммә өйҙә туған телдә һөй-ләшәләр. Ҡатыным Гөлназ—Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Тамыр» студияһы етәксеһе. Белем көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашырға тырышабыҙ. Быйыл ҡыҙыбыҙ Гәлсәр—11-се, ә улыбыҙ Урал 6-сы класҡа уҡырға бара. Форсаттан файҙаланып, барыһығыҙҙы ла Белем көнө менән ҡотлайым. Сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп ҡалам.
—Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, халҡыбыҙҙың тормошон һәм йәшәйешен еңеләйтерлек яңы закондар сығарыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Альбина Таһирова яҙып алды.