Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Июль 2018, 11:12

Беҙҙең бурыс—һайлауҙы лайыҡлы үткәреү

Һайлау-2018Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев менән мартта үткән ил Президентын һайлау йомғаҡтары һәм тиҙҙән буласаҡ Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаттарын һайлау үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл мартта Рәсәй Президентын һайланыҡ. Республикала һайлау системаһының үҫеш күҙлегенән уның төп йомғаҡтарына ниндәй баһа бирер инегеҙ?
—Өс ай элек тамамланған һайлау кампанияһы йомғаҡтарына килгәндә, иң элек һайлауҙың сифат йәһәтенән өр-яңы кимәлдә ойошторолоуын билдәләргә кәрәк. Ил буйынса тәүге тапҡыр файҙаланылған «Мобиль һайлаусы» механизмы һөҙөмтәһендә республикабыҙҙан 130 меңдән ашыу, тотош ил буйынса 5,5 миллиондан ашыу кеше был көндә үҙҙәре булған ерҙә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлап, ирекле ихтыяр белдерҙе. Үткән һайлауҙың икенсе яңылығы—участка һайлау комиссияларының йомғаҡлау протоколдарына QR коды ҡуйыу технологияһын ҡулланыу. Тауыш биреүҙең ғәҙеллеген бик күп күҙәтеүселәр ҡарап барҙы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ғына—10 мең самаһы, ил буйынса ошондай уҡ ойошмалар иһә 150 мең күҙәтеүсе ебәрҙе. Ҡыҙыҡһынған партиялар һәм кандидаттар ҙа байтаҡ күҙәтеүсене йәлеп итте. Бынан тыш, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәләре ҡатнашлығында күләмле мәғлүмәт кампанияһы йәйелдерелде. Быларҙың барыһы ла граждандарҙың һайлау системаһына һәм уның һөҙөмтәләренә ышанысын арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
—Һайлауға әҙерлек осоронда һәм тауыш биреү көнөндә килгән мөрәжә-ғәттәрҙе анализлау йәһәтенән дә ниндәйҙер һығымта яһалғандыр бит?
—Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһы барышында Үҙәк һайлау комиссияһына 178 мөрәжәғәт килгәйне. Күпселек һайлау ҡануниәтендәге теге йәки был яңылыҡтарҙы, атап әйткәндә, ошо көндә үҙең булған ерҙә тауыш биреү тәртибен аңлатыуҙы һораны. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең бер өлөшө законһыҙ агитация материалдарын таратыуға, һайлау комиссияларындағы кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған ағзалар, күҙәтеүселәр хоҡуҡтарының боҙолоуына, тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү ғәмәлендәге етешһеҙлектәргә ялыу итте.
Бөтә мөрәжәғәттәрҙе беҙ закон менән билдәләнгән тәртиптә тикшерҙек, алты осраҡта ялыуҙар нигеҙһеҙ тип танылды.
—Тәртип боҙғандарға ҡарата ниндәй сара күрелде?
—Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләргә 500-ҙән 30 мең һумға тиклем штраф һалыу рәүешендә административ яза бирелде. Участка һайлау комиссияларындағы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә бул-ған биш ағза вәкәләттәрен һалды һәм яңы ойошторолған комиссияға инмәне. Әйткән-дәй, республика биләмәһендә өс меңдән ашыу һайлау комиссияһы Президент һайлауҙы ойоштороу менән шөғөлләнде. Был комиссияларҙа хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 28 меңдән ашыу ағза иҫәпләнде. Шуға күрә тауыш биреү көнөндә эштең көсөргәнешлегенә бәйле ҡайһы бер етешһеҙлектәр уларҙың дөйөм эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә йоғонто яһаманы. Уңайҙан файҙаланып, республика Үҙәк һайлау комиссияһы исеменән бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларына Рәсәй Фе-дерацияһы Президентын һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү осоронда фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.
—Быйыл май аҙағында республика Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай һайлау тураһындағы төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерҙе. Был нимәгә бәйле?
—Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү уның положениеларын федераль ҡануниәт менән яраштырыу зарурлығына бәйле. Мәҫәлән, уңайлыҡтарҙы арттырыу маҡсатында Кодекста һайлау участкалары исемлеген һәм сиктәрен ҡайтанан ҡарау мөмкинлеге (шул иҫәптән участкалағы һайлаусыларҙың максималь һанын 1500-гә тиклем кәметеү) нығытылды. Шулай уҡ республика кимәлендәге һайлауҙа тауыш би-реү көнөндә йәшәгән урынынан ситтә булған граждандар өсөн һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә индерелде. Ошоға бәйле һайлау комиссиялары ағзаларының вәкәләттәре тулыландырылды—уларға теркәлгән ерҙән ситтә булған һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙған граждандар тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу хоҡуғы бирелде. Ҡултамға ҡағыҙҙарында кандидаттарҙы, кандидаттар исемлеген хуплағанда граждандың йәшәү адресын күрһәтеүгә талап ябайлаштырылды. Үҙҙәренең һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырғанда граждандарға уңайлыраҡ шарттар тәьмин итеүгә йүнәлтелгән башҡа үҙгәрештәр ҙә бар.
—Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы— Ҡоролтай нисек формалашасаҡ?
—Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға 110 депутат инә. Тауыш биреү көнөнә 21 йәшкә еткән һәм пассив һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы республика парламенты депутаты итеп һайлана ала. Депутаттарҙың яртыһы мажоритар сағыштырма күпселек системаһы нигеҙендә бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана—еңеүсе кандидат, башҡалар менән сағыштырғанда, иң күп тауыш йыйырға тейеш. Ҡалған 55 депутат партия исемлектәре өсөн бирелгән тауыш һанына пропорциональ берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Ниндәй ҙә булһа партия тарафынан тәҡдим ителгән кандидаттар исемлеге өсөн тауыш биргәндә һайлаусы ошо партия өсөн тауышын бирә. Һайлау йомғаҡтары буйынса мандаттарҙы бүлеүгә килгәндә, уның нигеҙен түбәндәге принцип тәшкил итә—һайлаусылар тауышының биш һәм унан күберәк процентын алған партия исемлектәре генә депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта бындай партия исемлектәре кәмендә икәү булырға һәм тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусылар тауышының 50 проценттан ашыуы уларға тура килергә тейеш.
—Яҡын арала һайлау кампанияһында ниндәй ваҡиғалар көтөлә?
—Һайлау кампанияһы бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Ошо этаптарҙың һәр береһендә сәйәси партиялар, кандидаттар һәм һайлау комиссиялары һайлауҙы уңышлы үткәреү өсөн ҡануниәттә билдәләнгән ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, партиялар өсөн һайлау кампанияһы кандидаттар исемлектәрен күрһәтеүгә бәйле конференциялар, йыйылыштар менән башланасаҡ. Һайлау кампанияһының был этабы 30 көн дауам итә һәм кандидаттарҙың партия исемлектәрен республика үҙәк һайлау комиссияһына раҫлауға тәҡдим итеү менән тамамлана. Бер мандатлы округ- тарҙа үҙ-үҙен күрһәткән һәм партияларҙан кандидаттар өсөн дә ҡануниәттә ошо тиклем үк ваҡыт бүленә.
—Һәр һайлау кампанияһы, кандидаттар исемлеген, бер мандатлы округтар буйынса кандидаттарҙы хуплап ҡултамғалар йыйыу менән оҙатыла. Республика парламентына һайлауҙа ла ошондай уҡ эш башҡарыу күҙалланамы?
—Ҡануниәткә ярашлы, айырым партия-лар ҡултамғалар йыйыуҙан азат ителә, улар-ҙың исемлеге республика Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған. Тәү сиратта ундайҙарға бөгөн Дәүләт Думаһындағы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙағы партия-лар, бынан тыш, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына күптән түгел үткән һайлау һөҙөмтәһе буйынса кандидаттар исемлеге Башҡортостан Республикаһының кәмендә бер муниципаль берәмегендә депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнашҡан партиялар инә. Бындай партиялар үҙ кандидатын бер мандатлы һайлау округы буйынса ла ҡултамғалар йыймайынса тәҡдим итә ала. Исемлектәр раҫланғандан һуң, улар һайлау алды агитацияһы үт-кәреүгә иғтибарын йүнәлтә ала.
Ҡалған партияларға закон үҙ кандидаттарын һәм партия исемлеген хуплап һайлаусыларҙың ҡултамғаларын йыйыу бурысын йөкмәтә. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттарға ла ҡануниәт ошондай уҡ талап ҡуя.
—2018 йылдың 9 сентябрендәге һайлауҙы ойоштороусылар алдында ниндәй бурыстар ҡуйыла?
—Стратегик бурысыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Һайлау тулыһынса ҡануниәткә һәм демократия принциптарына ярашлы үтер-гә, уның һөҙөмтәһенә ҡарата шик тыумаҫҡа тейеш. Башҡа бурыстарға килгәндә, легитим (законлы) һайлауҙың төп шарт-тарының береһе—һайлау комиссиялары ағзаларын әҙерләү сифаты һәм уларҙың профессионаллеге. Быға беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ һәм бөгөн уларҙы уҡытыу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ.
Июндә округ комиссиялары ағзалары өсөн тәүге семинарҙар ойошторолдо. Шулай уҡ бөтә кимәлдәге комиссиялар граждандарға һайлау тураһында мәғлү-мәт еткереү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалыр, граждандар иһә 2018 йылдың 9 сентябрендә дөрөҫ ҡарар ҡабул итер тигән ниәттәбеҙ.
Рәсүл Мансуров.