Дөйөм алғанда, бөгөн республикала социаль-иҡтисади хәл тотороҡло. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда сәнәғәт етештереүе индексы, һалым килемдәренең үҫеш темпы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булмаҡсы. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә. Инвестицияларға, төҙөлөшкә, эш хаҡына һәм килем кимәленә, эшһеҙлек күрһәткестәренә бәйле хәл бер аҙ ҡатмарлашҡандан һуң әле яҡшыра башланы. Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин ил Хөкүмәте һәм төбәктәр алдына тотороҡло иҡтисади үҫешкә күсеүҙе тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген дәртләндереү, социаль тотороҡлолоҡто нығытыу, ил халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу бурысын ҡуя. Әле тышҡы баҙарҙа күҙәтелгән шарттарҙа, бюджетта сикләүҙәр булғанда, тәү сиратта, эске резервтарға, инновацияларға, өр-яңы идара итеү технологияларын ғәмәлгә индереүгә таянырға кәрәк.
Донъя үҙгәргән, ошо үҙгәрештәр йылдамлығы арта барған осорҙа һөҙөмтәле идара хәл иткес стратегик ресурс әһәмиәтенә эйә. Иҡтисадтың, финанстың һәм фәнни-техник прогрестың глобалләшеүе, халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше киң ҡолас ала бара. Өр-яңы талаптар, хәүефтәр барлыҡҡа килә. Ошондай процестарҙың арта барыуы, уларҙы алдан күҙаллап булмау арҡаһында ҡарар ҡабул итеүҙең ғәҙәти алымдары тамырынан үҙгәрә. Шул уҡ ваҡытта яңы иҡтисади ысынбарлыҡҡа яраҡлашҡан, кешегә, мәғарифҡа, мәғлүмәт технологияларына, идара итеү инновацияларына йүнәлтелгән инвестициялар ярҙамында тейешле нигеҙ һала алған төбәктәр ҙур өҫтөнлөккә эйә була.
Республикабыҙҙағы идара итеү системаһының ҙур дәүләт аппараты структураһы, власть вәкәләттәренең саманан тыш үҙәкләштерелеүе, заманса компетенцияларҙың һәм халыҡ менән аралашыу йәһәтенән йоғонтоло алымдарҙың етмәүе кеүек һыҙаттарын әле булһа һаҡлап ҡалыуын танырға кәрәк. Был система үҙгәрештәр артынан өлгөрә алмай, шуға күрә заман талаптарына яуап биреүҙән туҡтай. Бөгөн дәүләт һәм урындағы власть органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса айырым сара күреү түгел, ә бөтә кимәлдә төбәк идараһы системаһын уйлап үҙгәртеү шарт. Ошоға бәйле республикала дәүләт, муниципаль һәм йәмәғәт идараһын эҙмә-эҙлекле яңыртырға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Fәмәлдәге административ системаның көслө яҡтарын—яуаплылыҡты, башҡарыу тәртибен, коллектив стилде—заманса ҡараштар менән берләштереү зарур. Был йәһәттән, тәү сиратта, аныҡ һөҙөмтә, һәр хеҙмәткәрҙең башланғыс күрһәтеүе һәм тырышлығы мөһим. Асылда, идара итеүҙе модернизациялау үҙмаҡсат түгел. Властың өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәле. Улар—халыҡтың килемен арттырыу, инвестицион үҫеш, бюджетты тулыландырыу. Идара итеү системаһын камиллаштырыу—уларҙы тормошҡа ашырыуҙың төп сараһы.
Республикабыҙ илдең иҡтисади хәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған алдынғы төбәктәр тиҫтәһендә бара. Бындай юғары статус республиканың бөгөнгө позицияларын, шулай уҡ уның ҡеүәтен таныуҙарын сағылдыра. Беҙҙең бурыс—күп тармаҡлы иҡтисадҡа эйә конкурентлы төбәк, донъяла танылған һәм илдә төп фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе, абруйлы халыҡ-ара конгресс майҙансығы булараҡ Башҡортостанды үҫтереүҙең заманса моделен төҙөү һәм уйланылған идара аша уны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең кадрҙар составы, уларҙың компетенциялары һәм һөнәри әҙерлеге айырым әһәмиәткә эйә. Власть органдарының дөйөм коллектив яуаплылығынан дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙең шәхси компетентлығын һәм эш һөҙөмтәлелеген баһалауға күсеү, һәләтлерәк хеҙмәткәрҙәргә булышлыҡ итеү өсөн хеҙмәткә түләүҙең һығылмалы системаһын ғәмәлгә индереү мөһим. Дәүләт хеҙмәтенә ихтирам граждандар йәмғиәтен үҫтереү күрһәткестәренең береһен тәшкил итә. Министрлыҡтар һәм ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәренең хеҙмәтенә кәмһетеп ҡарарға ярамай. Тотош тармаҡтарҙағы эш сифаты, урындағы хәл күп йәһәттән уларҙың тырышлығына бәйле. Дәүләт һәм муниципаль идара итеү органдары, предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәренә, белгестәренә өҙлөкһөҙ белем биреүҙе ойоштороу өсөн төбәк һөнәри компетенциялар үҙәген асыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк тигән фекерҙәмен.
Етди бурыстарҙың береһе—административ процестарҙы автоматлаштырыу. «Электрон Хөкүмәт»те ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә ошо йүнәлештә байтаҡ эш башҡарылды. Тармаҡтарҙың, ҡала округтарының һәм муниципаль райондарҙың үҫешен комплекслы баһалау өсөн Башҡортостан Хөкүмәтен һәм төбәк Башлығы Хакимиәте алдына республика ведомство-ара аналитика үҙәген ойоштороу мәсьәләһен тикшереү бурысын ҡуям.
Бөгөн ил етәкселеге лә идара итеүҙе яңыртыу бурысын йөкмәтә. Рәсәйҙәге стратегик үҫештең 11 төп йүнәлеше билдәләнде. Улар иҫәбендә—һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ипотека һәм ҡуртымға алынған торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите, халыҡ-ара кооперация һәм экспорт, хеҙмәт етештереүсәнлеге, бәләкәй бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам, контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлеген реформалау, хәүефһеҙ юлдар, бәләкәй ҡалалар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Өҫтөнлөклө төбәк проекттарына ярашлы ғәмәлгә ашырылырға тейешле иң мөһим идара итеү бурыстарын әйтеп үтәйем. Һаулыҡ һаҡлау системаһынан башлайым. Һуңғы йылдарҙа тармаҡҡа етди дәүләт инвестициялары йүнәлтелде, медицина учреждениелары ҡайтанан йыһазландырылды, персонал эшендә яңы стандарттар ғәмәлгә индерелде. Республикала әсәләрҙең үлем осраҡтарын кәметеүҙә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшелде. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда 9 ай эсендә сабыйҙар үлеме шулай уҡ 21 процентҡа түбәнәйгән. Ошо көндәрҙә заманса Республика перинаталь үҙәге сафҡа индерелде. Хәҙер бала табыуҙа ярҙам хеҙмәтен квалификациялы персонал менән нығытыу буйынса эш алып барырға кәрәк. Граждандар, айырыуса төпкөлдә йәшәгәндәр, шулай уҡ ҙур медицина үҙәктәренән алыҫта юл фажиғәһендә зыян күргәндәр медицина ярҙамын, шул иҫәптән ашығыс ярҙамды ваҡытында алырға тейеш. Санитария авиацияһы мөмкинлектәрен, шул иҫәптән медицина учреждениеларын авиация-техник хеҙмәттәр менән тәьмин итеү, өҫтәмә вертолет майҙансыҡтары төҙөү буйынса федераль проектҡа ярашлы киңәйтеү шарт. Мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, ярҙамды көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, табиптарҙы документтар менән эшләүҙән бушатыу, медицина учреждениеларында сиратты бөтөрөү мөһим. Телемедицина мөмкинлектәрен тулыһынса йәлеп итергә кәрәк.
Мәғарифҡа идара итеүҙә ил Хөкүмәте дүрт төп йүнәлеште билдәләне. Беренсеһе—заманса мәктәп мөхите тыуҙырыу. Мәктәптәрҙе тейешенсә йыһазландырып һәм инфраструктура менән тәьмин итеп төҙөргә кәрәк. 2020 йылға республикала яңы объекттар һалыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау, капиталь төҙөкләндереү иҫәбенә 26 меңдән ашыу уҡыу урыны булдырыу бурысы тора, ә 2025 йылға балаларҙың барыһы ла бер сменала уҡырға тейеш. Икенсеһе — алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү. Өсөнсөһө — белем биреү һәм тикшеренеү хеҙмәттәре баҙарында лайыҡлы конкурентлыҡҡа һәләтле инновациялар һәм кәрәкле компетенциялар үҙәге булараҡ университеттарҙы үҫтереү. Дүртенсеһе — һанлы контент нигеҙендә мәғариф системаһының барлыҡ кимәлдәрендә уҡыусылар өсөн заманса мәғлүмәт киңлеген булдырыу.
Киләһе мөһим йүнәлеш—торлаҡ төҙөлөшөн, ипотека кредитлауын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү. 90 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Инженерлыҡ селтәрҙәрен үҫтереү йәһәтенән айырым программа кәрәк. Ул йорт төҙөү өсөн бүленгән ер участкаларын коммуникацияларға техник тоташтырыу өсөн түләүҙе кәметеү, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар иҫәбенә кәрәкле инфраструктура булдырыу сараларын үҙ эсенә алыуы мөһим. Тейешле Агентлыҡтың мөмкинлектәрен файҙаланып, ипотека кредитлауының уңайлыҡтарын арттырыу, ҡуртымға алынған торлаҡ баҙарын көйләү шарт. Асылда, әлегә уға идара ителмәй һәм ныҡлы монополиялаштырылған булып ҡала. Был хаҡтың яһалма артыуына килтерә. Fәмәлдәге, шулай уҡ өр-яңы алымдарҙы — торлаҡтың хаҡын кисектереп түләүҙе (социаль ипотеканы), уны һуңыраҡ һатып алыу хоҡуғы менән ҡуртымға алыуҙы, социаль файҙаланыуҙағы торлаҡҡа инеүҙе үҫтерергә кәрәк.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың киләсәге дәүләт һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡҡа бәйле. Бындай үҙ-ара яуаплылыҡ күп фатирлы йорттарға идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, кешеләрҙе төҙөкләндереү программаларын планлаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Стратегик йүнәлештең Федераль үҙәк тарафынан билдәләнгән төп йүнәлештәрен Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙағы перспективаларҙы иҫәпкә алып һәм ғәмәлдәге ҡеүәткә таянып асыҡланған үҙебеҙҙең өҫтөнлөктәр, «үҫеш нөктәләре» менән тулыландырырға тейешбеҙ. Беренсе — нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы. Ҡаҙнаһының өстән бер өлөшөн тәьмин иткән республика өсөн ошо мөһим тармаҡтың төп бурыстары — етештереүҙе үҙгәртеп ҡороу, сығарылған продукция төрөн киңәйтеү, бәләкәй тоннажлы химияны үҙебеҙҙең технологияларҙы файҙаланып үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртыу.
«Башнефть» компанияһының донъялағы иң ҙур нефть һәм газ корпорацияларының береһе иҫәпләнгән «Роснефть» структураһына инеүе мөһим аҙым булды. Башҡортостан өсөн «Роснефть» — тармаҡ фәне һәм мәғарифы өсөн киң мөмкинлектәр, заводтарыбыҙ һәм инжиниринг үҙәктәре өсөн өр-яңы заказдар, яңы эш урындары, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу ул. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы менән «Роснефть» нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Иҡтисадыбыҙҙың икенсе «үҫеш нөктәһе» — агросәнәғәт комплексы. Бөгөн тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләменең өстән ике өлөшөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә. Уларҙың кооперацияһы өсөн шарттар тыуҙырыу, үҫтерелгән продукцияны һатып алыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу системаһын, «түтәлдән алып кәштәгә тиклем»ге сылбырҙа тауар бәйләнештәрен көйләү, уны ғәҙел хаҡҡа һатыуҙа ярҙам итеү зарур.
Балыҡсылыҡҡа ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Бөгөн республика үҙенең балыҡ продукцияһына ихтыяжын өс процентҡа ғына ҡәнәғәтләндерә. Умартасылыҡтың, айырыуса экспортҡа ҡарағанының, ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай ҡала. Тармаҡтың лаборатор һәм логистик инфраструктураһын нығытыу бурысы тора. Өсөнсө бурыс — территориаль һәм муниципаль үҫеш. Муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади, демографик күрһәткестәре, шул иҫәптән уртаса айлыҡ эш хаҡы, һалым һәм һалым булмаған килемдәр, халыҡтың йән башына тура килгән төп капиталға инвестициялар динамикаһында айырмалыҡ үҫә. Күп кенә муниципалитеттарҙа етди инвестициялар, ҙур проекттар, уйланылған «үҫеш нөктәләре» юҡ. Республиканың ҡайһы бер райондарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың ситкә китеүе, тәбиғи кәмеүе дауам итә. Бындай шарттарҙа муниципалитеттарҙың иҡтисади кооперацияһына баҫым яһарға, берлектәге хужалыҡ йәмғиәттәрен ойошторорға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт өлкәһендә муниципаль-ара проекттар эшләргә, территориаль планлаштырыу документтарын, адреслы инвестиция программаларын, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм һалыу буйынса территориаль заказды әҙерләгәндә дөйөм мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Юл инфраструктураһын үҫтереү муниципалитеттарҙың хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
Дүртенсе «үҫеш нөктәһе» — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү. Иҡтисади һәм йәмәғәт тормошондағы үҙгәрештәргә нәҡ ул кәрәкле этәргес бирергә тейеш. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә дәүләт көйләүе мөһим мәсьәлә булып ҡала.
2017 йыл Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Алда бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашырыу бурысы тора. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү, цивилизациялы туризм өсөн шарттар булдырыу, сервис инфраструктураһын камиллаштырыу зарур.
Ҡуйылған маҡсаттарҙың барыһын да уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн властың эшҡыуарлыҡ структуралары, граждандар йәмғиәте институттары менән һөҙөмтәле бәйләнешен яйға һалыу мөһим.
В.В.Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Ватан тарихына ихтирамлы мөнәсәбәттең мөһимлеген билдәләне. Беҙгә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә арналған проекттарға ярашлы граждандарҙың барлыҡ йәмәғәт башланғыстарын тулыһынса тормошҡа ашырырға кәрәк.
Алдыбыҙҙа торған бурыстар ҡатмарлы, күләмле. Уртаҡ маҡсаттарға мотлаҡ өлгәшербеҙ тип ышанам.