Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2023, 13:40

ТӘНДЕҢ ЗӘҠӘТЕ —УРАҘАЛЫР

Кемдәргә ураҙа тотоу фарыз? Нимә ураҙаны боҙа? Ә нимә боҙмай? Сайтта ошо һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

ТӘНДЕҢ ЗӘҠӘТЕ —УРАҘАЛЫР
ТӘНДЕҢ ЗӘҠӘТЕ —УРАҘАЛЫР

Ураҙаның беренсе көнө: 23 март, кесаҙна.

“Әй мөьминдәр! Һеҙҙән алда йәшәүселәргә ураҙа тотоу фарыз ителгән кеүек, һеҙгә лә һәр йыл бер ай ураҙа тотоу фарыз ителде, моғайын, ураҙаны ҡалдырыуҙан йәки ураҙаға кәмселек килтереүҙән һаҡланырһығыҙ” (2:183).

Ураҙа Минең өсөн тотолор, шуға күрә уның әжерен дә Мин генә бирермен (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; Тирмиҙи).

Рамаҙан айында ураҙа тотоу 2 һижри йылында (Шәғбән айының 10-сы көнө, 624 йылда) фарыз ҡылынған.

Ураҙа тоторға тейешле, бурыслы булған кешеләр:

үҙен мосолманмын тип һанаусы; психик яҡтан һау кеше; балиғ йәшенә етеүсе; сәфәрҙә булмаусы.

Ураҙаның дөрөҫ булыуы өсөн үтәлергә тейешле шарттар (ураҙаның фарыздары):

1) Ниәт итеү (теләгән телдә әйтеү рөхсәт). Ниәттең дөрөҫ булыуы шарт, йәғни “Ас тороп, бер аҙ ябығырмын йәки һауығырмын һ.б.” ниәт менән тотһа, Аллаһ әжер-сауабын насип итмәй. 2) Ураҙа тотоуҙың ваҡытын белеү. 3) Ураҙаны боҙған эштәрҙән таңдан алып ҡояш байығанса тыйылып тороу.

Ураҙаны боҙмай торған эштәр:

1) Әгәр кеше онотоп (яңылышып) һыу эсһә, ашаһа (ҡапһа) йәки яҡынлыҡ ҡылһа. 2) Мисүәк (теш щеткаһы) йәки теш соҡоғос менән теш таҙартыу.

3) Күҙгә һөрмә тартыу.

4) Мыйыҡ майлау.

5) Ҡан алдырыу (хижәмә).

6) Ҡан биреү (донор).

7) Тәнгә (тире, ҡул, иренгә һ.б.) крем, май һөртөү.

8) Күҙгә дарыу тамыҙыу.

9) Табип-гинекологта тикшерелеү.

10) Сәскә, парфюмер әйберҙәрҙе еҫкәү.

11) Төкөрөктө (шайыҡ) йотоу.

12) Яраға май һөртөү.

13) Һуштан яҙыу.

14) Ирекһеҙ (теләктән тыш) ҡоҫоу.

15) Ирекһеҙҙән танауға һәм ауыҙға ингән саң һәм төтөндө йотоу.

16) Сәхәр ваҡытында ҡабул ителгән дарыу тәме.

17) Һыу ингәндә, йыуынғанда, ҡойонғанда (йылға, ванна, душ, мунса) ҡолаҡҡа һыу инеү.

18) Ир-егеттең поллюцияһы.

19) Бәләкәй балаға аҙыҡ сәйнәп биреү.

20) Теш араһына ҡыҫылған, борсаҡ бөртөгөнән бәләкәй аш киҫәген йотоу.

21) Тамаҡҡа алмай ғына (“ғырғылдатмай”) һыу менән ауыҙ сайҡау.

22) Эҫе көндә һыуыныу өсөн һыу ҡойоноу.

23) Мунсала (ванна) һабын менән йыуыныу.

24) Ауыртыуҙы баҫа торған укол менән теш һурҙырыу йәки пломбалау.

25) Туҡлыҡлы булмаған укол (в/м, в/в) һалдырыу.

Мәкрүһ (хупланмаған) эштәр:

1) Һүгенеү, талашыу, бәхәсләшеү, буш һүҙҙәр һөйләү.

2) Гонаһ эштәр эшләү.

3) Иреңде (ҡатыныңды) ҡосаҡлау һәм үбеү.

4) Һағыҙ сәйнәү.

 5) Теште теш пастаһы менән таҙартыу.

6) Төкөрөктө йыйып, махсус рәүештә йотоу.

7) Һыуға (күл, диңгеҙ һ.б.) сумыу.

8) Күп тапҡыр ҡан тапшырып (алдырып), организмды хәлһеҙләндереү.

9) Мунсала (сауна, ванна) хәл бөткәнсе йыуыныу.

10) Ике көн рәттән сәхәр эсмәү йәки ифтар ҡылмау.

11) Аш-һыуҙы тәмләп ҡарау.

Ураҙаны боҙоусы сәбәптәр һәм быны төҙәтеү өсөн (Ураҙа байрамы үткәс) ҡаза ураҙаһын тотоу ҙа етә:

1) Әгәр онотолоп ризыҡ ҡабылып (бер йотом һыу йотоу), һуңынан иҫкә төшөп: “Әй ураҙам боҙолдо инде”, тип ашап-эсеү дауам ителһә.

2) Ашауға яраҡһыҙ булған әйберҙәр (ҡағыҙ, тупраҡ, йөн һ.б.) йотолһа.

3) Ифтар ваҡыты (аҡшам намаҙы) еткән, тип яңылышып “ауыҙ” асылһа.        

4) Сәхәр ваҡытында, таң атмаған әле, тип яңылышып ашап-эсеү дауам ителһә.

5) Танауға йәки ҡолаҡҡа дарыу тамыҙыу.

6) Клизма ҡуйыу.

7) Ауыҙҙы сайҡағанда йәки танауҙы йыуғанда һыу эләкһә.

8) Сит ҡатышма (ҡар, ямғыр, саң бөртөктәре) эләгеп йыйылған төкөрөктө йотоу.

9) Ураҙаны мәжбүр ителеү йәки ҡурҡытыу менән боҙоу.

10) Яһалма рәүештә (көсләп) барлыҡҡа килтереп ҡоҫоу.

11) Теш араһына ҡыҫылған борсаҡтан ҙур булған аҙыҡ киҫәген йотоу.

Ураҙаны боҙоуҙа был эштәр сәбәпсе булһа һәм быны төҙәтеү өсөн (Ураҙа байрамы үткәс) ҡаза ураҙаһын һәм кәффәрат (ғәфү ителеү) ураҙаһын тоторға кәрәк:

1) Бер сәбәпһеҙ ашау.

2) Бер сәбәпһеҙ эсеү.

3) Тәмәке тартыу.

4) Дарыу ҡабул итеү (таблетка йотоу).

5) Енси яҡынлыҡ ҡылыу.

6) Туҡлыҡлы булған (глюкоза һ.б.) укол (капельница) һалдырыу.

7) Ауыртыуҙы баҫа торған һ.б. спрей менән ҡулланыу.

Был эштәрҙе эшләгән кешегә түбәндәге кәффәраттәрҙең береһен үтәү тейешле:

1) Бер ҡолдо азат итеү;

2) Йәки 60 көн тотош (туҡтауһыҙ) ураҙа тотоу. Ир кеше ураҙа тотоуын өҙһә, яңынан башлай, ә ҡатын-ҡыҙ күреме килеү сәбәпле ураҙа тотоуын өҙһә, таҙарынғас, артабан тотоуын дауам итә;

3) Йәки 60 фәҡир мосолман кешеһен ике тапҡыр (иртәнге һәм киске аш) ашатырға тейешле.

Ураҙа тотоу тейешле, фарыз булмаған кешеләр:

1) Ауырлы ҡатын.

2) Бала имеҙеүсе ҡатын.

3) Сәфәрҙә булыусы (мосафир).

4) Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе өлкән кеше.

5) Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе ауырыу кеше.

Ураҙаны ҡайтарып тотоусылар:

1) Күремдән таҙарынған ҡатын-ҡыҙ.

2) Бала тапҡандан һуң килгән ҡандан таҙарынған ҡатын.

3) Бала имеҙгәндән һуң (бала имеҙеү ике йыл).

4) Сәфәрҙән әйләнеп ҡайтҡас.

Рамаҙан айында юғарылағы сәбәптәр менән тотолмай ҡалған көндәре булыусылар, тәүҙә ҡалған ураҙаларын тотоп бөтөрөргә тейештәр, шунан һуң ғына Шәүүәл айының ураҙаһын тоторға мөмкин.

Был кешеләр ураҙаны көнгә көн (ҡаза ураҙаһы) ҡайтара. Мәҫәлән, өс йәки ете көн  күреме килгән ҡатын-ҡыҙ, Рамаҙан ураҙаһы байрамынан һуң өс йәки ете көн ҡаҙа ураҙаһын тотоп ҡуйырға тейеш.

5) Ауырыуынан һауығыусы.

6) Хәлһеҙләнгән өлкән кеше.

Әгәр был кешеләр даими хәлһеҙ, хроник ауырыулы йәки һауығыуҙарына өмөттәре булмаһа “фидийә” (ғәфү ителеү-искупление) түләп (үәжиб ғәмәл), үҙҙәренең ураҙа тотоу бурысын юйырға тейеш.

Фидийәнең күләме: ураҙаның утыҙ көнөнән, фитр саҙаҡаһынан иҫәпләп сығарыла.

АВТОР: Әминә Ноғоманова-Ғәзизова.

 

Автор:Резеда Валиева