Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 14:15

“КИНА БӨТТӨ, ЗРИТЕЛЬ КИТТЕ”

Күптәр элек клубтарҙа күрһәтелгән киноларҙы хәтерләйҙер әле. Хәтерләү генәме, ундағы хис-тойғолар, киноға барыу мажаралары ғына ни тора! Ошо ваҡыттарҙы күптәр күңелендә йылы хәтирәләр итеп һаҡлай. Халыҡ ҡыҙып китеп илаша-илаша сюжет геройҙарының тормошо менән ҡайнай башлағанда кино бөтә лә ҡуя. Операторҙың: «Кина бөттө, зритель китте»—тигәнен бер кем дә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Бер зал булып, артабан нимә булыры тураһында һәр кем үҙ фекерен белдерә. Ҡайһы саҡ бәхәсләшеп та китәләр. Тулыраҡ сайтта.

“КИНА БӨТТӨ, ЗРИТЕЛЬ КИТТЕ”
“КИНА БӨТТӨ, ЗРИТЕЛЬ КИТТЕ”

Күптәр элек клубтарҙа күрһәтелгән киноларҙы хәтерләйҙер әле. Хәтерләү генәме, ундағы хис-тойғолар, киноға барыу мажаралары ғына ни тора! Ошо ваҡыттарҙы күптәр күңелендә йылы хәтирәләр итеп һаҡлай. Кино күрһәтеләсәге тураһында белгән халыҡ, тиҙ арала өй эштәрен тамамлап, клубҡа ашыға. Балалар, үҫмерҙәр күптән инде тәҙрә төптәренә, ҡыйыҡҡа менеп ҡунаҡлаған. Халыҡ ҡыҙып китеп илаша-илаша сюжет геройҙарының тормошо менән ҡайнай башлағанда кино бөтә лә ҡуя. Операторҙың: «Кина» бөттө, зритель китте»—тигәнен бер кем дә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Бер зал булып, артабан нимә булыры тураһында һәр кем үҙ фекерен белдерә. Ҡайһы саҡ бәхәсләшеп та китәләр.

Ә инде мауыҡтырғыс фильм һәр кемдең күңелендә уйланырға урын ҡалдырырға тейеш. Тарихҡа байҡау яһаһаң шуны белергә була: егерменсе быуатта асыҡ һауала булдырылған кинотеатрҙар бик популяр булған. Һәр кешенең күңелендә кино сәнғәтенә һөйөү һәм ихтирамлы булыу ошо ваҡыттарҙан уҡ һалынған. Хәҙерге һанлы технологиялар заманында ниндәй генә фильмдар төшөрөлмәй. Һәр кемебеҙ уларҙы кинотеатрҙа, телевизор аша ғына түгел, ҡырын ятып смартфондарҙан, ноутбуктан ҡарарға өйрәнеп киткәнбеҙ. Әммә улар саф һауала яҡындарың менән серләшә-серләшә кино ҡарау романтикаһын алмаштыра алмай шул.
Сибай ҡалаһының Көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Таёкина Лариса Валерьевна инициативаһы менән Сармат ҡасабаһында йәшәүселәргә йәй буйы шәмбе һайын асыҡ һауала кино ҡарау мөмкинлеге булдырылғайны. Проектты башлап ебәреү өсөн юҡҡа ғына был ҡасаба һайланмаған, сөнки Сармат халҡы һәр сарала әүҙем ҡатнаша, берҙәм булыуы менән айырылып тора. Күрһәтеләсәк фильмдарҙы һайлауға ла “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре бик етди ҡараған. Бында балаларға, үҫмерҙәргә, ғөмүмән, өлкән кешеләргә бергәләп ҡарау өсөн ҡыҙыҡлы сюжеттар алынған. Бигерәк тә “Огонь”, “Пальма” исемле фильмдарҙы тамашасылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

—Бөгөн һәр кеше үҙ донъяһына, мәшәҡәттәренә күмелеп күрше тирәләре менән һирәк кенә аралаша. Күптәр янында йәшәгән кешеләрҙе белмәй ҙә тиерлек. Шуға күрә ҡасаба халҡын осраштырыу, таныштырыу маҡсатында ла, йәйге ялды файҙалы үткәреүҙе лә һыҙыҡ өҫтөнә алып ҡасабаларҙа кино күрһәтеү проектын Сармат ҡасабаһында башлап ебәрҙек. Ысынында, халыҡ проектты яратып ҡабул итеренә ышанманыҡ та. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуын күргәс, үҙебеҙ ҙә дәртләнеп киттек. Хәҙер инде башҡа ҡасабаларҙан да кино күрһәтеүебеҙҙе һорайҙар. Шуға күрә был проект дауам итәсәк әле! Сармат ҡасабаһына килгәндә, уның рәйесе Гөлнур Тәлғәт ҡыҙы Диярованы билдәләп үтергә кәрәк. Ул теләгебеҙҙе шунда уҡ хупланы, кино күрһәтеләсәк урынды үҙе һайланы, экран, колонка, проекторҙарҙы ла электр энергияһына тоташтырыу, Сарматта йәшәүселәргә хәбәр итеү эштәрен дә үҙ өҫтөнә алды. Уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шуға күрә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарһыҙ, проектыбыҙ тормошҡа ашырҙыҡ,—ти “Ғаилә” үҙәгенең социаль эштәр буйынса белгесе Илүзә Рафаэль ҡыҙы Таштимерова.
Йәшәйештә бар нәмә лә үҙ ыңғайы менән барырға тейеш типме, йылға ағымы буйлап аҡҡан балыҡтай, бер төрлө тормошҡа өйрәнеп киткәнбеҙ. Шуға ла инде күптән онотолған сараны—саф һауала кино ҡарауҙы халыҡ бик оҡшатты. Проект эшен башҡарыуҙан бигерәк, ҡасаба халҡы тормошон бер аҙ сағыу күренештәр, ҡыҙыҡлы саралар һөҙөмтәһендә йәнләнеүен, халыҡтың ниндәйҙер эш менән түгел, ә ял итергә йыйылыуын, бер-береһе менән осрашыуын күргән үҙәк хеҙмәткәрҙәре икеләтә ҡыуанғандыр, моғайын. Был проект киләсәктә лә әүҙем эшләр, йәй етеү менән Сибай ҡалаһы янындағы барлыҡ ҡасабаларҙа йәшәүселәр ҙә саф һауала кинәнеп кино ҡарарына шигебеҙ юҡ. Сибай ҡалаһы “Ғаилә“ үҙәге хеҙмәткәрҙәренә ошондай ҡыҙыҡлы саралар үткәреүҙәре өсөн “Афарин” тип әйтәһе генә ҡала.

Автор:Альфира Узянбаева