АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 15:30

Йылайырҙың йөҙөк ҡашы

Йылайыр районының Йылайыр ауылы үҙәге һуңғы осорҙа ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Бында төбәк өсөн тарихи ваҡиға бара—Спасо-Преображенский храмын реставрациялау этабы ахырына яҡынлаша. Әле храмдың куполын урынлаштырыу эштәре киң йәйелдерелгән. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, архитектура йәһәтенән эштәр ҡатмарлы булһа ла, реставрация ыңғай ғына бара.

Йылайырҙың йөҙөк ҡашы
Йылайырҙың йөҙөк ҡашы

--“Тарихи иҫтәлек” проектына ҙур рәхмәтлебеҙ! Ҡеүәтле проект сиктәрендә Йылайырҙың боронғо храмдарының береһен тергеҙә алдыҡ. Йылайырҙарҙың үтенесен ишетеп, “Уңайлы мөхит” федераль проектҡа ҡушылыу мөмкинлеге биргән республика етәкселегенә лә ҙур рәхмәт!—тип барыһына ла рәхмәттәрен белдерә Борис Николаевич.

Тиҙҙән яңыртылған, күркәм храм үҙ ишектәрен асып, һәр теләгән кешене ҡабул итергә әҙер буласаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева