Бөтә яңылыҡтар

ОЛАТАЙЫМ АККОРДЕОНЫ

Фронтовик олатайым, Мәүлитов Шәкир Хәкимйән улы, ауыр һуғыш йылдарын үтеп 1946 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Һуғыш аҙағында яуҙаш егеттәре менән олатайыма бер емерек өйҙә туҡталырға тура килә. Был өйҙә уларҙың ҡулына, аккордеон килеп эләгә. Һалдаттар ҡыҙыҡ күреп уның телдәренә баҫҡылап уйнап маташалар. Олатайым да уйнап ҡарай, моңло музыка ҡоралының тауышы күңеленә ята. Аккордеондың хужаһы булмағанлыҡтан: "Һуғыш бөткәс уйнарға өйрәнәсәкмен",- тип, уны бер сепрәккә урап танкыһына һалып ҡуя. Һуғыш тамамлағас тыуған яҡтарына ҡайтырға юл ала. Яҡындарына ул буш ҡул менән түгел, бер тоҡ он һәм трофей аккордеон алып ҡайта. Ауылына юл еңел булмай, станциянан-станцияға, ауылдарҙан-ауылдарға, аттан-атҡа ултырып тигәндәй, ҡайтып етә.

ОЛАТАЙЫМ АККОРДЕОНЫ
ОЛАТАЙЫМ АККОРДЕОНЫ

Еңеү байрамы етеп килә! Тимәк, һәр бер ғаилә үҙенең был ҡәһәрле һуғышта ҡатнашҡан, яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалған олатай, атайҙарын,туғандарын ҡәҙерләп,хәтерҙәренә төшөрәсәк.Мин дә, яратҡан олатайымды, бына инде бер-нисә көн иҫләп йөрөйем."Ауыр яу яландарын нисек кенә үтте икән, йәшәү ҡәҙерен белгән йәш егет, йөҙә белмәйенсә нисек кенә Днепр йылғаһын бер ярынан икенсеһенә йөҙөп сыға алды икән", -тип берсә һоҡланып, берсә ғорурланып алам...

Минең олатайым Мәүлитов Шәкир Хәкимйән улы Бөйөк Ватан һуғышын башынан алып аҙағына тиклем үтә.Ул минёр-сапёр була, аяғы яраланғандан һуң, йәйәү йөрөүе ауырыраҡ булғас, танкыға ултыртыуҙарын һорай. Госпиталдән һуң , танкист булып фронтҡа кире ҡайта. Бөйөк Еңеү көнөн Прага ҡалаһында ҡаршы ала! Һуғыштан ҡайтҡас,өләсәйем Фәүзиә Бикйән ҡыҙына өйләнә.10 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Олатайымдың 6 улы ла әрме сафында хеҙмәт итеп, Тыуған иле алдында бурыстарын үтәйҙәр! Мин олатайым,атайым һәм ағайҙарым менән бик ғорурланам!

Фронтовик олатайым, Мәүлитов Шәкир Хәкимйән улы, ауыр һуғыш йылдарын үтеп 1946 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Һуғыш аҙағында яуҙаш егеттәре менән олатайыма бер емерек өйҙә туҡталырға тура килә. Был өйҙә уларҙың ҡулына, аккордеон килеп эләгә. Һалдаттар ҡыҙыҡ күреп уның телдәренә баҫҡылап уйнап маташалар. Олатайым да уйнап ҡарай, моңло музыка ҡоралының тауышы күңеленә ята. Аккордеондың хужаһы булмағанлыҡтан: "Һуғыш бөткәс уйнарға өйрәнәсәкмен",- тип, уны бер сепрәккә урап танкыһына һалып ҡуя. Һуғыш тамамлағас тыуған яҡтарына ҡайтырға юл ала. Яҡындарына ул буш ҡул менән түгел, бер тоҡ он һәм трофей аккордеон алып ҡайта. Ауылына юл еңел булмай, станциянан-станцияға, ауылдарҙан-ауылдарға, аттан-атҡа ултырып тигәндәй, ҡайтып етә.
Һуғыш йылдарынан һуң халыҡҡа ныҡ ауырға тура килә,аслыҡ,ҡытлыҡ заманы. Ашау самалы, хатта бөтөнләйгә аҙыҡ булмаған тип әйтергә була. Ошо хәлде күреп,бер көндө олатайым, аккордеонын алып Мәғнит баҙарына сыға. Бында ул трофей аккордеонды бер тоҡ онға һәм бер хромка гармунына алыштыра.
Шулай итеп, был трофей аккордеон аслыҡ ваҡытында ишле ғаиләне, аслыҡтан ҡотҡара.

Әйтеп үтергә кәрәк, был хромкала, олотайым 4 ҡустыһына, ә һуңғараҡ үҙенең 6 улына уйнарға өйрәткән! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нисәмә ҡул үтеп, был гармун беҙҙең көндәргәсә килеп етмәгән.

Был ваҡиға нимә тураһында һөйләй? Олатайым тормошто һөйгән, аҡыл менән эш иткән,ныҡлы рухлы кеше булған.Киләсәгенә, Еңеүгә, һуғыштан тере ҡайтасағына һис шикһеҙ ышанған,ауырлыҡтарға бирешмәгән!

Ә баян һәм гармунға һөйөү миндә олатайымдан килә икән...!

 

АЙГӨЛ МӘҮЛИТОВА.

Автор:
Читайте нас: