Сибай ҡалаһының ике зыяратында ла – яңыһында ла, иҫкеһендә лә кеше күп булды. Һәр кем был көндө мәрхүмдәренең мәңгелек йортон сүп-сарҙан, ҡый үләндәренән таҙартты, ҡыйшайған урындарын төҙәтте, ағартты, матурланы.
Рәсәй эске эштәр министрлығының ҡала полицияһы бүлеге ветерандары ла был изге эштән ситтә ҡалманы. Улар иң беренсе сиратта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберлектәрен рәтләгән.
--Сибай гимназия-интернатында беҙҙе Магдан Файзуллович Музипов тарих, НВП дәрестәренән уҡытты. Яу яланын үткән уҡытыусыбыҙ беҙгә бик күп фәһемле тарихтар, үткән һуғыш юлы тураһында һөйләй торғайны. Ул:”Һәр ир-егеттең үҙ һуғышы була”,-- тигән һүҙҙәренә өлкәнәйгәс кенә төшөндөм. Ысынлап та, һәр быуындың үҙ һуғышы: Афған, Чечня, Сүриә, әле лә донъялар имен түгел, махсус операция бара,--ти эске эштәр министлығы ветераны Фәнүр Ишморатов.—Былтыр ҙа уның ятҡан урынында булып, ташынан ысҡынып торған фотоһүрәтен нығытҡайным. Йәш тирәктәр үҫеп килә, шуларҙы бысҡы алып барып ҡырҡып ташларға ине.
Ветерандар ойошмаһы ағзалары башҡа яугирҙәрҙең, элекке хеҙмәттәштәренең дә ҡәберлектәрен төҙөкләндергән.