Бөтә яңылыҡтар

Онотмай уны ла Тыуған ил

18 йәшлек кенә һалдат яу ҡырынан бик күп хаттар яҙа.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе һаҡланмаған.Һуғышта ул үҙен батыр, көслө яугир итеп күрһәткән, 947-се уҡсылар дивизияһында Курск дуғаһы бәрелеше һәм Ленинград ҡалаһы янында барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Тыуған еребеҙҙе батырҙарса һаҡлаған. Кесе сержант булып, отделение командирына тиклем үрләгән.1943 йылда ул ҡаты яраланып Тула ҡалаһындағы госпиталдә дауалана, әммә яраһы бик ауыр булыу сәбәпле, шул йылдың май айында вафат була.

Баймаҡ районының Дәүләт (Һеңрән) ауылы бик матур ерҙә урынлашҡан. Ул бейек, мөһабәт тауҙары, таҙа,шифалы йылғалары, матур тәбиғәте менән билдәле. Тағы ла был ауыл батыр, эшлекле, көслө рухлы кешеләре менән дан ҡаҙанған.

Шуларҙың береһе минең олатайым Ғәбитов Ғәбделхәмит Исмәғил улы тураһында яҙырға теләйем. Ул Ғәбитов Исмәғил Сафа улы һәм Ғәбитова Маһинур Сиражетдин ҡыҙының ғаиләһендә икенсе бала булып 1923 йылда донъяға килгән.

Бәләкәйҙән үк отҡор, матур, аҡыллы, тәртипле,эшлекле булып үҫә.

Дүртенсе класҡа тиклем Дәүләт ауылының башланғыс мәктәбендә уҡый, артабан Иҫке Сибай мәктәбендә 7-се класҡа тиклем белем ала. Самара ҡалаһында тракторсылар курсын тамамлай һәм механизатор булып колхозда эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ул МТС директоры Ҡотлоғужиндың шоферы булып эшләй. Минең атайым Морат Исмәғил улы һәм уның һеңлеһе Фирҙәүес апайым иҫләүе буйынса, Хамит олатайым (ҡыҫҡаса уны шулай тип йөрөткәндәр) оҫта ҡуллы, егәрле кеше булған. Кейем-һалым, аяҡ кейеме теккән, ағас эштәрен дә оҫта башҡарған,һунарға ла йөрөгән, ҡурай ҙа яһаған. Ауылда үткәрелгән спектаклдәрҙә ролдәр башҡарған, матур йырлаған.

Һуғыш башланыу менән ул фронтҡа киткән. 18 йәшлек кенә һалдат яу ҡырынан бик күп хаттар яҙа.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе һаҡланмаған.Һуғышта ул үҙен батыр, көслө яугир итеп күрһәткән, 947-се уҡсылар дивизияһында Курск дуғаһы бәрелеше һәм Ленинград ҡалаһы янында барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Тыуған еребеҙҙе батырҙарса һаҡлаған. Кесе сержант булып, отделение командирына тиклем үрләгән.

1943 йылда ул ҡаты яраланып Тула ҡалаһындағы госпиталдә дауалана, әммә яраһы бик ауыр булыу сәбәпле, шул йылдың май айында вафат була.

Ғаилә архивымда госпиталдән килгән хат һаҡлана. Уның теләге буйынса, табип Власенко Т.А. атай-әсәһенә хат яҙып ебәргән.

Хатта Ғәбделхәмит олатайымдың батырҙарса һәләк булыуы, Тула ҡалаһында ерләнеүе һәм ҡәберенең урыны яҙып ебәрелгән. Ғәбделхәмит Исмәғил улына ул ваҡытта 20 генә йәш булған. Ил тыныслығы өсөн үҙенең йәш ғүмерен фиҙа ҡылған олатайыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!

Дәүләт ауылында ҡуйылған обелискта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлегендә уның да исеме яҙылған, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тураһында беҙ башҡаса мәғлүмәт белмәйбеҙ. Бәлки, уның наградалары ла булғандыр,сөнки ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса ул билдәһеҙ юғалған исемлегендә яҙылған. Эҙләнеүҙе дауам итәбеҙ.

Уны күрмәһәк тә,һәр ваҡыт уны иҫләйбеҙ, уға арнап аяттар уҡытабыҙ. Батыр олатайыбыҙҙың рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.

Әлфиә Төхвәтуллина.

Читайте нас: