Бөтә яңылыҡтар

Рядовой һалдат

1943 йылдың 31 декабрендә яҙған хатында Әхмәтйән былай тип яҙа: «Ҡәҙерлем, Раҡыям, һиңә һәм күрмәгән улыма күп сәләм (улы Рәфҡәт 1941 йыл 20 ноябрҙә атаһы һуғышҡа киткәс дүрт айҙан һуң донъяға килә). Минең хәлгә килгәндә, хәҙергә һау ғына Аллаға шөкөр, Алла белә». Ҡыҙғанысҡа күрә, ғаилә архивында уның ошо бер генә хаты һаҡланған.

Бер фронтовикты батырлыҡтары өсөн орден-миҙал менән бүләкләнгәс, һин етәксе була торған кеше тип командирҙар курсына ебәрмәксе булалар. Ә ул: «Мин һуғышҡа рядовой булып керҙем, рядовой булып тамамлайым»--тип яуап биргән.

Мин дә бер ябай рядовой һалдат тураһында бәйән итергә булдым, сөнки һәр бер командирҙың бойороғон ана шул ябай рядовой һалдат үтәгән.

Әхмәтйән Мәхийән улы Мәхийән һәм Нурия Танғатаровтарҙың ярлы-крәҫтиән ғаиләһендә 1910 йылда Баймаҡ районының Иҫән ауылында тыуған. 1917 йылда әсәйһеҙ ҡалһа, 1926 йылда атаһын мәңгелеккә юғалтҡан. Әхмәтйән төрлө эштә эшләгән, колхоз ойошторолғас, ул колхозға ингән. 1930 йылда колхоз уны Өфөгә өс айлыҡ курсҡа ебәреп уҡытып алған. Унан һуң Баймаҡ автомастерскойында эшләгән. Тәжрибә туплауға әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Хеҙмәттә сынығып үҫкән егет Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл армия сафында өс йыл тоғро намыҫ менән хеҙмәт итеп ҡайта.

1935 йыл уны Икенсе Этҡолға эшкә ебәрәләр. Унда төрлө эштә эшләгәндән һуң, уны инвалидтар йортона директор итеп ҡуялар. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша: комсорг, комсомол комитеты секретары вазифаларын башҡара, район комитетынан ВЛКСМ-дың БАССР конференцияһында пленумға ағза итеп һайлана.

Ошо йылдарҙа Әхмәтйән Мәхийән улы Раҡыя Зәйнулла ҡыҙына өйләнә. Ҡатыны 1906 йылда Ҡуяндар (Сәйетбаттал) ауылында хәлле йәшәгән, уҡымышлы Зәйнулла Хисмәтуллиндың ҡыҙы була. Йәштәрҙең тормошона йәм өҫтәп ике ҡыҙҙары-- Мәрзиә, Люциә тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ҡыҙҙары ла ҡыҙылсанан мәрхүм була.

Ә. М. Таңғатаров 1936 йылдан алып авиация һәм химик төҙөлөш, оборонаға булышлыҡ итеү йәмәғәте ағзаһы. Йәмғиәт ағзаһы билеты бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Ул хәрби хеҙмәткә әҙерлек билдәһе.

1941 йылдың 24 июлендә ӘхмәтйәнТаңғатаровты һуғышҡа алалар. Ул ауырлы ҡатынын ҡалдырып, ауылдаштары менән бергә илде фашист илбаҫарҙарынан һаҡларға китә. Волхов, Ленинград, Прибалтика фронттары составында дошманға ҡаршы һуғыша. 1941, 1943, 1944 йылдарҙа икешәр тапҡыр, һәм 1944 йылда Витебск өлкәһендә, Крослава һәм Двинск ҡалаларын азат итеүгә барған ҡаты бәрелештә ҡаты яралар ала. Бәрелештәрҙең береһендә яралы килеш көслө артилерия уты аҫтында бер үҙе 26 һалдатты һәм офицерҙы ҡоралдары менән һуғыш яланынан сығара. 1944 йылдың 11 июлендә үҙе яраланһа ла, һуғыш яланын ҡалдырмай, һуңғы һулышына тиклем стройҙа була. Батырлығы өсөн III дәрәжәле «Дан» ордены менән бүләкләүгә тәҡдим итәләр.

1943 йылдың 31 декабрендә яҙған хатында Әхмәтйән былай тип яҙа: «Ҡәҙерлем, Раҡыям, һиңә һәм күрмәгән улыма күп сәләм (улы Рәфҡәт 1941 йыл 20 ноябрҙә атаһы һуғышҡа киткәс дүрт айҙан һуң донъяға килә). Минең хәлгә килгәндә, хәҙергә һау ғына Аллаға шөкөр, Алла белә». Ҡыҙғанысҡа күрә, ғаилә архивында уның ошо бер генә хаты һаҡланған.

1944 йылдың 7 ноябрендә яҙған хатында үҙенең һау-сәләмәт булыуының һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ҡызыл Йондоҙ» орденының алыуын белгертә. 1944 йылдың 11 ноябрендә Әхмәтйән Мәхийән улының Латвия өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк булыуы тураһында ғаиләһенә “ҡара ҡағыҙ” килә.

Әхмәтйән менән Раҡыяның улы Рәфҡәт атаһын күрмәй, белмәй үҫте. Ҡәһәрле һуғыш миллионлаған сабыйҙы етем, атайлы, арҡалы булыуҙан мәхрүм итте.

Раҡыя Зәйнулла ҡыҙы иренең үлеме тураһында “ҡара ҡағыҙ” алһа ла уның ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй көттө. А. Тажетдинов «Ел-дауылдар» тигән китабында Раҡыя еңгәй тураһында ошолайтып яҙҙы: «Таң һарыһы менән тороп улар колхоз фермаларына, унан баҫыуға йүгерә, ә өйҙәрендә әсәләренең ҡайтырын көтөп ас балалар тилмерешеп көтә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһәләр ҙә балаларын ас итмәнеләр, һәр саҡ үҙҙәрен ғорур тоттолар. Улар--Таңғатарова Раҡыя, Килдебаева Рәхилә һ. б.».

--Игенен дә сәстек, урҙыҡ, бесәнен дә саптыҡ, кәбән дә һалдыҡ, малын да ҡараныҡ. Өйҙәге балаларҙы ла баҡтыҡ. Нисек арымағанбыҙ ҙа, нисек ауырымағанбыҙ икән, тип ҡай саҡ аптырап ҡуям,-- ти торғайны Раҡыя Зәйнулла ҡыҙы ауыр һуғыш йылдарын иҫләп.

2005 йылда Бөйөк Еңеүҙең 60 йылын үткәргәндә Р.З.Таңғатарованы тылда күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙал менән бүләкләнеләр.

2006 йылда Икенсе Этҡол ауыл хакимиәте биләмәһендә йәшәүселәрҙең иң олоһо 100 йәшлек Р.З.Таңғатарова була. Раҡыя еңгәй 2004 йылда яңғыҙ улын Рәфҡәтте ерләне, ә 2007 йылда үҙе мәрхүм булды.

P.S. Мәҡәлә авторы Әхмәтйән Таңғатаровтың бер туған ағайы Мөхәмәтйән Мәхийән улының ҡыҙы Клара Таңғатарова булам. Туғандарым Әхмәтйән һәм Раҡыя Таңғатаровтар тураһында бай йөкмәткеле мәғлүмәттәр биргән өсөн Нурғәле Хәлилов менән Икенсе Этҡол мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән, мәктәп музейы етәксеһе Мораҙым Хәлиловҡа ҙур рәхмәтлемен.

Клара Таңғатарова, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.

Читайте нас: