Бөтә яңылыҡтар

Йыһаншиндарҙың өс ҡаһарманы

Ҡалды Шаҙағай, ҡалды ШаҙағайӨкө тауҙары менән.Дарыулы йылғаһында теҙелеп үҫкәнБөҙрә талдары менән,--тип йырлағандар Бөйөк Ватан һуғышына киткән саҡта ир-егеттәр. Шаҙағайҙан ут-ғәрәсәт эсенә 25 кеше юллана, шуларҙың 14-те яу ҡырында һәләк була. Сәләх Йыһаншин өс улын фронтҡа оҙата. Бәхеткә күрә, өсөһө лә тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Ҡалды Шаҙағай, ҡалды Шаҙағай

Өкө тауҙары менән.

Дарыулы йылғаһында теҙелеп үҫкән

Бөҙрә талдары менән,--тип йырлағандар Бөйөк Ватан һуғышына киткән саҡта ир-егеттәр. Шаҙағайҙан ут-ғәрәсәт эсенә 25 кеше юллана, шуларҙың 14-те яу ҡырында һәләк була. Сәләх Йыһаншин өс улын фронтҡа оҙата. Бәхеткә күрә, өсөһө лә тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Шуларҙың береһе минең атайым Низам Сәләх улы Йыһаншин. Ул 1920 йылдың 14 майында Әбйәлил районың Шаҙағай ауылында Йыһаншиндарҙың ишле ғәиләһендә бишенсе бала булып тыуған. Ғәлләм ағаһы, Гәүһәр, Сәрүәр, Зөләйха апайҙары һәм ҡустыһы Фазыл әсәйҙәре Өмөкамалдан бик иртә етем ҡала. Бәләкәстәре Фазылға ни бары ике генә йәш була. Сабыйҙы туғандары күмәкләп бағып үҫтерә. Аслыҡ-яланғасты үҙ иңдәрендә татыйҙар. Ғәлләм ағайҙары Баймаҡ районының Түбә руднигында эшләгән. Ҡустылары Низам менән Фазыл уның янына Түбәгә Шаҙағайҙан Ирәндек тауы аша йәйәү барып тамаҡ туйҙырып йөрөгән. Хәспиямал еңгәйҙәре балаларҙы ҡаршы алып ашатып, мунса төшөрөп, йоҡлатып ҡайтарған. Үҫә төшкәс Низам да Тубә руднигына эшкә урынлаша. Ағаһына төрлө яҡтан ярҙам иткән: бесән сабышҡан, утын әҙерләшкән, төндәрен аттарын көтөшкән.

Низам Йыһаншин 1940 йылдың 2 октябрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариатынан армия сафына алынған. Йәш яугир курсын Горький өлкәһенең Дзержинск хәрби лагерында үткән. Ул автоматсы һөнәрен үҙләштергәс, Бөйөк Ватан һуғышында НКВД ғәскәренең 183-сө полкының 19-сы дивизияһы составында дошмандарҙы тар-мар иткән. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдары менән наградланған. Берлин (Потсдам) конференцияһында СССР, Америка Ҡушма Штаттарының һәм Бөйөк Британия дәүләт башлыҡтарын һаҡлауҙа ҡатнашҡаны өсөн Юғары Баш командующий, Советтар Союзы Маршалы И.В.Сталиндың шәхсән рәхмәте һәм грамотаһына лайыҡ булған. Фронтовик тыуған яғына 1946 йылдың декабрь айында ғына ҡайтып төшкән.

1947 йылда яугир һуғыштан көтөп алған яратҡан ҡыҙы Ғәлимәғә өйләнә. Матур итеп ғәилә ҡороп, 6 балаға ғүмер бирәләр.

Атайыбыҙ “Сибай-Алтын” артелендә бригадир, 1950 йылдан 1975 йылға тиклем Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында быраулау станогында машинист булып эшләне. 1970 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн В.И.Лениндең 100 йыллығына арналған юбилей миҙал менән бүләкләнде

Ҡыҙғанысҡа күрә, атайым алтмыш йәшен дә тултыра алмай 1979 йылдың 11 ноябрында мәрхүм булды.

Атайымдың бер туған ағаһы Ғәлләм Сәләх улы Йыһаншин 1905 йылдың 9 майында тыуған. Ғаиләләге баш балаға баштан үҙенән бәләкәстәрҙе хәстәрләү бурысы ҡуйылған. Магнитогорск металлургия комбинатын төҙөүҙә ҡатнашҡан. 1931 йылдан Баймаҡ районының Түбә руднигында старатель булып эшләүен башта яҙып үткәйнем. Ул 1942 йылдың ғинуар айында армия сафына алынған. Бөйөк Ватан һуғышында 164-се уҡсы полктың 33-сө уҡсы дивизияһында Торопецко-Холм операцияһында ҡатнашҡан. Псков өлкәһен, Латвияны фашистарҙан азат иткән. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә башы яраланған. Силәбе ҡалаһының хәрби госпиталендә башына ҡатмарлы операция яһайҙар. Оҙаҡ ваҡыт дауаланған, әммә башҡаса фронтҡа кире әйләнеп бара алмаған. Тыуған яғына инвалид булып ҡайтҡан. 1945 йылда ҡатыны Хәспиямал менән Сибайға күсеп киләләр. Алтын ҡасабаһында өй һалалар. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Ғәлләм Йыһаншин 1997 йылда вафат булды.

Атайымдың бер туған ҡустыһы Фазыл Сәләх улы Йыһаншин 1925 йылдың 4 мартында тыуған. Һуғышҡа тиклем Шаҙағайҙа төрлө эштәрҙә эшләгән. 1942 йылдың 21 декабрендә 17 йәшендә Әбйәлил районы хәрби комиссариатынан армия сафына алынған.

Бугуруслан ҡалаһында хәрби һөнәр үҙләштереп, Тоцк артиллерия полигонында минометтан атыу күнекмәләрен үтә. 1943 йылдың август айынан 11-се уҡсы дивизияһының 364-се артиллерия полкында данлы яу юлы үткән. Отделения командиры сержант Фазыл Йыһаншин Украина, Польша ҡалаларын немецтарҙы үҙ өңөнә ҡыуған. Ҡаһарманлығы “Батырлыҡ өсөн, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән баһаланған.

Атайымдыҡы кеүек, Фазыл ағайым да Юғары Баш командующий, Советтар Союзы Маршалы И.В.Сталиндың 23 тапҡыр шәхсән рәхмәтен һәм грамотаһын алған.

Күрһәткән батырлыҡтары араһынан ике эпизодта ошондай юлдар бар:

“1945 йылдың 12 ғинуарында Стопница районында көслө нығытылған дошман оборонаһын ысҡындырыу өсөн үҙенең минометы менән унарлаған дошман һалдаттарын ҡыра, бер ҡул станоғын юҡ итә, бер рота автоматсыларҙы төрлө яҡҡа тарата”.

“1945 йылдың 17 ғинуарында М.Щекоцины районында һөжүм иткән дошмандың ике атакаһын туҡтатыу өсөн миномет уты менән бер бронетранспортерҙы юҡ итә, боеприпаслы өс автомашинаны яндыра һәм дошмандың ете һалдатын һәм офицерын юҡ итә”.

Фазыл Йыһаншин тыуған яғына 1950 йылдың май айында әйләнеп ҡайтҡан. Оҙаҡ тормай Мәрхәбә тигән ҡыҙға өйләнгән. Уларҙың бер-бер артлы ете балаһы тыуған. Ағайым Магнитогорск--Сибай тимер юлы төҙөүҙә ҡатнашҡан, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы Әлмөхәмәт станцияһының элеваторында балта оҫтаһы булып эшләне. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1993 йылда вафат булды.

Айрат Йыһаншин.

Читайте нас: