Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йыл ваҡыт уҙһа ла, уның шаңдауы беҙҙең хәтерҙән юйылмай. Илебеҙҙә был дәһшәтле һуғыштың еле ҡағылмаған ғаилә юҡ. Барыбыҙҙың да йә атаһы, йә олатаһы Еңеү өсөн көс һынашҡан. Берәүҙәре яу яландарында башын һалған, икенселәре фажиғәнең билдәһеҙлек томанына инеп юғалған, тик тере ҡалырға насип булғандары ғына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡан. Минең дә атайым, Ғөбәйҙуллин Әбделхәй Сөнғәт улы (21.06.1921 – 21.02.1990), һуңғылары иҫәбенән.
Ул 1940 йылдың 1 октябрендә Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан
хәрби хеҙмәткә алына һәм 1946 йылдың 15 майында демобилизацияланып ҡайта. Атайым 1940 йылдың октябренән 1942 йылдың ғинуар айына тиклем 327-се уҡсылар полкы составында күҙәтеүсе вазифаһын башҡара. 1942 йылдың ғинуарынан 1946 йылдың май айына тиклем 83-сө уҡсылар полкы составында бүлек командиры була. 1941 йылдың 13 ғинуарында 327-се уҡсылар полкында хәрби ант бирә. 83-сө уҡсылар полкы составында 1945 йылдың авгусынан 3 сентябренә тиклем Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡатнаша. Ғөбәйҙуллин Әбделхәй Сөнғәт улы күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (20.02.1986 й.).
Әсәйем Ғөбәйҙуллина Фатима Йомағужа ҡыҙы (15.11.1932 – 10.01.2015) – тыл эшсәне.
Уның да тылда эшләгән өсөн, шулай уҡ һуғыштан һуң тыныс тормошта, илде төҙөкләндереүҙә өлөш индергән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн алған бүләк-миҙалдары бик күп.
Атайыбыҙ күмәк балалы ғаиләлә үҫкән. Ағайҙары Ғөбәйҙуллин Ғәйзулла Сөнғәт улы (1900-1989 й.), Ғөбәйҙуллин Зәйнулла Сөнғәт улы (1904-1988 й.) шахтер булғас, икеһен дә һуғышҡа алмайҙар. Ә бына өлкән ағайы Ғөбәйҙуллин Сибәғәтулла Сөнғәт улы (1889-1942й.) хаҡында ОБД Мемориал сайтында: “Стрелок, умер от ран в медсанбате”—тигән яҙыу бар. Ул Сталинград өлкәһенең Дубовский районында ерләнгән. Тағы бер ағайы Ғөбәйҙуллн Мазһар Сөнғәт улы (1909-1942 й.) ла уҡсы булған, ул да һуғышта һәләк булған. Үҙенән ике йәшкә генә өлкән ағайы--Ғөбйәҙуллин Абдулла Сөнғәт улы (1919-1942 й.) шулай уҡ уҡсылар дивизияһында дошмандарҙы тар-мар иткәндә хәбәрһеҙ юғалған.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан һуғышты үткән, тылда хеҙмәт иткән барлыҡ туғандарыбыҙҙы ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ. Беҙ – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре – рәхмәт йөҙөнән һәр ваҡыт уларҙы иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, бөгөнгө матур тормошта йәшәүебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Тағы шуға һөйөндөк: ҡалабыҙ урамдарына эленгән яугирҙәр фотоһүрәттәре араһында беҙҙең атайыбыҙ Ғөбәйҙуллин Әбделхәй Сөнғәт улының фотоһын күреп ҡыуандыҡ. Ул Ленин урамы башында юлаусыларҙы ҡаршы алып тора.
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙҙәрен аямай беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ!
Хазина Сирусина.