Бөтә яңылыҡтар

Тол ҡатындар иламай

Бүләкәнов Миҙәхәт 1968 йылдың 9 майы-- Бөйөк Еңеү көнөндә ял итергә тейеш була. Ләкин бер янғын һүндереүсе ауырып китеү сәбәбле, ул эшкә сыға. Шул көндө Сибай ҡалаһының М.Горький урамының 90-сы йорто подвалында янғын сыға. Йортта йәшәүселәр подвалда билдәһеҙ кешеләр йыйылып, шикле эш менән булышыуҙарын хәбәр итә. Бер ҡатын малайы подвалда ҡалыуын, уны ҡотҡарыуҙы талап итә башлағас, Миҙәхәт Бүләкәнов үҙенең хеҙмәттәше менән фильтр противогазы кейеп ( ул ваҡытта кислород аппараты булмай) ут ялмап алған подвалға төшә. Әммә янғын һүндереүселәр унда бер кемде лә тапмай. Кире сыҡҡан ваҡытта Миҙәхәт Бүләкәнов аҙаша һәм иҫен юғалта. Янғын һүндереүселәр уны табып сығарып, ашығыс медицина ярҙамы саҡыртып, дауаханаға оҙата. Үкенескә күрә, ул юлда мәрхүм була.

Сибай ҡалаһынан Миҙәхәт менән Сәхипъямал Бүләкәновтар ғаиләһен 1960 йылдарҙа Алтын ҡасабаһында йәшәгән ваҡыттан алып беләм. Ул осорҙа һәр ғәиләлә биш-алты бала үҫте. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илдә демографик хәлде күтәреүгә һәр ғаилә тос өлөш индерергә тырышты. Бүләкәновтарҙың татыу ғаиләһендә лә 7 бала буй еткерҙе.

2019 йылдың ноябрь айында Сибай ҡалаһының ветерандар командаһы составында Шишмә районында республика буйынса үткәрелгән ГТО ярышында ҡатнаштым. Дүрт спортсмендан торған команда араһында Гөлнара Миҙәхәт ҡыҙы ла бар ине. Ул Бүләкәновтарҙың иң бәләкәй ҡыҙҙары булып сыҡты. Һөйләшә торғас уны, туғандарын белеүем асыҡланды. Ярыштан ҡайтҡас, Байыҡтырыусылар ҡасабаһының Дзержинск урамында йәшәгән элекке таныштарыма ҡунаҡҡа барҙым. Гөлнара Миҙәхәт ҡыҙы әсәһе Сәхипъямал апай менән бергә йәшәй. 90 йәшкә етеп килһәлә, Сәхипъямал Бүләкәнованың хәтере яҡшы.

Сәхипъямал Сабирйән ҡыҙы 1930 йылының 1 авгусында Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында тыуған. Ғаиләлә 7 ҡыҙ һәм 2 малай үҫкәндәр. Ағалары Йыһангиров Сәлимйән Сабирйән улына һәм Ҡотлобулатов Сәлихйән Сабирйән улына Бөйөк Ватан һуғышынан кире әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Сәлихйән ағаһы ҡурайҙа оҫта уйнаған. Сәхипъямал апай ағаларын иҫкә алып, улар хаҡында тулҡынланып һөйләне. Уларҙың үҙҙәренә лә тылда еңелдән булмаған. 11 йәшлек Сәхипъямал тиҫтерҙәре менән колхозда төрлө эштә эшләгән, фронт өсөн бирсәткә, ойоҡ бәйләгән. Бөйөк Еңеүҙе оло ҡыуаныстар менән ҡаршылағандар.

Атаһы Сабирйән ауылдан Сибайға килеп “Башзолото” артеленә эшкә төшә. Шунда бергә эшләп йөрөгән Миҙәхәтте оҡшатып ҡыҙы Сәхипъямал менән таныштыра. Шулай итеп йәштәр аралашып, бер-береһен оҡшатып, 1948 йылда үҙаллы ғаилә ҡора.

Бүләкәнов Миҙәхәт Ғиниәт улы 1927 йылдың 20 майында Баймаҡ районының Моҫтай ауылында тыуған. 1946 йыл ғаиләләре Алтын ҡасабаһына күсеп килә. Хеҙмәт юлын “Башзолото” артеленең Сибай участкаһында забойщик булып башлай. Артабан Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында УКС-22С быраулыу станогында машинист булып 1959 йылға тиклем эшләй. Әммә ауыр хеҙмәт шарттары уның һаулығын ҡаҡшата. Шулай итеп оҙаҡ ҡына дауаланғас, Миҙәхәт “Башзолото” артеленең ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәре булып китә. 1968 йыл аҙағында Сибай 45-се янғын һағы часына янғын һүндереүсе итеп күсерелә.

Бүләкәнов Миҙәхәт 1968 йылдың 9 майы-- Бөйөк Еңеү көнөндә ял итергә тейеш була. Ләкин бер янғын һүндереүсе ауырып китеү сәбәбле, ул эшкә сыға. Шул көндө Сибай ҡалаһының М.Горький урамының 90-сы йорто подвалында янғын сыға. Йортта йәшәүселәр подвалда билдәһеҙ кешеләр йыйылып, шикле эш менән булышыуҙарын хәбәр итә. Бер ҡатын малайы подвалда ҡалыуын, уны ҡотҡарыуҙы талап итә башлағас, Миҙәхәт Бүләкәнов үҙенең хеҙмәттәше менән фильтр противогазы кейеп ( ул ваҡытта кислород аппараты булмай) ут ялмап алған подвалға төшә. Әммә янғын һүндереүселәр унда бер кемде лә тапмай. Кире сыҡҡан ваҡытта Миҙәхәт Бүләкәнов аҙаша һәм иҫен юғалта. Янғын һүндереүселәр уны табып сығарып, ашығыс медицина ярҙамы саҡыртып, дауаханаға оҙата. Үкенескә күрә, ул юлда мәрхүм була.

Ҡыйыу, тәртипле, тыңлаусан, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороусы янғын һағы хеҙмәткәренең ғүмере шулай фажиғәле өҙөлә.

2003 йылдың 29 апрелендә Өфөлә хеҙмәт бурыстарын үтәгән ваҡытта һәләк булған 47 янғын һүндереүсегә бағышланған һәйкәл асылды. Уларҙың исемдәре мәрмәр плитәгә яҙылған һәм шулар араһында Миҙәхәт Бүләкәнов та бар.

Йәшләй тол ҡалған Сәхипъямал Бүләканова бөтә ҡайғыһын 7 балаһына баҫа, уларҙы уҡыта, һөнәр алырға ярҙам итә. Иң өлкән улы Салауат Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатың автотранспорт цехында БелАЗ машинаһында водитель булып эшләп хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан. Алтын ҡасабаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Сәлимә оҙаҡ ваҡыт тегеү фабрикаһында эшләне. Мөслимә комбинатта кранда машинист, Йәноҙаҡ шул уҡ комбинатта иретеп йәбештереүсе, Самат тәҙөлөш идаралығында балта оҫтаһы булып эшләй. Мәстүрә ғаиләһе менән Калининград ҡалаһында йәшәй. Үҙе менән бергә йәшәгән кесе ҡыҙы Гөлнара физкультура уҡытыусыһы. Оҙаҡ йылдар Сибай күп профилле профессиональ колледжында студенттарға һабаҡ бирһә, хәҙерге ваҡытта 12-се мәктәптә физкультура дәрестәрен алып бара.

--Аллаға шөкөр балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне,--ти Сәхипъямал Сабирйән ҡыҙы ҡыуанып.

Ул 22 йыл Сибай интернат-гимназияһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән. Тыл ветераны булараҡ, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан тантаналы шарттарҙа юбилей миҙалы алып ҡыуанған.

Заманында Алтын ҡасабаһында торғас, минең атайым Низамды һәм әсәйем Ғәлимәне лә белә. Ҡатышып, ярҙам итешеп, татыу йәшәнек, ти.

Күпте күргән, күпте кисергән тыл ветеранының тормош шарттары яҡшы. Йорттары ялтлап тора, өҫтәлдәре тулы ризыҡ. Сәхипъямал Сабирйән ҡыҙының күңеле көр, донъя рәхәтлектәрен, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй.

--Донъялар ғына тыныс торһон. Ҡалғаны бөтәһе лә бар,--тине ул мине оҙатҡанда. –Амин, шулай булһын! Бөйөк Еңеү байрамы мөбәрәк булһын! Еңеү яҙҙары йыл һайын килеп торһон, күгебеҙ аяҙ булһын!

Айрат Йыһаншин.

Читайте нас: