Бөтә яңылыҡтар

Молотовта урман ҡырҡҡан

Таң менән бригадир инеп уятып торғанында баракка бер хәрби кеше килеп инеп: “Һуғыш бөттө!”--тип ҡулдарын күтәреп илап ебәрҙе. Эшкә саҡыра килгән бригадир ҙа иланы, уға бөтә барак ҡушылды. Күҙ йәштәре аша сәпәкәй ҙә иттек.Шулай итеп урман ҡырҡыусы ҡыҙҙар ауылдарына ҡайтырға әҙерләнә. Юлға 60 һум аҡса, ҡоро паек бирәләр. Өйөнән сығып китеүенә теүәл ете ай үткәндән һуң ғәзиз йорто тупһаһында ҡабат аяҡ баҫа Бибинур. Өй эсендәге яңғыҙ әсәһе бурҙар килгән тип, ишеген асмай ыҙалата. Ниһайәт, ҡыҙының:“Әсәй, мин ҡайттым, ишекте ас!”—тип ялбарыуын ишетеп, үҙ ҡолағына үҙе ышанмайыраҡ торған әсәһе ишек асып, ҡәҙерлеһен ҡосаҡлап илап ебәрә.

Илебеҙ Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда ҡәһәрле һуғыш осоро балаһы, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып йәшәүсе Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы Ҡолбахтина тураһында яҙыр һүҙем.

Баймаҡ районының Төркмән ауылы ағинәйе ғәзиз әсәй, һөйөклө өләсәй, тыл һәм хеҙмәт ветераны булараҡ иғтибарға лайыҡ шәхес.

Һуғыш башланған ваҡытта әсәйем Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы Ҡолбахтина Бәләкәй Төркмән ауылында әсәһе менән һыйыр көтөүсе булып эшләп йөрөгән була. Ул ваҡытта уға ни бары ете генә йәш була. Үгеҙ егеп ҡыш көнө бесән ташыйҙар, фермала бергә эшләгән һауынсы Шәрфиямал Абҙаҡ ауылына килен булып төшкәс, әсәйем уның урынына һауынсы булып ҡала. Күрше Әхмәр ауылына ҙур-ҙур флягаларҙы үгеҙ арбаһына тейәп, һөттө сепараторҙан үткәрер өсөн алып баралар. Йылға аша сыҡҡан саҡта бер ярҙан икенсе ярға флягаларҙы үҙҙәре күтәреп сығаралар, сөнки үгеҙҙәрҙең уларға көсө етмәй. Үткәрелгән һөттө тейәп кире ауылға алып ҡайталар. Күк һөттә ойотоп яланда эшләүселәргә эсерәләр. Уның араһында һаҙҙан сайыр әҙерләргә кәрәк. Флягаларҙы йыуыу ҙа ҙур эш була.

Бер көндө, йәшлек шауҡымылыр инде, күрше Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Ниғәмәт апаларына (диалект, әсәһенең ағайы), иптәш ҡыҙы Шәмсиямал Нурый апаларына барырға була. Ҡунаҡта бер көн булып өлгөрәләр, Ниғәмәт апаһының ҡатыны Ҡобора инәй:

--Бибинур, тор әле! Һиңә бер малай ат менән килгән,--тип уята. Әсәйем аптырап тышҡа сыҡһа, теге малай:

--Әйҙә, һине алып ҡайтырға ебәрҙеләр. Урманға эшкә алып китәләр, --тигәс, тиҙ генә өйгә инеп инәһенең иртәнге сәйен аяҡ өҫтө баҫып тороп эсеп, хушлашып сығып китә. Юлда әсәйемдең барлыҡ уйы тик ауылда яңғыҙ ҡалған әсәһе тураһында ғына була. Ике бер туған һеңлеһе Гөлнур менән Йәнбикә бала ваҡыттарында бер-бер артлы үлеп ҡалыуҙарына йәне әсей, сөнки әсәһенә иптәш булырҙар ине.

Ауылға килеп ингәс иптәш ҡыҙы ауылдашы Заһира Утарбаева менән нормаға 1 килограмм бойҙай алып, шуны он итеп тарттырып, сынаяҡ аҫтындай ғына икмәк бешереп алалар. Иртәнсәк колхоз рәйесе Һиммәт Ниғмәтуллин:

--Һеҙҙе иртәгә Һибәт ат менән Магнитогорск ҡалаһына алып барыр,--ти.

--Ул ваҡытта өҫкә кейер кейем юҡ. Әсәй менән икебеҙгә бер табанлы быйма, бер итек ине,--тип иҫләй Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы.

Һигеҙ кеше юлға сыға. Алмашлап санаға ултыралар, кемеһелер йәйәү атлай. Магнитогорск вокзалында поезға ултырып китәләр. Алда Пермь өлкәһенең Молотов тип аталған ере көтә уларҙы. Урман ҡырҡыу өсөн эшселәр тейәгән вагондар гөрләп үтеп тора. Төрлө яҡтан йыйылған кешеләр баракка урынлаша. Башҡорттар бетле була, әйҙәгеҙ мунсаға, тип алып сығып китәләр. Мунса тигәндәре алыҫ була, йыуыныу әйберҙәре лә булмай сыға. Душ кеүек ерҙә сайынып алалар шунда. Баракта ағас онтағынан яҫтыҡ, бәләкәй генә иҫке юрған бирәләр. Аҫлы, өҫлө урындыҡта дүртәр кеше ята.

--Таң менән эшкә уяттылар. Йыуыныу ҙа, ашау ҙа юҡ. Көпө салбар, күн кәпәс, фуфайка, бейәләй бирҙеләр ҙә ҡуйы ҡара урман эсенә эшкә ебәрҙеләр. Ағастарҙы йыҡтыҡ, ботаныҡ, эштән ҡайтҡанда үҙебеҙ сапҡан ботаҡтарҙы ҡосаҡлап алып ҡайтып, яғып, баракты йылыта торғайныҡ,--ти хәтерләй ул ауыр мәлдәрҙе тыл ветераны.--Өйрәнеп алғас, ең һыҙғанып эшләнек. Темәс, Кәрешкә, Татлыбай яҡтарынан да ҡыҙҙар булды. Бынан бер нисә йыл элек “Һаҡмар” гәзитендә отставкалағы подполковник Хәлил Һөйөндөков “Маҡтау йырға, данға лайыҡ” исемле мәҡәләһендә үҙенең әсәһендәй күргән ҡәйнәһе тураһында матур итеп яҙып сыҡҡайны. Уны уҡығас Молотовта эшләгән саҡтар иҫкә төштө.

Татлыбай ауылынан Һәҙиә, Разия Арсланова, Икенсе Этҡолдан Зөлҡәғиҙә исемле урман ҡырҡыусылар иҫән-һау булһа, мине иҫләрҙәр.

Төркмән ауылынан ғына урман эсенә 9 кеше сығып китә. Ҡәмәриә Мөхәмәтйәнова, Шәрифә, Сабира Шәрипова, Нәзифә Ризванова, Хәшмә, Вәлләм Әминев, Мөхәрләм Мөбәрәков, Темәстән апайлы-һеңлеле Сәхиә менән Зәкиә исемле ҡыҙҙар ҙа Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы Ҡолбахтина менән бергә урман ҡырҡҡан.

--Ашау ҙа насар ғына булды. Нормаға 700 грамм икмәк, өшөгән ваҡ картуф, буп-буҙ кесерткән һыуы бирәләр. Заһира менән бер көн беребеҙҙекен ашайбыҙ, икенсебеҙҙекен йыйып барабыҙ. Күрше барактағылар ярты буханка икмәкте 30 һумға һатып ала торғайны. Ҡайһы берәүҙәр ботинкаларын һата. Шунда ботинка һатып алып кейеп, аяғым рәхәтләнеп ҡалды,-- тип иҫләй тыл ветераны. --Яҙ еткәс бахила менән сабата бирҙеләр. Таң менән бригадир инеп уятып торғанында баракка бер хәрби кеше килеп инеп: “Һуғыш бөттө!”--тип ҡулдарын күтәреп илап ебәрҙе. Эшкә саҡыра килгән бригадир ҙа иланы, уға бөтә барак ҡушылды. Күҙ йәштәре аша сәпәкәй ҙә иттек.

Шулай итеп урман ҡырҡыусы ҡыҙҙар ауылдарына ҡайтырға әҙерләнә. Юлға 60 һум аҡса, ҡоро паек бирәләр. Өйөнән сығып китеүенә теүәл ете ай үткәндән һуң ғәзиз йорто тупһаһында ҡабат аяҡ баҫа Бибинур. Өй эсендәге яңғыҙ әсәһе бурҙар килгән тип, ишеген асмай ыҙалата. Ниһайәт, ҡыҙының:“Әсәй, мин ҡайттым, ишекте ас!”—тип ялбарыуын ишетеп, үҙ ҡолағына үҙе ышанмайыраҡ торған әсәһе ишек асып, ҡәҙерлеһен ҡосаҡлап илап ебәрә.

Һуғыштан һуң да Бибинур колхозда башмаҡ көтә. Һабансы була, , һарыҡ та ҡырҡа, эшләмәгән эштәре ҡалмай. Бесән дә саба, ташый.

--Беҙ күргәнде һеҙгә, тыуыр балаларға күрһәтмәһен. Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, һаулыҡ бирһен, Аллаһтан һорағыҙ, йорт-ил тыныс булһын!--тип көндә беҙгә фатихаларын биреп ултыра әсәйебеҙ.

Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы 1947 йылдың 11 декабрендә һуғыштан ҡайтҡан Моҫтай ауылы егете Зиннур Әхмәтзада улына кейәүгә сығып, 9 балаға ғүмер бирә. Атайыбыҙ 54 йәшендә гүр эйәһе булды. Бөгөнгө көндә шуларҙың өсәүһе иҫән-һау. Хөкүмәт Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатынына фатир бирҙе. Уның түшен юбилей миҙалдары биҙәй. Рәсәй президенты, республика Башлығының Рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.

Әлеге мәлдә 97 йәшен ҡыуып барған тыл һәм хеҙмәт ветераны Бибинур Шәйхетдин ҡыҙы Ҡолбахтина ауылдың иң оло кешеһе.

--Башта ауырлыҡтар күп күрһәң, аҙаҡтан еңелерәк була тиҙәр, бит. Хатта ямғырлы, йәшенле көндән һуң да ҡояш балҡып, йәйғор күтәрелә, ерҙәр сафлана. Кешене лә эсәр һыу, ашар ризыҡ йөрөтә, маңлайыңа яҙғанды күрмәйенсә әҙәм балаһы гүрҙәргә инмәй,--тип ҡабатлай ҡәҙерлебеҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанып.

Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ҡәҙерлебеҙҙе оло байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең тырышлыҡ илебеҙҙе фашистарҙан ҡотҡарҙы, Еңеү яуланды. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!

Вәлимә Ҡолбахтина.

Читайте нас: