АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәбәрһеҙ юғалмаған, һәләк булған

Ҡартәсәйебеҙ 1983 йылда ире Байморат Рәхимовтың ҡайҙа ерләнеүен дә асыҡлай алмай үлеп китте. Уның тураһында беҙ Волганы аша сыҡҡанда һәләк булыуын ғына белә инек. Һуңғы тапҡыр уны ауылдашы, фронтташы күргән. Уның һөйләүенсә, Волга аша йөҙөп сығып барғандарында ул бер нисә тапҡыр унан артта йөҙөп килеүсе ауылдашынан: “Байморат, һин бындамы?”—тип һорашып йөҙгән. Ул:”Эйе, бындамын”,—тигән яуап ишеткән. Күпмелер ваҡыт үткәс ул тағы ла шул уҡ һорауҙы ҡабатлаған, әммә яуап булмаған. Иркен йылғаны йөҙөп сығыу бик ауыр булған, тәрәнлек, ағым үҙенекен итһә, баш остарында дошман пуляһыһыҙғырған, һыуҙа снарядтар шартлаған.

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алмаған ҡартатайым Байморат Әхмәт улы һәм атаһын иҫләмәгән атайым Рәхимйән Байморат улы Рәхимовтарҙың яҡты рухына бағышлайым.

Беҙҙең быуын балаларының һәр береһенең ҡартатайҙары булмауын ғәҙәти хәл тип ҡабул иттек. Беҙҙең дә атай яғынан ҡартатайыбыҙ булманы. Бала саҡтан “ҡартатайығыҙ фронтта ҡалды”, “һуғыштан ҡайтманы”, “хәбәрһеҙ юғалды” тигәнде ишетеп кенә үҫтек. Балалыҡ менән был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап та еткермәгәнбеҙ. Һуғыш булыуын, ҡорбандар һаны иҫ киткес күп булыуын белһәк тә уның асылына барыбер төшөнмәгәнбеҙ.

Күңелемдең бер мөйөшөндә ҡартәсәйем күрһәткән туҙып бөткән ҡағыҙ киҫәгендәге документ уйылып ҡалған. Ситтәре теткеләнгән ҡағыҙҙа рядовой Байморат Әхмәт улы Рәхимов 1942 йылдың 1 ноябрендә хәбәрһеҙ юғалды тип яҙылған ине. Һәләк булған ире, беҙҙең ҡартатайҙан ҡалған берҙән-бер документ ине ул.

Ҡартәсәйебеҙ 1983 йылда иренең ҡайҙа ерләнеүен дә асыҡлай алмай үлеп китте. Уның тураһында беҙ Волганы аша сыҡҡанда һәләк булыуын ғына белә инек. Һуңғы тапҡыр уны ауылдашы, фронтташы күргән. Уның һөйләүенсә, Волга аша йөҙөп сығып барғандарында ул бер нисә тапҡыр унан артта йөҙөп килеүсе ауылдашынан: “Байморат, һин бындамы?”—тип һорашып йөҙгән. Ул:”Эйе, бындамын”,—тигән яуап ишеткән. Күпмелер ваҡыт үткәс ул тағы ла шул уҡ һорауҙы ҡабатлаған, әммә яуап булмаған. Иркен йылғаны йөҙөп сығыу бик ауыр булған, тәрәнлек, ағым үҙенекен итһә, баш остарында дошман пуляһы

һыҙғырған, һыуҙа снарядтар шартлаған.

Хәрби частә Б.Ә.Рәхимовты “хәбәрһеҙ юғалғандар” исемлегенә индергәндәр, уның ниндәй шарттарҙа һәләк булыуын берәү ҙә тикшереп тормаған. Хәйер , меңәрләгән һалдаттарҙың яҙмышы шулай хәл ителгән бит ул осорҙа. 1942 йылдың көҙөндә Сталинград өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә үлгәндәрҙе иҫәпләп тороу ҡайғыһы ла булмағандыр...

Ҡағыҙҙар Мәскәүгә ебәрелгән, унан ҡартәсәйемә ҡара ҡайғылы хәбәре килгән. Шулай итеп һалдаттың йәше саҡ утыҙҙан үткән ҡатыны тол, биш балаһы етем ҡалған.

Ҡартәсәйемә биш баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмаған. Фронтовиктың тол ҡатыны статусын да ала алмаған, сөнки уның ире яу яланында һәләк булмаған, ә хәбәрһеҙ юғалған.

Закон теле менән әйткәндә, был ике яҙманың икенсеһе ташламаларҙың булмауын, минималь пенсия тәғәенләнеүен аңлата. Ҡатын бесән, утын әҙерләүҙә колхоздан ире һуғышта ҡатнашыусы булараҡ ярҙам һорай алмаған. Уйлай китһәң, ул заманда донъя көтөү берәүгә лә еңел булмаған. Шулай ҙа ҡартәсәйем балаларын аслыҡ, яланғаслыҡтан йолоп ҡала алған. Ҡыҙғанысҡа күрә, бер ҡыҙы һыуға батып үлеп ҡуйған, ҡалған дүртәүһен уҡытҡан, һөнәр алырға, үҙаллы донъя ҡорорға ярҙам иткән.

Беҙҙең атайыбыҙ Рәхимйән Байморат улы Рәхимов юғары белем алған, 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Бөтә ғүмерен мәктәптә балаларға тарих фәненән белем биреүгә бағышланы. Ул шәп тарихсы булды, белемле, уҡымышлы, үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән башҡалар менән ихлас бүлеште. Атайым атаһының яҙмышы өсөн гел борсолдо. Хәрби министрлыҡ, хәрби-тарих архивтарына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте. Әммә уларҙан “Рядовой Рәхимов хәбәрһеҙ юғалды” тигән яуаптан башҡаны белә алманы. Ҡартатайым бәлки, йылға кисергә төшкәнгә ҡәҙәр яраланып, унан имен йөҙөп сыға алмай батып үлгәндер. Унан килгән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыуы уның һатлыҡйән булмауын, әсирлеккә төшмәүен аңлата ине.

Хәҙерге заманда архивтар оҙаҡ ваҡыт ябыҡ булғанлыҡтан мәғлүмәткә ҡытлыҡ булыуын беләбеҙ. Ваҡыт үтеү менән күп кенә документтарҙан сер грифы сиселде, мәғлүмәткә юл асылды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләү Интернет барлыҡҡа килгәс күпкә еңелләште.

Архив документтарын цифрлаштырыу һәм уларҙы асыҡ итеү һуғышта ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәт табырға ярҙам итә. Мин дә, икенсе быуын тарихсы булараҡ, ҡартатайымды эҙләргә тотондом. Әммә шул уҡ таныш яуапҡа терәлдем.

Байморат Әхмәт улының ейәне, минең ҡустым Азамат Рәхимйән улы атайымдан, минән даланлыраҡ булып сыҡты . 2018 йылдың апрелендә ул Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының үҙәк архивына И.А.Пермяков исеменә ҡартатайҙың ерләнгән урынын асыҡларға ярҙам итеүҙе һорап хат яҙған. Бер айҙан ул хатына яуап та алған. 2018 йылдың 30 майындағы №11/ 72825 архив справкаһында ошондай һүҙҙәр яҙылған:

“300-сө уҡсылар дивизияһының 1049-сы уҡсылар полкы стрелогы, рядовой Байморат Әхмәтдинович (текста шулай), 1905 йылда Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған, хәрби хеҙмәткә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ РВК-һынан саҡырылған (саҡырылыу ваҡыты күрһәтелмәгән), 1942 йылдың 1 ноябрендә Сталинград өлкәһенең Латашанка районы тирәһендә хәбәрһеҙ юғалған.

Документта Волгоград өлкәһенең хәрби комиссариатына һылтанма бирелгән ине. Уның ярҙамында ерләнеү урынын билдәләү мөмкинлеге лә барлығы әйтелгән. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды.

Һүҙ 1942 йылдың 30 октябренән 5 ноябренә ҡәҙәр Волгоград өлкәһенең элекке Латашанка станцияһы янындағы ҡаты бәрелештәр хаҡында ине. Дошман Волгаға ынтыла, ил яҙмышы Сталинград янында хәл ителгән осор. Латашанка станцияһы Сталинградтан төнъяҡҡараҡ 15 саҡрымда урынлашҡан һәм ул стратегик йәһәттән мөһим пункт булып торған: көнбайыш ярҙан тимер юлдары яғынан йылға аша сығыр өсөн бер нисә пристаны һәм подъездлы юлдарлы тимер юлы паромы

булған. 15 октябрҙә немецтәр ҡулында булған станцияны вермахтың 16-сы танк дивизияһы баҫып ала. Волганың һул яҡ ярында 1942 йылдың яҙ-йәйендә Харьков янында ныҡ көсһөҙләнгән 300-сө уҡсылар дивизияһы тора. Дивизия Башҡортостанға ялға һәм ҡабаттан комплектлауға ебәрелә.

Дивизияға башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында йәшәүсе хәрби бурыслылар туплана. Шулай уҡ унда Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандың төнъяғынан запастағы ҡыҙыл армеецтары саҡырылыуы билдәле. 1942 йылдың йәй аҙағында 300-сө уҡсылар дивизияһы Ҡандрала дислокациялана. Көҙ башында яңы көс туплаған дивизия фронтҡа юллана һәм улар Сталинград һуғышына барып инә. Уҡсылар дивизияһының 1942 йылдың ноябрь башындағы операцияһы Латашан десанты атамаһы ала. Уның хаҡында беҙ хәрби начальниктарҙың мемуарҙарынан, совет яғы документтарынан беләбеҙ.

Мин Bundesarchiv (Бундесархив), «Боевой отчет группы Штрельке за 31.10-02.11.42» документтарын тикшереп сыҡҡандан һуң бынан 78 йыл элек Латашанка станцияһында нимәләр булып үткәнен асыҡларға тырыштым.

Десантты планлаштырған совет командованиеһы Дон фронтын контрнаступлениеға әҙерлегенән, Сталинградтың төнъяғынан, станциянан дошмандың иғтибарын ситкә йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Операция ныҡ сер итеп тотола, әммә ҡабалан булғанлыҡтан әҙерлекһеҙ үтә. Уҡсыларҙың десант тәжрибәһе булмай, күптәре йүнләп йөҙә белмәй, араларында хатта бер ҡасан да ҙур һыу күрмәгәндәре була.

Самолеттар дошманды бомба аҫтында тота, ориентир дөрөҫ бирелмәгәнлектән, улар хатта ҡайһы ваҡыт үҙебеҙҙекеләргә лә бомба яуҙыра.

30 октябрҙә десант плацдармды ала һәм уны ике тәүлек тотоп тора. 1 ноябрь көндөҙ 300-сө уҡсылар дивизияһы командиры Афонин, трибунал һәм атыу менән ҡурҡытып, һалдаттарҙы күрәләтә үлемгә этәргән тағы бер нисә тапҡыр десант яһата. Шул ваҡытта, бәлки, беҙҙең ҡартатайыбыҙ һәләк тә булғандыр.

Бәләкәй генә ҡоро ер участкаһын көскә тотоп торалар: элемтә, боеприпастар, ашарға булмай, дошман бер туҡтауһыҙ атҡанлыҡтан яңы көстәр килеп етә алмай.

Немецтәр иһә бындай көтөлмәгән хәлдәргә әҙерлекле булып сыға һәм лайыҡлы ҡаршы тора. 3 ноябрҙә операция килеп сыҡмауы асыҡлана: һалдаттарҙың ҡалған ғына өлөшө артҡа сигенә, күптәре әсирлеккә төшә, һәләк була. Латашанка янындағы бәрелештә һалдаттар күп ҡырыла. 1942 йылдың 7 ноябрендә 300-сө уҡсылар дивизияһы штабы үткәргән иҫәпләүҙәрҙән күренеүенсә, 910 кеше десанттан төшә алмай, 171-е кире әйләнеп килә, 18-ҙе рәсми рәүештә һәләк була, 55-е яралана һәм эвакуациялана. Ҡалған 666 һалдаттың үлеме тураһында мәғлүмәт булмағас, улар хәбәрһеҙ юғалғандарға иҫәпләнә.

Штрельке төркөмө яҙмаларынан шул билдәле: 551 әсирлеккә төшкән, яу яланында 250 мәйет табылған, унан да күберәге Волгала батып үлгән.

Күреүегеҙсә, белешмәләр төрлө, әммә Штрелькеның әсирҙәр, һәләк булыусылар тураһындағы яҙмаһы дөрөҫлөккә тап киләлер. Совет яғы әсиргә төшкәндәрҙең, батып үлгәндәрҙең иҫәбен күрһәтмәһә лә, операцияла күпме һалдат ҡатнашыуын, үлгәндәрҙең һәм тере ҡалғандар тураһында мәғлүмәт биргән.

Шулай булһа ла 300-сө уҡсылар дивизияһының 910 һалдатының 739-ы асыҡланғанда ла 90-ының яҙмышы билдәһеҙ ҡалған. Ҡартәсәйем күрһәткән тетелеп бөткән ҡағыҙ киҫәге шунан барлыҡҡа килгән дә инде.

Эҙләнеү барышында аңлайышһыҙ мәғлүмәткә осраныҡ: Волганың һул ярында Балка Осадная тигән ерҙә туғандар ҡәберлеген белдек. Әммә ХХ быуаттың 70-се йылдары урталарында Волга ГЭС-ы төҙөлөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, ҡәберлек һыу аҫтында ҡалған. Беҙҙең өмөт ебе ошонда тағы өҙөлдө...

Шулай ҙа эҙләнеүебеҙҙе дауам иттек. Форумдарҙың береһендә Азамат ҡустым Волжский ҡалаһындағы Балке Осаднаялағы туғандар ҡәберлеген ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркына күсерелеүе хаҡында мәғлүмәткә юлыҡҡан.

Исемлеккә 30.10-01.11.1942 йылда Латашанка станцияһында хәбәрһеҙ юғалған 300-сө уҡсылар дивизияһының яңы фамилиялары өҫтәлеүен белдек. Хәрби архивтар мәғлүмәттәре сер булыуҙан туҡтағас, һәләк булғандарҙың иҫтәлеген шулай мәңгеләштергәндәр. Оборона министрлығынан ҡустыма килгән яуап хатта тап ошо хаҡта әйтелә ине.

2018 йылдың йәйендә эҙләнеүҙәрен дауам иткән Рәхимовтар ғаиләһе Волжский ҡалаһына барҙы. Парк осонда Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориал торған. Ҡартатайыбыҙҙың мәңгелек төйәге тап ошонда булып сыҡты. Был хәл көтөлгән дә, көтөлмәгән дә булды. Волжск янында һәләк булыуын белһәк тә, Байморат Рәхимовтың һөйәктәре ятҡан урынды табыу тулҡынландырғыс булды: ейәне һәм килене гранитҡа уйылған үҙ фамилияларын күреп берсә ҡыуанған, берсә ҡайғырған. Ҡустым: “Ҡәберлектә ҡартатайҙың исеме бар, беҙ шунда торабыҙ”,-- тип шылтыратҡас, аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғо кисерҙем.

Обелискта йөҙәрләгән фамилия яҙылған. Улар араһында Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында киң таралған фамилиялар күп. Усманов М.У., Хәсәнов Х.С., Уразаев Ю.Х., Тләүбаев С—был кешеләр Бөрйән һәм Әбйәлил районынандыр, моғайын. Йосопов А.Г., Йосопов Х., Юлдашев А.—Стәрлебаш йәки Ишембай яҡтарынан булырға тейеш.

Кем белә, бәлки, уларҙың туғандарына ла “һалдат хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыу ебәргәндәрҙер. Ошоғаса ҡәҙерлеләренең ҡайҙа ерләнеүен белмәйҙәрҙер. Бәлки, беҙҙең эҙләнеүҙер кемгәлер яҡындарын эҙләп табырға ярҙам итер.

Шулай беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған ҡартатайыбыҙҙың яҙмышын 78 йыл үткәс кенә асыҡланыҡ. Шуныһы үкенесле: ҡартәсәйебеҙ иренең һәләк булыу тарихын белмәй гүр эйәһе булып китте. Бәхеткә күрә, атайыбыҙ Рәхимйән Байморат улы туғандар ҡәберлегенең фотоһын күрҙе, атаһының ниндәй шарттарҙа һәләк булыуы тураһындағы документтарҙы уҡыны. Был хәлдән һуң 2 ай үткәс, 81 йәшлек атайыбыҙ ҙа мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Атайыбыҙ Байморат Әхмәт улының баш балаһы булған. Атайым менән әсәйебеҙ-- Нәфисә Мәхмүтйән ҡыҙы ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкән ҡыҙы мин--Гөлкәй һәм улдары Азамат. Азамат ҡустымдың 3 улы бар, улар Баймораттың 3 бүләһе, тимәк Рәхимовтар нәҫеле дауам итә. Минең улым һәм ҡыҙым үҙ аталарының фамилияһын йөрөтә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән мәлдә Рәхимовтар ҙа, Шаһаповтар ҙа, Байморат Әхмәт улының башҡа балаларынан тыуған 10 ейәне һәм 20 бүлә-бүләсәләре Тыуған илде һаҡлағанда батырҙарса һәләк булған ҡартатайҙары менән сикһеҙ ғорурлана.

Гөлкәй Шаһапова, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Рәсәй тарихы, тарихграфияһы һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы доценты.

Читайте нас: