Бөтә яңылыҡтар

Һуғышта улын осрата

Рыҫйән Ҡолмөхәмәтов Любятово ауылы эргәһендә тәүге тапҡыр һуғышҡа инә. Ул 3-сө танк дивизияһы 3-сө мотоуҡсылар полкының 3-сө пулемет расчетында ефрейтор булып хеҙмәт итә. Дошмандар менән көрәшеп, Холмскаяны 1943 йылдың апрелендә немец фашистарынан тар-мар иткәндән һуң, Көнсығышҡа юлланалар. Шулай поезда китеп барғандарында Маныш күле эргәһендә станцияла туҡтаған ваҡытта, ҡаршы килгән поездың тәҙрә төбөндә Сабирйән улын күреп ҡала. Рыҫйән үҙе лә һиҙмәйенсә уға ҡул болғай, атаһын күреп йәш һалдат та ҡул болғай. "Ысын, Сабирйән - оло улы бит! Һалдат кейеме үҙенә ҡалай килешә! Юҡ, осрашырға кәрәк! Күпме ваҡыт тора икән был поезд?" - тигән уйҙар менән Рыҫйән, һеләүһен тиҙлегендә ишеккә ҡарай һикерә.

Ҡолмөхәмәтов Рыҫйән Йомағужа улы 1905 йылда Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уны ауылда урыҫ (Рыҫ- урыҫ) тип йөрөтәләр. Рыҫйән 20 йәшендә Хәнифәгә өйләнә.

Башҡорт АССР-ы аяҡҡа баҫҡан осорҙа ең һыҙғанып колхозда эшләй. КТФ етәксеһе була, сәсеү эштәренә лә йәлеп ителә. Ғаиләһе уның ишле була: дүрт малай ҙа бер ҡыҙ: Сабирйән, Мөхәмәтйән, Бикйән, Рәхимә, Насырйән.

1941 йылда колхозда сәсеүҙәр бөткәс, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. "Илдәр тыныс түгел, оҙаҡҡа булмаһын, уңышты йыйып өлгөрһәк яҡшы булыр ине", - тип уйлай ул. Ауылдан берәм-берәм ир- егеттәр һуғышҡа китә.

1941 йылдың авгусында бер туған ағаһы Хашим:”Рыҫйән, һуғышҡа киттек”, - тип өгөтләй. Шуна улар икәүләшеп юлға йыйына.

Рыҫйән һуғышҡа китер алдынан бәләкәс улы Насырйәнде ҡулында тотоп тора ла: “Әсәй, һин Хәнифәгә Насырйәнде ҡараш “, - тип тәҙрә аша сабыйҙы Хәкимә әбейгә тоттора. Таң һарыһынан, өс һыбайлы һуғышҡа китә. Ҡатыны Хәнифә аттың өҙәңгеһенә тотоноп барып оҙатып ҡала, уның иңенә балаларҙы ҡарау һәм уңыш йыйыу ауырлығы ята. Рыҫйән Хәнифә өсөн әллә ни борсолмай, уның ауырлыҡтар алдында бирешмәҫенә ышана: ауылда кешегә мейес сығара, ҡыш быйма баҫа, дебеттән көрөҫ менән суҡлы шәлдәр, буй балаҫтар, әрмәктәр һуғырға ла шәп, күлдәктәр тегә.

Оло улы Сабирйән менән ҡатыны Хәнифә колхозға уңышты йыйыша. Һыуыҡ ҡыш килгәс, ҙур ғаиләне ашатыу һәм кейендереү Сабирйәндең елкәһенә төшә. Ул утын ҡырҡып Түбә ҡасабаһына аҙыҡҡа алыштырырға китеп барғанында һаҡ хеҙмәткәрҙәренә юлыға. Уларға күрһәтергә үҙе менән бер ниндәй ҙә документы булмай сыға. Шуға ла уны дезертирһың, һуғыштан ҡасып йөрөйһөң, - тип тейәп алып китәләр.

Әсә улының бәләгә тарыуын ишетеп, Баймаҡҡа бара. Унан метрикаһын һорайҙар. Ауылға ҡайтып, силсәүиткә бара ла: «Әминә апай, Сабирйәнгә справка һорайҙар, уға ни бары 15 кенә йәш бит. Справка бир, юғиһә һуғышҡа алып китәләр бит» , --тип ялбара. «Китсен, ул суғышми, мин суғышиммы?» -- тигән яуап ишетә әсә. Хәнифә кире Баймаҡҡа барғанында, 16 йәше тулмаған Сабирйән, әсәһенең фатихаһын да ала алмай һуғышҡа киткән була. Һуғыштан егет бер нисә хат яҙа, фотолар ҙа ебәрә.

Һуғыш ваҡытында Хәнифә менән Хәкимә әбей тылда эшләй. Уңыштан ҡалған башаҡтарҙы йыйып йәки ҡырҙыҡ йыйып икмәк һәм ыумас бешереп, картуф өтөп, балаларҙы ас итмәйҙәр.

Рыҫйән Ҡолмөхәмәтов Любятово ауылы эргәһендә тәүге тапҡыр һуғышҡа инә. Ул 3-сө танк дивизияһы 3-сө мотоуҡсылар полкының 3-сө пулемет расчетында ефрейтор булып хеҙмәт итә. Дошмандар менән көрәшеп, Холмскаяны 1943 йылдың апрелендә немец фашистарынан тар-мар иткәндән һуң, Көнсығышҡа юлланалар. Шулай поезда китеп барғандарында Маныш күле эргәһендә станцияла туҡтаған ваҡытта, ҡаршы килгән поездың тәҙрә төбөндә Сабирйән улын күреп ҡала. Рыҫйән үҙе лә һиҙмәйенсә уға ҡул болғай, атаһын күреп йәш һалдат та ҡул болғай. "Ысын, Сабирйән - оло улы бит! Һалдат кейеме үҙенә ҡалай килешә! Юҡ, осрашырға кәрәк! Күпме ваҡыт тора икән был поезд?" - тигән уйҙар менән Рыҫйән, һеләүһен тиҙлегендә ишеккә ҡарай һикерә. Өлгөрөргә кәрәк...Тик уның юлын ҡамайҙар, поезд ҡуҙғалған була...

Кире тәҙрәгә ҡарай атыла, тәҙрәнең теге яғында Сабирйән дә, поезд да юҡ була...

Поезд тауышы тыҡ-тыҡ тыҡылдаһа, Рыҫйәндең йөрәге лә шул темпта ярһып тибә. Ул бит күрҙе улын... Күҙҙәренән туҡтамай йәштәр аға...

1943 йылда 3- сө танк дивизияһын (майор Финогенов, майор Володько) Көнсығышҡа ебәрәләр, улар 5 596 саҡрым араны116 көндә үтә. Шулай итеп Монголияға килеп етәләр. Был һуғышта ла йәнен аямай Рыҫйән. Урта йәштә булғанғамы, уға төптән уйланып хәл ителә торған заданиелар бирәләр.

1945 йылдың 20 авгусы. Ә бында япондар ҡотора. Калган ҡалаһы (Ҡытай илендә Чжанцзякоу ҡалаһы хәҙер) эргәһенә япондар 8 –се уҡсылар ротаһын ҡамай, уларға патрон тапшырырға кәрәк була.

Был яуаплы эште Рыҫйән Ҡолмөхәмәтовҡа ышанып тапшыралар. Нисек булһа ла заданияны үтәргә кәрәк. Уны бүре күҙҙәр (күҙҙәренең төҫтәре күк була) тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер: соҡорҙан-соҡорға, һаҡ ҡына , ҡабаланмай ғына 900 патронды үҙенекеләргә алып барып тапшыра. Шулай итеп ул күпме ғүмерҙе һаҡлап алып ҡала.

Яу яланында күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн «За отвагу» (от 23.08.1945, №150630184 ) миҙалы менән бүләкләнгән.

Шул ваҡиғанан бер нисә көн үткәс, һуғыш тына. 1946 йылда Рыҫйән имен-һау ғаиләһенә ҡайтып төшә ул.

Ҡыҙғанысҡа күрә, баш балалары Сабирйән һуғыштан ҡайтмай, тыуған йортона “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙы ғына килә.

Һуғыш ветераны Рыҫйән Ҡолмөхәмәтов улының тиңдәштәренә ҡарап: “Поезд ҙур һыу аша үткәс, станцияла туҡтаныҡ. Тәҙрә аша ҡаршы килгән поезда мин уны күрҙем”, --тип ғәзизен хәтерләп гүр эйәһе булағансы илай ҡарт һалдат.

Рәүилә Ҡолмөхәмәтова яҙҙы.

Читайте нас: