Һуғыш...Ошо һүҙҙе ишетеү менән яуҙа ятып ҡалған яугирҙар, тол ҡатындар, етем балалар күҙ алдына килә. Быйыл беҙҙең илебеҙ Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был көн беҙҙең һуғыш һәм тыл ветерандары өсөн айырыуса мөһим. Ауылыбыҙҙың фронтовиктары мәрхүм булып бөттөләр, тыл ветерандары ла йылдан-йыл кәмеп, бармаҡ менән генә һынарлыҡ ҡалды. Ошо байрамда бөркөлгән йылылыҡ оло кешеләребеҙҙе ғүмер баҡый оҙата барһа икән. Бөйөк Ватан һуғышы әллә ҡасан уҡ тынһа ла, беҙ шул афәт шауҡымынан әле булһа ла арына алмайбыҙ. Ул фронтовиктарҙың яу яралары булып әрней, тыл ветерандарының барыһы ла фронт өсөн, тигән ауазы булып яңғырай.
1941-1945 йылғы һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. “Бѳтәһе лә һуғыш ѳсѳн”, тип тырышып эшләй. Олоһо ла, кесеһе лә Еңеү ѳсѳн йәшәй. Мин дә, тыл ветеранының ейәнсәре булараҡ, өләсәйем хаҡында яҙып үткем килә.
Өләсәйем Һуғыш ветеранының ҡатыны, тыл ветераны
Таһирова Хәҙисә Зәйнулла ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Юнысова) 1928 йылда Баймаҡ районының II Этҡол ауылында ишле ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Һуғыш башланғанда 13 йәштә була, 6 класты ғына бѳтѳрѳп уҡыуын туҡтата һәм колхозға эшкә сыға. Картуф, йәшелсә баҡсаһында эшләй, кистәрен фермала быҙауҙар ҡарай. Ҡәҙемге белеме бар тип 14 йәше тулғас, хисапсы эшен йөкмәтәләр. Эш ауыр, сөнки бойҙайҙың һәр бер грамы ла ҡәҙерле. Төндәрен шәм яҡтыһында ла хисап эштәре менән ултыра. Уның араһында үҙенән бәләкәй тағы 3 һеңлеһе һәм 3 ҡустыһын ҡарашырға кәрәк, фронтҡа йөн ойоҡбаштар бәйләргә лә ваҡыт табырҡа кәрәк. Ул ваҡыттарҙы өләсәм һөйләргә яратмай, сөнки аслыҡ, үлем хөкөм һөргән мәл – әкиәт түгел бит инде. Шулай баштан ашҡан эш менән дүрт йыл үтеп тә китә. Һуғыш бѳткәс, 1946 йылда ауылдашы, фронтовик Таһиров Бигастан Шәрәфетдин улы менән ѳйләнешеп, 7 балаға ғүмер бирәләр. Балалары Рәйлә(1947), Морат (1950), Айрат (1953), Булат (1956), Рәйсә(1958), Шәһит (1960), Зилә (1963).
Ҡартатайымдың һуғыштағы кисергәндәрен һөйләһәң, уйылып китмәлет китапҡа яҙырлыҡ бер тарих. Махсус белем булмаһа ла ҡартататайым оҫта ойоштороусы, эшен урын еренә еткереп эшләгән, абруйлы етәксе булған. Уны Крепостной Йылайырға, Ҡортүлгәнгә, аҙаҡ Ишейгә урман эшенә мастер итеп ебәрәләр, шулай итеп Ишейҙә төпләнәләр. Өләсәйем ҡарт ҡәйнәһен матур ҡарап һуңғы юлға оҙата. Ҡайнағаһы ҡатыны менән йәшләй генә мәрхүм булғас, уларҙың етем ҡалған балаларын үҙҙәренә алып, үҫтереп өйләндерә. Ул ваҡытта хөкүмәттән бер ниндәй ҙә ярҙам булмай. һуғышта алған яраларынан яфаланған ҡартатайыбыҙҙы ла матур ҡарай өләсәй. 1983 йылда ҡартатайыбыҙ һуғышта алған яраларынан мандый алмай мәрхүм була, йәшләй генә тол ҡалған өләсәйебеҙ, тормош иптәшенә тоғро ҡалып, оло балалары ярҙамы менән кеселәрен кеше итеп, мал тотоп, донъя көтә.
Һуғыш ваҡытында эшләгән, тигән документтарын юғалтыу сәбәпле, «Тыл ветераны» тигән исем ала алмай, ә шулай ҙа Еңеүҙең 65 йыллығына фронтовик ҡатыны булараҡ, ѳй шарттарын яңыртыуға бер миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде һәм Сибайҙан бѳтә уңайлыҡтары булған ѳй һатып алды. Әлеге кѳндә 92-се йәше менән барған өләсәйебеҙ гөрләтеп донъя көтә, ураған һайын балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып ала, үҙе лә Темәстәге, Бетерәләге һеңлелеләренең, Ишейҙәге балаларының, ауылдаштарының хәлдәрен белергә, тип килә һалып етә.
«Бабайым йүнсел, кеше араһында абруйлы һәм хѳрмәтле булды», тип ғорурланып һѳйләй ул үҙенең фронтовик тормош иптәше хаҡында. «Аллаға шөкөр, балаларым бер ваҡытта ла йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Белемле, эшһөйәр, алдынғы ҡарашлы ейәндәремә ҡарап ғоруланам. Зирәк бүлә-бүләсәрҙәремде күреп һөйөнәм» -- ти 15 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре булған өләсәйем.
Ишейҙә өләсәйем Хәҙисә Зәйнулла ҡыҙы Таһированы «Культурный әбей» тип йөрөтәләр, сөнки ул ысынлап та бөхтә генә кейенеп, аҡыллы фекер йөрөтөп йәшәй, бер ваҡытта ла кешене яманлап һөйләмәй, уға бөтә кеше лә яҡшы, ә инде кейәү-килендәре өсөн йәнен бирә яҙып тора.
Еңеү байрамын ҡаршылаған һайын һуғыш ветерандары менән бер ҡатарҙан еңеү өсөн тылда төптән егелеп, тормош арбаһын тартҡан тыл һалдаттарының да хәтирәләре яңыра. Улар атайҙары, ағайҙары урынына ҡалып, һуғыштың бар михнәтен үҙ иңдәрендә күтәргән. Әсәләре иңенә төшкән ауырлыҡты яңы буйға етеп килгән, быуындары ла ҡатмаған үҫмер ҡыҙҙар бүлешкән. Был һалдаткалар илде туйҙырған, "ҡара ҡағыҙ" алһалар, бер-береһенең ҡайғыһын күтәрешеп, Еңеү көнөн бергә яҡынайтҡан. Тормош ауырлыҡтарына зарланмай йәшәй белгәндәр ѳсѳн яҙмыш бүләк иткән һәр кѳн дә ҡәҙерле, йәйғор тѳҫтәре шикелле, береһенән-береһе сағыу, матур һәм ҡабатланмаҫ !
Бына 75 йыл беҙ, һеҙҙең балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәләрегеҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Бының өсөн хөрмәтле олатайҙар, өләсәйҙәр беҙ һеҙгә бурыслы. Һеҙҙең батырлығығыҙға, сабырлылығыҙға, фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙгә хайран ҡалып, һеҙҙең сал сәстәрегеҙ алдында баш эйәбеҙ.
Венера Ҡасҡынова.
Баймаҡ районы Ишей мәктәбе уҡытыусыһы.