Бөтә яңылыҡтар

Ветеран йорто янында парад

Бөгөнгө көн геройҙары—әле лә сафта булған ҡарт һалдаттар. Сибай ҡалаһында, ҡыҙғанысҡа күрә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тиҫтәнән ашыуы ғына иҫән. Уларының да йәштәре 90-дан үткән, күптәре түшәктә ята, өйҙәренән сыға алмай. Шуға күрә ҡалала беренсе тапҡыр “Ветеран йорто янында парад” ойошторолдо.

Бөгөнгө көн геройҙары—әле лә сафта булған ҡарт һалдаттар. Сибай ҡалаһында, ҡыҙғанысҡа күрә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тиҫтәнән ашыуы ғына иҫән. Уларының да йәштәре 90-дан үткән, күптәре түшәктә ята, өйҙәренән сыға алмай. Шуға күрә ҡалала беренсе тапҡыр “Ветеран йорто янында парад” ойошторолдо.

Сара ике йорт алдында—Таусылар проспекты, 7 һәм Коммунистар урамы, 8 йорто янында үтте. Еңеү Байрағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбиб Шөғәйеп улы Азаматов һәм Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева йорто эргәһендә елберләне. Ветерандар алдында А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары сығыш яһаны.

Ир-егеттәр менән бер рәттән һуғышта булған ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Яҡташыбыҙ Сәмиға Рысмөхәмәт ҡыҙы әрме сафына 1942 йылда алына. 637-се авиация-штурмлау полкының 227-се дивизияһы составында Көньяҡ-көнсығыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында дошмандарҙы тар-мар итеүгә өлөшөн индерә. Парашюттарҙы тәкләп һалыусы була. Украинаны, Польшаны, Чехословакияны дошмандарҙан азат итә. 1945 йылда демобилизациялана. Һуғыштан һуң Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында юл хеҙмәтендә, ташсы булып эшләй. Хәрби наградалары бихисап: икенсе дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн” һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдары уның ҡаһарманлығын раҫлай.

Хәбиб Шөғәйеп улы һәм Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы Азаматовтар бергә 64 йыл ғүмер итә. Хәбиб Шөғәйеп улы Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул беренсе класҡа уҡырға барғанда әсәләре донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Нәжип ағаһы фронтҡа алына. Ырымбур өлкәһендә йәш командирҙар әҙерләү курсында уҡыған Хәбибкә лә Ватанын һаҡларға барырға ваҡыт етә. НКВД ғәскәрҙәренә эләккән егет I Балтика фронты составында һуғыша. Тәүге сирҡанысты Витебск өлкәһендә ала. Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Бөйөк Еңеүҙе лә ул шунда ҡаршы ала. Дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкәне өсөн II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Уның түшен шулай уҡ «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар биҙәй. Һуғыштан һуң ул өлкән сержант дәрәжәһенә еткәнсә хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. НКВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егетте Дәүләт хәүефһеҙлеге министрлығының Баймаҡ бүлексәһендә ҡуш ҡуллап эшкә алалар. 1963 йылда Азаматовтар Сибай ҡалаһына күсеп килә.

Таусылар ҡалаһында Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы заготсбытбазала, элеваторҙа, орлоҡ станцияһында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына, грамоталарға лайыҡ була. Хәбиб Шөғәйеп улы иһә «Сельхозтехника»ла эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡала ҡасабаларының береһендә мал көтөп, баҡса үҫтереп матур йәшәйҙәр улар. Өлкәнәйә килә фатирға күсһәләр ҙә, баҡсанан айырылмайҙар.

Илебеҙ азатлығы өсөн көрәшеүсе ветерандарҙың батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ! Һеҙҙең ҡаһарманлығыҙғыҙ бер ваҡытта ла онотолмаҫ!