Минең ике ҡәҙерле кешем—атайым һәм ағайыма Бөйөк Ватан һуғышының бар михнәттәрен кисерергә тура килгән. Был мәҡәләмде уларҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.
Атайым Шаһишәриф Кейекбаев 1897 йылда тыуған. Баймаҡ районының Бәхтигәрәй ауылында яңғыҙ әсәй ҡулында үҫкән. Атаһы революция ваҡытында һәләк булған. Әсәһе бик йыш ауырыған. Атайым үҫеп еткәс, Түбә руднигында алтын табыу эшендә эшләгән. Әсәйем менән осрашып, бер-береһенә ғашиҡ булып, матур итеп өйләнешәләр. Улар өй һалып, ат алып бик арыу йәшәп китә. Беҙ ете бала үҫтек. 1925 йылда өлкән ағайыбыҙ Ғәрифулла донъяға кипгән. 1940 йылда ғаиләбеҙ тыуған ауылына ҡайта, атай-әсәйем атын биреп колхозға инә. Унда ҡайынлыҡ, ҡарағастар араһында бик йәмле урында йорт һалалар. Атайыбыҙ колхозда ат ҡараған, әсәйебеҙ ашнаҡсы булған. Көтмәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.
Атайыбыҙҙы Түбә ҡасабаһына хеҙмәт армияһына эшкә ебәрәләр, тик йәшәргә йорт бирмәйҙәр. Һыйырҙарын биреп, өйлө булалар. Һуғыш ваҡытында шахтала 12-шәр сәғәт
эшләйҙәр, кейем юҡ, һыуланған кейем йәйгеһен оҫтәрендә кибә, ә ҡыштарын тәненә ҡуша туңа.
Бындай шарттарҙа эшләү атайымды аяҡтан йыға. Ул үпкә ауырыуы менән оҙаҡ ваҡытҡа дауаханаға инә. Тик сир көслөрәк булып сыға—атайым вафат булды. Әсәйебеҙ алты балаға 23 һум пенсия алды. Бик ауыр шарттарҙа йәшәргә тура килде. Шахта һыуҙы һурып алып торғас ҡоҙоҡтарҙа эсәр һыу, өйҙө йылытырға утын да булманы.
Өлкән ағайыбыҙ Ғәрифулла Кейекбаев Белорет ҡалаһында ФЗО-ла уҡып йөрөгән саҡта 1943 йылда һуғышҡа алыныуы тураһында повеска тотоп йортҡа ҡайтып төштө. Ул мәлдә колхоздан 12 егет яуға оҙатылды. Шуларҙың икәүһе генә, шул иҫәптән ағайыбыҙ, һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ағайыбыҙ баһадирҙай кәүҙәле булды. Уны автоматсы, пулеметсыға уҡыталар. Ҡәһәрле һуғыштың бик ҡыҙған мәленә эләгә шул. Шулай, фашистарҙы ҡыра-ҡыра Германияға барып инәләр. Дошмандар совет һалдаттарын үлтереү өсөн магазиндарҙағы аҙыҡ-түлекте ағыулап киткән була.
Ағайыбыҙ һуғыштан 1948 йылда ғына күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтты. Тик уларҙы тағып йөрөргә ваҡыты булманы. Ағайым һуғышта әллә нисәмә мәртәбә ауыр яралана. Башындағы снаряд ярсығын ҡайтҡас Баймаҡ дауаханаһында алдырҙы. Яралары уңала төшкәс өйләнде, ҡатыны менән 7 бала үҫтерҙе. Ағайым да атайыбыҙ кеүек шахтаға эшкә төштө, тик оҙаҡ эшләй алманы, ауырыу уны аяҡтан йыҡты. Еңгәйебеҙ ҙә бик иртә вафат булды. Унан һуң ағайыбыҙ Бәләбәйҙә икенсе еңгәйгә өйләнде, иеретеп йәбештереүсе булып эшләне. Ғәрифулла Кейекбаевтың намыҫлы хеҙмәте Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды. Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәтен үткән, унан илде тергеҙеү өсөн тырышып эшләгән ағайыбыҙҙы 1995 йылда Бәләбәйҙә ерләнек.
Эйе, ауыр йылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең яҙмышы бик тә ҡатмарлы, ауыр булған. Беҙҙең бурысыбыҙ—уларҙы онотмау һәм ҡаһарманлыҡты данлау.
Мәрүәр Шәрипова-Кейекбаева.