АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тәҡдире—иҫән ҡайтыу булған

Күп тә үтмәй тауҙан төшөп килгән һалдат күренә. Күп ғазаптар күреп, һуғыш тамуғынан тере ҡалып, мәйеттәр араһынан табылған һәм 5 ай Берлиндан алыҫ түгел Ланбург ҡалаһында 263-сө эвакуация госпиталендә дауаланғандан һуң ярым үлек хәлендә, аҫҡаҡ таяҡ таянған минең атайым ауылға һуғыштан иҫән ҡайтҡан һуңғы һалдат булып ҡайтып төшә. Уның һалдат моҡсайында госпиталдә балаларыма күстәнәс тип йыйған бер аҙ шаҡмаҡлы шәкәре лә була. Әйткәндәй, атайым таянып ҡайтҡан бамбук таяҡ әле лә беҙҙә һаҡлана, әммә ул ҡартайған көнөндә лә ул таяҡты ҡулына алмаҫ булды. Һуғыш хәтирәләре ауыр булғанға, бәлки, шулай иткәндер.

1945 йылдың авгусы. Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә инде бер-нисә ай ҙа үтеп киткән. Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан фронтҡа киткән ир-егеттәрҙең иҫән ҡалғандары берәм-берәм тыуған ерҙәренә ҡайтҡас, әкренләп ауыл тормошона йәм һәм йән инә башлай. Иң ҡыуаныслы шул: ҡайтҡан һалдаттар араһында имгәктәре юҡ. Ауыр яралылары булһа ла, аяҡ-ҡулдары имен, үҙ аяҡтары менән ҡайттып төштөләр. Әммә һуғышҡа киткән 53 ир-егеттең 21-е яу яланында ҡалыуы үтә лә аяныслы. Шул иҫәпкә бер өйҙән киткән ағалы-ҡустылы Рамаҙан һәм Ғүмәр Аҡтаевтар ҙа инә. Ғүмәр Сталинградта барған ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, Рамаҙандан 1945 йылдың 22 апрелендә “Берлин” операцияһы барышында танк десантсыһы һәләк булды тигән хәбәр килә. Архивта был хаҡта документтар һаҡланған. Был хәлгә айырым туҡталып китергә сәбәп бар.

Хәтирәләр ғәзиз әсәйем һөйләүе буйынса яҙылды.

...Август айының һуңғы йылы көндәре тора. Иген бешкән мәл, яланда ҡыҙыу эш ваҡыты. Эшкә яраҡлы ураҡ тоторҙай ҡыҙ-ҡырҡын, ҡатындар яулыҡтарын ҡыя бәйләп, ураҡ менән иген урып көлтә бәйләй. Һуғыш сыҡҡан йылда ла ошолай иген уңды. Исмаһам, асылҡтан балалар шешенмәҫ, тип үҙ-ара һөйләшеп тә алалар. Шул ураҡсылар менән бергә 36 йәшлек Алмабикә лә (минең әсәйем) ҡайғы-хәсрәтен эш менән баҫып, ураҡ ура. Тап ошо айҙа 1941 йылдың 25 авгусында ирен һуғышҡа алдылар. Дүрт йыл өмөт менән көн итә, колхозда эшләй, инде ҡайтыр тип көткәндә ҡәһәрле һуғыш бөтә өмөтөн ҡара күмергә әйләндерә. Һағыш-зарымды баҫырға ярай балаларым бар тип, ҡара ҡағыҙ алғанына үртәлһә лә, бирешмәҫкә тырышып эшләй.

Ураҡсылар ялға туҡтаған мәлдәрҙә көлөшөп-илашып та ала, һәр кемдең үҙ хәсрәте, үҙ зары...Эҫе төшкәс, тамам эштән арып ғәҙәттәгесә ялға туҡтаған мәлдә ялан буйлап сапҡан һыбайлыны күреп ҡатын-ҡыҙҙар ҡапыл ҡурҡыуға төшә.

--Уй, Аллам, берәй хәл булмаһа ғына ярар ине, янғын ғына сыҡмаһын инде. Ауылда бары ҡарт-ҡоро, бала-саға. Юҡҡа колхоздың арыҡ атын уттай эш ваҡытында саптырмаҫтар,--тип хафалана ҡатындар. Һыбайлы улар яғына ыңғайлағас, араларынан берәү:

--Аһ, был бит Хәлфетдин (Хәлфетдин Ишкилдин, Баймаҡ ҡалаһында йәшәне)түгелме һуң?—тип тә өлгөрмәне , һыбайлы етер-етмәҫтән:

--Алмабикә еңгәй, ҡайт тиҙерәк! Рамаҙан ағай ҡайтып килә! Матрайҙа күргәндәр,--тип һөрәнләне лә кире сапты.

Был хәбәр ураҡсылар араһында ҡапыл ишетелгән шатлыҡлы һөйөнсө буталыш сыулашыу тыуҙырҙы. Хатта араларынан бер тол ҡатын фашистарға үҙ телендә ҡаты ләғнәт уҡып:

--Ана, бәхетленеке үлгән тиһәләр ҙә ҡайтып килә! Ә беҙҙекеләр ҡайҙа һуң?! Ҡайһы ерҙәрҙә ҡалды икән?!—тип сеңләп илай-илай, ошо бәхеттән мәхрүм булыуына әллә көнләшеп, әллә зарланып күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөттө. Алмабикә был ысынлы-бушлы хәбәргә ышаныр-ышанмаҫ:

—Әлләсе, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, бәлки, балаларым хаҡына ҡайтып та киләлер,-- тип ҡыуанырға ла, иларға белмәй. Шул арала ураҡсылар ыуып биргән бер туҡалыҡ игенде яулыҡ осона төрөп, иптәштәре өгөтләүен тыңлап, ауыл яғына ыңғайлай.

Уйына һуғыш барған йылдарҙағы бер хәл иҫенә төшә. Ауыл буйлап бер ҡарт күрәҙәсе бабай йондоҙнамә асып йөрөй ине. Ҡатындар менән Алмабикә лә уға бара. “Бабайың—хужаң тере, ҡайтасаҡ, балаларығыҙ ҙа булыр әле”,--тип өмөтләндергәйне. “Әллә инде”, -- тип тағы икеләнде. Өйөнә ҡайтҡас, бер бутҡалыҡ игенде килелә төйөп, ҡаҙан аҫтына ут яғып тоҡандырҙы ла балаларына хәбәр итте.

Уларҙың балаларса: “Үлгән кеше тереләлер шул”,--тип әйтеүе тағы шикләндерә. Күп тә үтмәй тауҙан төшөп килгән һалдат күренә. Күп ғазаптар күреп һуғыш тамуғынан тере ҡалып, мәйеттәр араһынан табылған һәм 5 ай Берлиндан алыҫ түгел Ланбург ҡалаһында 263-сө эвакуация госпиталендә дауаланғандан һуң ярым үлек хәлендә аҫҡаҡ таяҡ таянған минең атайым ауылға һуғыштан ҡайтҡан һуңғы һалдат булып ҡайтып төшә. Уның һалдат моҡсайында госпиталдә балаларыма күстәнәс тип йыйған бер аҙ шаҡмаҡлы шәкәре лә булған. Әйткәндәй, атайым таянып ҡайтҡан бамбук таяҡ әле лә беҙҙә һаҡлана, әммә ул ҡартайған көнөндә лә ул таяҡты ҡулына алмаҫ булды. Һуғыш хәтирәләре ауыр булғанға, бәлки, шулай иткәндер.

Бәхеткә күрә, Ғүмәр ағайым да һуғыштан иҫән ҡайтты. Беҙҙе хәҙер ул замандарҙан 75 йыл айыра. Ҙур юғалтыуҙар, ауырлыҡтар аша килгән Еңеү яҙы -- 75-се яҙ.Еңеү яҙын яҡынайтҡан, көнө-төнө эшләгән, ураҡ менән иген урған инәйҙәр ҙә, һуғыш тамуғынан тере ҡалған олатайҙар ҙа, үлеп терелгән атайым һәм үҙ бәхетен көтөп алған әсәйем дә күптән гүр эйәләре инде. Улар күргән михнәттәр ҙур романдар яҙырлыҡ. Улар барыһы ла оло шәхес, ҙур наградаға тиң кешеләр. Атайымдың да бик күп наградаларын архив документтары аша таптыҡ.

--Минең өсөн бөйөк награда илемә тере ҡайтыу, тыныс тормош,--тип әйтә ине ул. Беҙ һуғыштан һуң тыуған балалар, хәҙер үҙҙәре инде сәстәренә сал төшкән ил ағалары, хөрмәткә лайыҡлы өләсәй-инәйҙәр.

Йондрҙнамә асҡан бабайҙың һүҙҙәре тормошҡа аша: атайым менән әсәйем 3 балаға ғүмер биргән.

Быйыл 75-се Еңеү яҙын, 25 йыл атайым рухына аят бағышлап ҡаршылайбыҙ. Атайымдың көслө, тормошҡа үткер ҡарашлы, ауырлыҡтарға ,юғалтыуҙарға бирешмәй оҙон ғүмерле булыуы минең һәм минең улым өсөн ҙур өлгө. Ауылға иҫән ҡайтҡан һуңғы һалдат һуңғы юлына ла бөтәһенән дә аҙаҡҡа ҡалып, 92 йәшендә, Бөйөк Еңеүҙең 45-се яҙын ҡаршылап беҙҙең менән мәңгегә бәхилләште. Әммә ул беҙҙең күңелдәрҙә тере, уның биргән кәңәштәре беҙҙең менән бергә йәшәй, онотолмаҫ нур булып тормошобоҙҙо яҡтырта.

Әйткәндәй, беренсе Хәтер китабында атайым әле лә һәләк булғандар исемлегендә иҫәпләнә.

Зәлифә Әмирова.

Сибай ҡалаһы.