АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Миҙал алып ҡыуанды

Бөгөн, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән көндө, Баймаҡ районы хакимиәте етәкселеге әсәйебеҙ Үтәбаева (Хәмитова) Хәбирә Әхмәтшәрәф ҡыҙына юбилей миҙалы алып килеп тапшырҙы. Уның ҡыуанғанын күрһәгеҙ!--Һуғыш тамамланыуға 75 йыл үтһә лә, хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек. Беҙҙең хеҙмәтте шулай баһалауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Еңеү өсөн тырыштыҡ, хәҙер тормош яҡшы, һуғыш ҡына булмаһын! --тине ул район, республика, ил етәкселегенә рәхмәттәр уҡып.

Миҙал алып ҡыуанды

Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллыҡ юбилейы айҡанлы үҫмер саҡтары ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килеп, күп ауырлыҡтар, юғалтыуҙар кисергән тыл һәм хеҙмәт ветерандары, атайыбыҙ Үтәбаев Йосоп Яҡуп улы һәм Үтәбаева (Хәмитова) Хәбирә Әхмәтшәрәф ҡыҙы тураһында яҙып үтергә булдым. Уларҙың да Еңеү яҙын яҡынайтыуға индергән өлөштәре ҙур.

Быйыл үҙенәң 93-се яҙын ҡаршылаған, әле лә күҙҙәре балҡып торған тормошто яратҡан, йор һүҙле ғәзиз әсәйебеҙ менән һоҡланмау һәм ғорурланмау мөмкин түгел. Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ Хәмитова Хәбирә Әхмәтшәрәф ҡыҙы 1927 йылдың 7 мартында Буранбай ауылында Әхмәтшәрәф Сәләхитдин улының һәм Мәхмүзә Йәһүҙә ҡыҙының ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ауылда “халык дошманы” тип яла яғыуҙар, ҡулға алыуҙар башланғас, атаһы Әхмәтшәрәф ғаиләһен ҡурсып, ауылдан сығып китергә мәжбүр була. Улар Семеновск ауылында алтын йыуыу эшендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Семеновскийҙа Варис ағаһын (1919 йылғы) йәшен атып, фәжиғәле үлеп ҡала. Тыныс тормош эҙләп, Хәйбулла районының Әҙел тигән ауылына килеп төпләнәләр. Эшләйем тигән кешегә эше лә, ашы ла табыла, тик ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә хәйерселек хөкөм һөрә.

Әсәйебеҙгә 1-се класҡа уҡырға барырға ваҡыт етә. Мәхмүзә өләсәй ҡаты ауырып китеү сәбәпле, отҡор, һәләтле әсәйебеҙгә мәктәптә белем алыу бәхете эләкмәй. Үҙенән кесе туғандарын ҡарау, өй эштәре уның иңенә төшә. 1937 йылдың йәйендә ғаилә кәңәшләшеп, Ҡаратал ауылына күсеп ҡайта. Уларға ваҡытлыса, шаҡарманан һуғып эшләнгән, иҙәне лә булмаған, пекарняла йәшәргә рөхсәт итәләр. Ҡайғы-хәсрәт килер булһа, ҡайҙа ла ҡыуып етә шул. Күп тә үтмәй, йәйҙең иң йәмле мәлендә, ҡыҙарып еләк бешкәндә, Мәхмүзә өләсәй 41 йәшендә балаларын етем ҡалдырып, үлеп китә. Ун йәшлек, әле үҙе лә балалыҡтан сыҡмаған әсәйебеҙ һеңлеләре Ғәбиҙә һәм Фаҡиһаға, йәш ярымлыҡ ҡустыһы Ғатауллаға ҙур терәк һәм таяныс була. Ҡайғылы-хәсрәтле тормош дауам итә. Көҙгә улар баракка күсеп сыға. Бер баракта мәктәп, ҡалғандарында икешәр ғаилә өйҙәш булып йәшәй. Ҡартатай үгәй әсәй алып ҡайта. Етешер-етешмәҫ йәшәгән ишле ғаиләгә балалары менән килгән үгәй әсәйҙән бәләкәстәргә әллә ни ҡарау эләкмәй.

Халыҡтың бер аҙ тамағы икмәккә туйып, киләсәккә якты өмөттәр менән йәшәй башлағанда, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.

Ҡотдос, Мөхтәр, Мәхмүдйәр ағалары бер-бер артлы һуғышҡа китә. Ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, ауыл етемһерәп ҡала. Үгәй әсәй ауылына ҡайтып китә.

1941 йылда 14 йәшлек әсәйебеҙ Баймаҡ совхозына эшкә төшә. Үҫмер ҡыҙҙарҙы Бөрйәнгә, Белоретҡа ағас ҡырҡырға ебәрә башлағас, ҡартатай туғандарын әсәй урынына ҡараған ҡыҙының йәшен ике йылға кәметеп яҙырға мәжбүр була. Уйнап, шатланып йөрөр балаларҙы һуғыш эшкә өйрәтә. Ағас ҡырҡмаһа ла, эшләмәгән эше ҡалмай уның. Үҙ тиҫтерҙәре менән яҙлы-көҙлө баҫыуҙа иген эшендә булһа, йәйен бесән әҙерләүҙә ярҙамлаша. Иген араһынан ҡый йолҡалар, елкәләренә һалып ауыр тоҡтарҙы ташыйҙар, ҡул елгәргесе сортировка-веялкала иген елгәрәләр. Уны ике кеше ҡул менән әйләндереп тора. Әсәйемдең буйы етмәгәс, ике таҡта һалып бирәләр, аҙаҡ, үҫә төшкәс, бер таҡтаға ҡала. Иген өҫтөндә эшләһәләр ҙә үҙҙәре ас була, бер ус бойҙайға ла ҡағылмайҙар, һуғыш закондары бик ҡаты була. Йәйен бесән сабып, тырматып, күбә һалалар. Ауылда эҫкерт һалырҙай ир-ат бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡала. Әсәйемдең эшкә әрһеҙ икәнен күреп, Шәрифулла Ҡасҡынов үҙе янына эҫкерт һалыуға ала. Күбә һалғандарға – 300 грамм һоло оно, эҫкерт һалғандарға – 800 грамм икмәк бирәләр. Төндәрен 46-сы һанлы йылҡысылыҡ заводының һуғыш өсөн әҙерләнгән аттарын, һалҡын иген келәттәрен алмашлап ҡарауыллайҙар. Ҡышын һыйыр егеп, ямғырына буранына ҡарамай утынын да, бесәнен дә ташырға тура килә уға. Мең бәлә менән алып ҡайтҡан бер йөгө бер аҙнаға ғына етә. Ҡайһы бер йылдарҙа яуын касафатынан халыҡ үҙ малына бесәнен йыйып ала алмай ыҙалаған. Яңғыҙ һыйырҙары ла яҙ сыға алмай, күтәртеп үлгәс, былай ҙа йонсоу ғаиләләргә бик ауырға тура килгән, аслыҡтан интегәләр, хатта ағыулы башаҡ ашап үлгәндәр ҙә етерлек була. Шуға кешеләр мал ҡәҙерен белгән, нисек тә һыйыр ағынан өҙөлмәҫкә тырышҡан. Яҙын ҡар иреп, ҡара ергә аяҡ баҫыу менән, бар халыҡ бигерәк тә өйҙә ас-яланғас ултырған бала-саға йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған һымаҡ ер ризыҡтарын ашап кинәнгән.

Һуғыштың өсөнсө йылында халыҡҡа ашарға ҡалмай. Аслыҡтан уларҙы йылҡысылыҡ заводына ҡайтарылған һоло ҡотҡара. Ул яҙҙы әсәйебеҙҙе ашнаҡсы ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Ҡырҙа урындык эшләп, ҡул тирмәне ултырталар. Һолоно ҡабығы менән ҡаҙанда ҡурмас итеп ҡурып, ҡул тирмәненән тартып елгәрәләр һәм көнөнә өс тапҡыр эшселәргә һоло бутҡаһы бешереп ашаталар. Барыһы ла фронт өсөн, тип алһыҙ-ялһыҙ эшләйҙәр. Хәҙерге һымаҡ күпме эш хаҡын алырҙарын уйламайҙар, тамаҡ туйһа, шул етә уларға, ә ашау күп ваҡыт астан үлмәҫлек кенә була.

Йәш саҡ – дәртле саҡ инде. Асбыҙ тип тормайҙар, киске уйындар ойошторалар, гармунсы булмаһа, таҡмаҡҡа бейейҙәр. Ул йылдарҙа халыҡ таҡмаҡ сығарыуға бигерәк әүәҫ була.

Ауылда ҡара ҡағыҙ килмәгән бер ғаиләлә лә ҡалмай тиерлек. Әсәйебеҙҙең дә ике ағаһына похоронка килә. Һуғышка тиклем Баймаҡта райком партия эшендә эшләгән коммунист, танк командиры Ҡотдос ағаһы (1917 йылғы) 1945-се йылдың ғинуарында Польшаны азат итеү өсөн барған һуғышта, фашистарҙың ҡамауы аҫтында ҡалып, геройҙарса һуғышып, танк эсендә янып үлә. 20 йәше лә тулмаған уҡсылар отряды командиры Мәхмүдйәр ағаһы (1925 йылғы) Эстония ерендә мәңгелеккә ятып ҡала. 16 йәшенән Баймаҡ совхозында тракторист булып эшләгән Мөхтәр ағаһы (1921 йылғы) данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында, үҙ ғүмерен аямай һуғышып, өс тапҡыр ауыр яраланып, яңынан сафҡа баҫа. Уның һуғыш юлы Германияла Бранденбург ҡапҡалары янында барған алыштан һуң тамамлана. Ул Бөйөк Еңеүҙе Франкфурт ҡалаһында ҡаршылай.

«Атайһыҙ ҡалған - ярты етем, әсәйһеҙ ҡалған – үкһеҙ етем» тиһәләр ҙә, атайыма шул хәтле рәхмәтлемен, беҙҙе һәйбәт ҡараны. Ул бик йүнсел булды, күндән итектәр, галоштар текте. Баҙарға барып, йә һатып, йә аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға алмаштырып ҡайтыр булды. Бер стакан он – 25 һум, бер стакан тоҙ – 25 һум тип әйтә торғайны. Атайым мине йылы кейендереп йөрөттө. Миңә үҙенең толобонан тун, һарыҡ тиреһенән бейәләй тегеп бирҙе. Быймам да, ҡалын шәлем дә булды. Ошо йәшемә тиклем йәшәүем дә атайым хәстәрлеге арҡаһындалыр», --тип әле лә йыш ҡына рәхмәттәрен уҡып, иҫкә ала әсәйебеҙ ғәзиз кешеһен.

Һуғыштан һуң да эшләмәгән эше ҡалмай, йәйен бесәндә, яҙын-көҙөн иген эшендә була. Һарыҡ фермаһында эшләй, быҙауҙар ҙа ҡарай. 1973-1979 йылға тиклем Ҡаратал мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп, хеҙмәт ветераны булып, хаҡлы ялға сыға.

1947 йылда Хөкүмәтебеҙ уның тырыш хеҙмәтен “1941-1945 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән баһалай. Шулай уҡ уның: «За долгий добросовестный труд», 5 юбилей, «Әсәлек» миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар.

1947 йылда әсәйебеҙ яҙмышын Үтәбаев Йосоп Яҡуп улы менән бәйләй.

Атайыбыҙ 1928 йылдың 15 мартында Буранбай ауылында Үтәбаев Яҡуп Әбләйез улы һәм Хәҙисә Рәхмәтулла ҡыҙының ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1929 йылдың ноябрь айында дини белемле малсылыҡ агенты Яҡуп Әбләйез улын “халыҡ дошманы” тип ҡулға алып, һөргөнгә ебәрәләр һәм бер ғәйепһеҙгә атып ултерәләр (26.04.1989 йылда уның исемен аҡлайҙар). Атын, һыйырын, өйөн тартып алалар. Ҡатыны Хәҙисә, ҡыҙы Сәрбиһан, бер йәшлек улы Йосоп менән тороп ҡала. Ҡартәсәй балаларын бик күп ауырлыҡтар менән үҫтерә. Атайыбыҙ бәләкәйҙән намыҫсан, эшһөйәр булып үҫә. Ғәҙелһеҙлектең “дошман балаһы” тип йәберләүҙәрҙең, ас-яланғаслыҡтың барыһын да татырға тура килә уға. Бөйөк Ватан һуғышы башланып китеү сәбәпле, ул 4 кластан ары уҡый алмай. Һуғышҡа тиклем уҡ әллә күпме михнәттәр күргән ғаиләгә тормош тағы ла нығыраҡ һынауҙар ҡуя. Аяуһыҙ һуғыш бала-сағаны иртә ир еткерә. Атайыбыҙ тиҫтерҙәре менән тау баштарынан аҡ таштарҙы ҡутарып, ат менән Баймаҡ заводына ташый башлай. Ауыр эштән, аслыҡтан хәлһеҙләнгән малайҙы йәлләп, кемдер уларға торфҡа эшкә барырға кәңәш итә. Ҡәртәсәйебеҙ балаларын алып торфҡа сығып китә. 1941 йылдың көҙөнә улар Ҡаратал ауылына күсеп килә. 13 йәшлек атайыбыҙ Баймаҡ совхозына эшкә төшә, уларға йәшәргә землянканан урын бирәләр. Ул һуғыш өсөн әҙерләнгән 46-сы һанлы йылҡысылыҡ заводының аттарын ҡараша. Был эш ҙур яуаплылыҡ талап итә. Аттарҙы көндә йыуып, таҙартып, алдарынан һоло, бесән өҙмәй ашатып торалар. Йыш ҡына военкомдан килеп, аттарҙың үлсәмдәрен алып, тикшереп торалар. Баймаҡ районынан фронтҡа 1000-ләп ат тәрбиәләнеп оҙатыла. Бында беҙҙең атайыбыҙҙың да хеҙмәт өлөшө ингән. Тиҫтерҙәре менән иген баҫыуында эшләй, бесән саба, күбә тарттырып эҫкерт һалыша. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта, ҡалын ҡарҙы ярып, арыҡ аттарҙа, һыйыр егеп совхоз малына бесән ташуыҙар ҙур бәләгә әйләнә. Тамаҡтары ас, ямаулы киндер ыштын, үтәнән-үтә ел өргән иҫке фуфайкала йөрөгән үҫмерҙәр тамам йонсой. Шулай ҙа ирендәрен ҡан тешләп түҙәләр, сөнки Бөйөк Еңеүҙең беҙҙең яҡта буласағына бер кем дә шикләнмәй.

Һуғыш бөткәс, уға алыҫ Магнитогорск ҡалаһынан ат менән яғыулыҡ ташырға, баҫыуҙа бригадир-баҫыусы булырға, һуңыраҡ һөтсөлөк фермаһында бригадир хеҙмәтен башҡарырға тура килә.

Йосоп Яҡуп улы – тәүге сиҙәмселәрҙең береһе. Ул сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә бик ҙур өлөш индерә. 1958 йылда трактористар курсын тамамлай. 1963 йылда уны партия сафына алалар. Бик күп йылдар социалистик хеҙмәт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгән коммунист атайыбыҙ 1986 йылға тиклем, үҙ эшен яратып, ысын игенсе исеменә тап төшөрмәй, намыҫ менән тракторист-комбайнер булып эшләне. Ураҡ мәлендә, ярты төн ауғас, шахтер һымаҡ күҙҙәре, тештәре генә йылтырап, эшенән кинәнес табып, йырлап ҡайтып ингән атайымды беҙ балалар бик һирәк кенә күреп ҡала торғайныҡ. Һуңғы йылдарҙа телевизорҙан заманса комбайндарҙы күреп ихлас һоҡланғаны: «Бер генә ултырып ҡарарға ине”,-- тип балаларса хыялланғаны эле ле иҫебеҙҙә. Ҡайһы саҡ: «Ана, беҙ сәмләнеп, ярышып эшләгән баҫыуҙарыбыҙ хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй, ҡый баҫып ята»,-- тип әсенеп һөйләнер ине. Атайыбыҙ 1986-1988 йылдарҙа совхоздың өлкән чабаны булып эшләп, хеҙмәт ветераны булып, хаҡлы ялға сыҡты. 1947 йылда Хөкүмәтебеҙ атайыбыҙҙың тырыш хеҙмәтен “1941-1945 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән баһалай. Уның шулай уҡ «За долгий добросовестный труд», «За трудовое отличие», 4 юбилей миҙалдары, знактары: «РСФСР ауыл хужалыҡтарының социалистик ярыш отличнигы 1966йыл», «Социалистик ярыш еңеүсеһе 1978йыл», «Социалистик ярыш еңеүсеһе 1980йыл”, 20-ләп маҡтау ҡағыҙҙары бар.

Ул әсәйебеҙ менән 68 йыл ғүмер итеп, 2 улға һәм 5 ҡыҙға ғүмер биреп, 6 баланы уҡытып, аяҡҡа баҫтырып, 14 ейән-ейәнсәренә, 18 бүлә-бүләсәләренә ҡартатай булып, 2015 йылда 86 йәшендә мәрхүм булды.

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ элеге көндә Ҡаратал ауылында, атайыбыҙ менән ҡорған нигеҙҙең йылыһын һаҡлап, 5 ҡыҙының, кейәүҙәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, ҡәҙер хөрмәттә ғүмер кисерә.

Бөгөн, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән көндө, район хакимиәте етәкселеге әсәйебеҙгә юбилей миҙалы алып килеп тапшырҙы. Уның ҡыуанғанын күрһәгеҙ!

--Һуғыш тамамланыуға 75 йыл үтһә лә, хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек. Беҙҙең хеҙмәтте шулай баһалауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Еңеү өсөн тырыштыҡ, хәҙер тормош яҡшы, һуғыш ҡына булмаһын! --ти ул район, республика, ил етәкселегенә рәхмәттәр уҡып.

Барлыҡ балалары исеменән Сәлимә Йосоп ҡыҙы Яуғастина.