АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Буйы бәләкәй булһа ла, йөрәге ҙур була уның

...Шул ваҡытта Ғатау ағайым ике тәүлеккә генә отпускыға ҡайтҡан ине. Ул мине Силәбегә тиклем эйәртеп алып барырға уйлай ине, беҙҙе хәрби комиссариатта оҙаҡ көттөргәс, ағайым Баймаҡтан Сибайға ҡарай үҙе юлға сыҡты. Атайым Зиннәт Камал улы Ваһапов уны тау башына тиклем оҙатып китте. Хушлашҡан ваҡытта Ғатау ағайым атайыма: “Был һуғыштан мин тере ҡайта алмам. Төшөмдә күрҙем, бәхил булығыҙ!—тип әйткән. Ысынлап та, был уның беҙҙең менән һуңғы күрешеүе булып сыҡты. Шул ике арала беҙҙе лә Түбә аша Магнитҡа йәйәү алып киттеләр. Атайым фронтҡа оҙатылыусыларҙы Баймаҡтың Трактовый урамындағы күперҙә ҡыуып етеп, мине табып, хушлашып, илап тороп ҡалды. Ни эшләйһең инде, бер улын бер яҡҡа, икенсеһен икенсе яҡҡа үлем ҡырҙарына оҙатып ҡалыу атай-әсәйҙәргә лә еңелдән булмағандыр.

Буйы бәләкәй булһа ла, йөрәге ҙур була уның

Сибай ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Уларҙың да йәштәре 90-дан үткән, сәләмәтлектәре ҡаҡшаған, һуғышты иҫләрлек тә, һөйләрлек тә хәлдә түгелдәр. Ярай әле фронтовиктар менән йәшерәк саҡтарында осрашып, яу юлдарын яҙып алып ҡалғанбыҙ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан фронтовик Ғиззәт Зиннәт улы Ваһапов менән бынан 5 йыл элек Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә ҡорған әңгәмәнән сығып, гәзит, ғаилә архивындағы материалдарға таянып, хәтирәләрҙе яңырттыҡ.

...Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ғаиләбеҙ менән Баймаҡтың Яңы Иҙелбай ауылында йәшәй инек.

1941 йылдың 22 июне сыуаҡ, матур көндәрҙең береһе булып, Баймаҡ халҡы сәсеүҙе уңышлы тамамлау уңайынан һабантуйҙа гөрләшә ине. Уйын-көлкө, кәйеф-сафа ҡыҙған мәлдә һыбайлы хәрби комиссариат вәкиле килеп, һуғыш башланыуы хаҡында ҡот осҡос хәбәр еткерҙе. Кешеләрҙә байрам ҡайғыһы китте, һәр кем өйөнә ҡайтырға ашыҡты, ығы-зығы башланды.

Өлкән ағайыбыҙ Ғатау Зиннәт улын фронтҡа шунда уҡ алып киттеләр. Ике йыл алда ғына кадровый хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан һалдат башта Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте. Лейтенант, взвод командиры булды. 1943 йыл башында Көнбайышҡа немец фашистарына ҡаршы һуғышҡа ебәрелде. Шул уҡ йылдың ноябрендә батырҙарса һәләк булып, Гомель өлкәһенең Ветковский районы Новоселки ауылында ерләнгән. Шулай итеп Ғатау Зиннәт улы 27 йәшендә дәһшәтле һуғыш ҡорбаны булып ҡалды. Унан аманат булып Булат исемле улы ғына ҡалды.

Ғатау ағайымдың фронттан яҙған хаттары һаман да һаҡлана. Унда ошондай юлдар бар:

Уралҡайым, һинең ташҡайыңды,

Маяҡ итеп сәнсеп ҡуяйым.

Иҫән-һауҙар йөрөп илгә ҡайтһам,

Гөлт итереп донъя көтәйем.

Тыуған илен һаҡлап ғәзиз башын һалған ағайымдың ошо шиғырында уй-хистәре, тормошто яратыуы, хыял-өмөттәре асыҡ сағыла.

Ҡәһәрле һуғышҡа өлкән ағайыбыҙҙы оҙатҡанға күп тә үтмәне икенсе ағайыбыҙ 1923 йылда тыуған Ғибат Зиннәт улына ла повестка килде. Ул Днепр йылғаһын аша сыҡҡан саҡтағы бәрелештәрҙең береһендә башына ауыр яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, илгә кире ҡайтарылды. Фронттан ҡайтҡас өйләнде, ҡыҙы Мәрйәм тыуҙы. Ләкин күп йәшәй алманы, 1951 йылда 28 йәшендә генә донъя ҡуйҙы. Үҙенең оҙаҡ йәшәй алмаҫын һиҙгәндер, күрәһең. Мәжлестәрҙә ултырғанда йыш ҡына “Һандуғас” көйөнә былай тип йырлай торғайны:

Ҡасан да ғына һайрай һары һандуғас,

Апрель айы бөтөп, май тыуғас.

Кем ғүмеркәйҙәре менән кем йәшәһен,

Үҙ ғүмеркәйҙәрең аҙ булғас...

Ул ваҡытта йәш кенә булһам да һуғыш мине лә ситләп үтмәне. Мин 1925 йылда тыуғанмын. 1942 йылдың декабрь айында саҡырыу ҡағыҙы алдым, ләкин буйым метр ярымдан 3 сантиметрға кәм булғас, 3 айға өйҙә ҡалдырҙылар. Шулай ҙа аҙна һайын тигәндәй хәрби комиссариатҡа саҡырттылар. Шулай итеп, 1943 йылдың 3 мартында фашистарҙы тар-мар итеүгә миңә лә сират етте.

Шул ваҡытта Ғатау ағайым ике тәүлеккә генә отпускыға ҡайтҡан ине. Ул мине Силәбегә тиклем эйәртеп алып барырға уйлай ине, беҙҙе хәрби комиссариатта оҙаҡ көттөргәс, ағайым Баймаҡтан Сибайға ҡарай үҙе юлға сыҡты. Атайым Зиннәт Камал улы Ваһапов уны тау башына тиклем оҙатып китте. Хушлашҡан ваҡытта Ғатау ағайым атайыма: “Был һуғыштан мин тере ҡайта алмам. Төшөмдә күрҙем, бәхил булығыҙ!—тип әйткән. Ысынлап та, был уның беҙҙең менән һуңғы күрешеүе булып сыҡты. Шул ике арала беҙҙе лә Түбә аша Магнитҡа йәйәү алып киттеләр. Атайым фронтҡа оҙатылыусыларҙы Баймаҡтың Трактовый урамындағы күперҙә ҡыуып етеп, мине табып, хушлашып, илап тороп ҡалды. Ни эшләйһең инде, бер улын бер яҡҡа, икенсеһен икенсе яҡҡа үлем ҡырҙарына оҙатып ҡалыу атай-әсәйҙәргә лә еңелдән булмағандыр.

Магнитогорск ҡалаһына тиклем 4 тәүлек йәйәү барҙыҡ, шунан Силәбе, Өфөгә юлландыҡ. Артабан Ырымбур өлкәһенең Аҡ-Болаҡ станцияһына оҙаттылар. Унда буласаҡ һалдаттарҙы радиотелеграфисҡа уҡытып, Мәскәүҙең Великополье станцияһына ебәрҙеләр. Унан хәрби ҡорамалдар һәм ауыр радиостанцияларҙы йөкмәгән килеш фронт һыҙығына ҡәҙәр 300 саҡрым йәйәү барҙыҡ. Юлда бер нисә тапҡыр бомба, артатыш аҫтында ҡалдыҡ.

Икенсе Прибалтика фронты составында фашистарҙан Калинин өлкәһен, Белоруссия, Литва, Эстонияны азат иттек. Ленинградты блокада ҡамауынан ҡотҡарыуҙа ҡатнаштым. Фронттың бөтә ғазаптарын да үҙ башымдан үткәрҙем: окоптарҙың үҙәккә үткәргес һыуыҡтары, аслыҡ, дуҫтарҙы юғалтыу...Бөйөк Еңеүҙе Латвия ерендәге һалҡын окоп эсендә ҡаршыланыҡ. Еңеү хаҡында иң беренсе беҙ—радистар хәбәрҙар булып, артабан ғына башҡаларға еткерҙек. Шул ваҡыттағы ҡыуаныуҙарыбыҙ!

Әммә Еңеүҙән һуң да совет һалдаттары күпләп ҡырылды: пленға төшмәгән фашистар, власовсылар атһынмы, ялан-ҡырҙарҙы минанан таҙартҡанда ла байтаҡтар баҡыйлыҡҡа күсте. Ат арбаһына тейәлгән минаны оҙатып китеп барғанымда танкка ҡаршы һалынған мина өҫтөнә тәгәрмәс менеп китеп, мин дә саҡ тере ҡалдым. Арбаны, атты, уның өҫтөндә ултырып китеп барыусы һалдатты шартлау әллә ҡайҙа алып ырғытты. Бәхеткә күрә, арбалағы миналар шартламаны, шуға ла был мәхшәрҙән имен ҡотолоп һәм тыуған яҡтарыма әйләнеп ҡайттым.

Мине уҡытыусы булараҡ, хәрби хеҙмәттән башҡаларға ҡарағанда иртәрәк 1945 йылдың декабрендә демобилизацияланылар. Магнитогорск ҡалаһынан Баймаҡҡа күмер тейәгән йөк машинаһына ултырып ҡайттым. Өҫтә шинель, аяҡта инглиз ботинкаһы ғына, 40 градус һалҡында шығырлап туңдым. Баймаҡҡа килеп еткәс, автохужалыҡ эргәһендә йәшәгән таныштарға йылынырға индем. Шул ваҡытта райондың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү бүлегендә эшләгән бер йәш кенә ҡыҙ мин төшкән өйгә толоп һорап килеп инде. Ул, минең буласаҡ ҡатыным--Маһруй Мөхлис ҡыҙы булып сыҡты, ауылдар буйлап йөрөп һуғыш инвалидтарына пенсия юллау, уны таратыу менән булыша икән. Йылыныу саралары һорап инеүебеҙ осрашыуыбыҙға сәбәп булғандыр. Был изге йорт беҙгә ғүмерлек йылылыҡ, мөхәббәт усағы бүләк итте. 1947 йылда Маһруй Мөхлис ҡыҙы менән өйләнештек.

Ҡатынымдың да яҙмышы ла еңелдән үрелмәгән. Ҡайным Мөхлис Үтәбаев заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған. 1931 йылда уларҙың ғаиләһе кулак тип табылып Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡасабаһына һөргөнгә ебәрелгән. Ҡәйнәм шунда үлгән, ҡайнымды 1937 йылда 10 йылға төрмәгә ултыртҡандар. Урамда тороп ҡалған ике ҡыҙҙарын изге күңелле кешеләр йәлләп, балалар йортона урынлаштырған. Маһруй Мөхлис ҡыҙы 1942 йылда Баймаҡта йәшәгән апайҙарына ҡайтып эшләй башлаған. Атаһы 1947 йылда ғына Себерҙән Баймаҡ районының Буранбай ауылына ҡайтып төпләнгән. 2013 йылда Буранбай ауылы халҡы Мөхлис Үтәбаевтың тыуыуына 125 йыллыҡты бик ҙурлап үткәрҙе.

Һуғыштан һуң да тормош еңелдән булманы. Емереклектәрҙе тергеҙеүгә күпме көс сарыф ителде. Киске мәктәпте тамамлап, райондың мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй башланым. 4 бала атаһы булғандан һуң Өфө юғары партия мәктәбен тамамланым. 40 йылдан ашыу Баймаҡ, Сибай ҡалаларының комсомол, партия, совет, профсоюз ойошмаларында эшләнем. Шуның 10 йылы Сибай ҡалаһы башҡарма комитетының рәйесе урынбаҫары дәрәжәһендә уҙҙы. Бөйөк Ватан һуғышында алған II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены янына “Почет билдәһе” ордены өҫтәлде, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” һәм бик күп юбилей миҙалдарым яу, хеҙмәт юлыма баһа. РСФСР-ҙың персональ пенсионерымын, ВЛКСМ-дың Башҡорт обкомы, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы, республиканың ветерандар советы, Коммунистар партияһының, Сибай ҡалаһы башҡарма комитеты, ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән наградланғанмын. Отставкалағы подполковник булараҡ, йәмәғәт һәм патриотик эш алып барҙым. Район һәм ҡала советтарына депутат итеп һайландым, ҡаланың ветерандар советында эшләнем, йәштәр, уҡыусылар менән осрашыуҙарға һәр ваҡыт ихлас йөрөнөм. Ныҡ олоғайғас ҡына осрашыуҙарға йөрөүҙән туҡтаным.

Эш буйҙа түгел икән...

Бынан 5 йыл элек осрашҡанда Ғиззәт Зиннәт улы теремек ине, ҡатыны, тыл ветераны Маһруй Мөхлис ҡыҙы ла күҙе насар күрһә лә, хәбәргә шәп ине.

Олатай әрмегә алынғанда буйы метр ярымға ла етмәүен башта яҙып үткәйнек. Буйына бәйле хәлде ҡыҙыҡ итеп һөйләне. Стройҙа торғанда унан бер генерал:

--Что такой ростом маленький?—тип һорай.

--Пород такой,--тип яуап бирә руссаһы ла шул сама ғына булған Ғиззәт Ваһапов.

--Ҡыҙым, эш буйҙа түгел икән. Яу юлын үткән ирем менән тыныс тормошта матур ғүмер иттек. Өс улға, бер ҡыҙға ғүмер бирҙек. Балаларыбыҙ бөтәһе лә юғары белемле, төрлө тармаҡтарҙа эшләй, Өфөлә, Сибайҙа йәшәй. 7 ейән-ейәнсәребеҙ, 11 бүләсәләребеҙ бар,--тине Маһруй Мөхлис ҡыҙы. –Әйткәндәй, минең дә наградалар күп ул: “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда намыҫлы хеҙмәте өсөн” һәм юбилей миҙалдарым бар. Бухгалтер булып эшләнем, хеҙмәт ветеранымын.

Ошо осрашыуҙан һуң уларға хәл белешергә йыш инеп йөрөнөм. Ҡыҙы менән кейәүе, улдары, килендәре инде түшәктә ятҡан ололарҙы шул тиклем ҡәҙерләп ҡарауҙарына шаһит булдым. Маһруй Мөхлис ҡыҙын репрессия ҡорбаны булараҡ гәзиткә яҙырға ингәндә, уларҙың түшәктә лә етәкләшеп ятыуын күреп һоҡландым.

-- Йәшләй генә иңдәренә әҙәм күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтар төшһә лә әсәйем менән атайым бергә-бергә оҙон бәхетле тормош юлы үтте. Улар бит 70 йыл бергә йәшәй. Хәлдәре ауыр булыуын икеһе лә тоя, атайым инде әсәйҙе бер минутҡа ла эргәһенән ебәргеһе килмәй,--тине ата-әсәһен бағыусы Альмира Ғиззәт ҡыҙы.

Ҡыҙғанысҡа күрә, 2 йыл ярым элек Маһруй Мөхлис ҡыҙы яҡты донъя менән бәхилләште. Йәй 95 йәшен тултырасаҡ ҡарт һалдат Ғиззәт Зиннәт улын бөгөнгө көндә балалары ныҡлы баға, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.

40 йылға яҡын бер-береһен эҙләйҙәр

5 йыл элек осрашҡанда ғаилә архивындағы гәзит материалдары араһында русса яҙылған ҡыҙыҡлы мәҡәлә күҙгә ташланды. Баҡтиһәң, Ғиззәт Зиннәт улы менән фронтташы Ырымбур өлкәһенең Судьбодаровка ҡасабаһынан Иван Федорович Обрезаненко бер-береһен фронтта айырылышҡандарынан һуң 37 йыл эҙләгән.

...Баштан хәрби хеҙмәткә бергә алынып, яу юлын бер тапҡыр ҙа айырылышмайынса үткән дуҫтар Ғиззәт менән Иван Обрезаненконың да юлдары һуғыш бөткәс кенә аймылыша. Ғиззәт Зиннәт улы һуғыш тамамланған йылдың декабрендә ҡайтып китә, Иван Федорович хәрби хеҙмәтен дауам итеп ҡала.

Йыл һайын Еңеү байрамы етһә Ғиззәт яуҙаш дуҫын иҫенә төшөрөп, тағы Ырымбур тарафтарына хат яҙа. Уға тағы:“Ундай кеше юҡ”,—тигән яуап килә. Тик Совет Армияһының үҙәк архивынан ғына уға ыңғай яуап була. Яуап хатына: “Рядовой Обрезаненко Ырымбур өлкәһенең Новосергиевский районынан фронтҡа алынған”,--тигән иң ҡиммәтле мәғлүмәт беркетелгән була. Адрес билгеле булғас, Ғиззәт Зиннәт улы район гәзите журналистарынан фронтташ дуҫы Иван Обрезаненконы эҙләп табышыуҙа ярҙам һорай. Журналистар уға Иван Федоровичтың ауыл хәбәрсеһе булыуын, редакцияла йыш йөрөүен белгертә. Шулай итеп дуҫтар бер-береһен таба.

Иван Федоровичтың хатынан:

“Мин дә бит һине оҙаҡ йылдар эҙләнем. Хатыңдың һәр һүҙен ҡабат-ҡабат уҡып ятлап бөттөм. Һине табыуыма шул тиклем шатмын. Бер хатта уларҙың бөтәһен дә яҙып бөтөп булмай. Тик шуны ғына әйтә алам: һуғыштан һуң да юғалып ҡалманыҡ, бөтәһен дә яңынан тергеҙергә тура килһә лә бирешмәнек.

Мин эске эштәр органдарында эшләнем. Капитан чинында отставкаға сыҡтым. Һөнәрем буйынса юрисмын, шуға ла йәмәғәт тормошта әүҙем ҡатнашам. Һинең дә тормошта күп нәмәләргә өлгәшкәнеңде белдем. Тимәк, беҙҙең яҙмыштар бер юлдан тәгәрәй...”

Фронтовиктарҙың яу юлы ғына түгел, тыныс тормоштағы йәшәйештәре лә оҡшаш хатта. Икеһенең дә түшендәге һуғыш наградаларына 7 хеҙмәт наградалары өҫтәлгән. Ғаилә хәлдәре лә оҡшаш: 3-әр улдары, бер ҡыҙҙары бар. Ә иң мөһиме уларҙың холоҡтары бер төрлө. Ике яугир ҙа ныҡлы характерлы, ирек ярата, маҡсатҡа ынтылыусан. Тап ошо холоҡтары һуғыш михнәттәрен лайыҡлы үтергә ярҙам иткәндер.

Ә уларҙың осрашыуы үҙе бер айырым тарих

Яуҙаштарҙың осрашыуын Сибай ҡалаһының Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында (әле янғындан һуң тергеҙелеп ятҡан филармония) залында үтә. Бының өсөн ҡала етәкселеге Иван Обрезаненконы алдан Сибайға саҡыра. Кис уны халыҡ шығырым тулы залға ултыртып ҡуйып, сара башланыуын көтөргә ҡуша.

--Мин, әлбиттә, алдан уҡ сарала иремдең фронтташы менән осрашасағын белә инем. Әммә был хаҡта беҙ Ғиззәткә әйтмәнек, Бөйөк Еңеүгә арналған сара ойошторола, тип кенә белде. Әҙерлек барышында ла яугирҙәрҙең күрешәсәге сер итеп һаҡланды. Кисә башланып, алып барыусы Ғиззәт Зиннәт улы һәм уның яуҙашы, уларҙың дуҫлыҡтары хаҡында һөйләп торҙо ла, сәхнәлә ултырған ветеран иремдән:”Ә һеҙ Иван Федорович менән осрашырға теләйһегеҙме?”—тип һораны. Шул ваҡытта Иван Обрезаненко урынан ырғып тороп сәхнәлә уҡталды...Был ваҡиғаға залдағы бер кешелә битараф ҡала алманы: кешеләр илай-илай ҡыуанды. Ә дуҫтар ни тиергә лә белмәне: берсә аптырап, берсә ҡыуанды, өнөммө-төшөммө, тип үрһәләнде, ҡосаҡлашып туя алманы,--тип хәтерләне мин уларға хәл белешә барғанда ул мәлдәрҙе мәрхүмә Маһруй Мөхлис ҡыҙы.

Ике дуҫты осраштырыуға ҡаланың шул ваҡыттағы ЗАГС бүлеге начальнигы Фәимә Тимербәк ҡыҙы Арсланбаева ҙур тырышлыҡ һалған.

Шунан Ваһаповтарҙы Обрезаненколар Ырымбур өлкәһенә үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Уларҙы иң ҙур ҡунаҡ итеп ҡабул итеп, мул табын ҡоралар. Шунан алып яуҙаштар араһын хаттар бәйләй. Тормоштарындағы барлыҡ шатлыҡтары, ҡыуаныстары, ҡайғылары менән дә уртаҡлашып йәшәүҙәрен дауам итәләр. Фронтовиктарҙың балалары атайҙарының дуҫлығы менән ғорурлана. Ваһаповтар Ырымбурға барһа Обрезаненколарға инмәйенсә уҙмай, уларҙың юлы ла Сибай аша үтһә, Ваһаповтарға һуғылмай үтмәй. Хаттарҙың береһендә Иван Федорович улдарының береһен ерләүен белгертеп яҙа. Ваһапов уның тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.

Йылдар берәүҙе лә аямай шул... Дуҫы Иван Обрезаненконың 95 йәшенә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына саҡ ҡына етә алмай гүр эйәһе булыуын Ғиззәт Зиннәт улы ауыр кисергән. Әлбиттә, уның да сәләмәтлеге шәптән түгел: һыҙлана, хәтере тарҡау, дарыу көсө менән генә көн итә. Шулай ҙа ер ҡарҙан әрселеп, бөтә ғаләмгә күкрәп яҙ килеүен, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашыуын ул бөтә күңеле менән тоя.

Ҡарт һалдатты Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тарихты нисек кенә боҙорға тырышмаһындар, һуғыштың тере шаһиттарының ҡаһарманлыҡтары баһалап бөткөһөҙ! Тыныс тормош өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!