АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дошмандарҙы ҡырған ул...

Аяуһыҙ һуғыштың бар мәхшәрен шунда күрә: алып барған ашты ашарлыҡ бер кем юҡ, тирә-яҡта дошман ҡырған һалдаттар тәгәрләшеп ята, яраланғандары ла байтаҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Оморҙаҡ улы Назарғолов 95 йәштә ҡаршылай.

Рамаҙан Оморҙаҡ улы Назарғолов 1925 йылда Йылайыр районы Балапан ауылында донъяға килгән. Ата-әсәһе Суртан-Үҙәк ауылына күсеп килеп төпләнгәс, бала сағы ошо хозур тәбиғәтле ауылда үтә. Биш балалы ғаиләлә тәүге бала булғанға күрә иртә ир ҡорона инергә тура килә. Матрай мәктәбендә етенсе класты тамамлағас, баҫыуға һабан эшенә егелә. Оҙаҡламай 18 йәшлек егет 1943 йылда һуғышҡа алына. Әҙерләү курсына барғас та русса һөйләшә белгәнгә күрә, офицерҙар мәктәбенә уҡырға алалар. Әммә тәпәш буйлы булыуы арҡаһында Рамаҙан Назарғоловты кире ҡалдырырға мәжбүр булалар. Йәш һалдат 3-сө Белоруссия фронтының 635-се уҡсылар полкына эләгә. Батыр һәм тәүәккәл егет беренсе көндән үк командирҙың ышанысын яулай, уға ышанып хәрби эш тапшырыла. Ул да булһа арҡаһына аш һалынған камуфляж мискәне бәйләп, ҡаҙылған траншея буйлап фронттың алғы һыҙығында көрәшеүселәргә ҡайнар аш алып барыу. Ике яҡтан да пулялар осоп, туҡтауһыҙ снарядтар шартлап торған бер нисә метрҙы егет уңышлы үтә. Шыуышып барғанда ҡайнар һурпа арҡаһын ағып, бешереп ала. Саҡ яу яланына килгән егет: “Пуля тейеү шулай була икән,“—тип уйлап та өлгөрмәй, окоп эсенә һөйрәп алалар. Аяуһыҙ һуғыштың бар мәхшәрен шунда күрә: алып барған ашты ашарлыҡ бер кем юҡ, тирә-яҡта дошман ҡырған һалдаттар тәгәрләшеп ята, яраланғандары ла байтаҡ. Быларҙы күргән егет бер аҙ аптырап ҡала, тик фашистар ҡулынан үлеп ҡалған һалдаттар өсөн үс алыу теләге егетте шунда уҡ фронт һыҙығына яуға баҫтыра. Пулемет артында вафат булған һалдатты ипләп кенә күсереп һала ла, уның урынына баҫып

фашистарҙы ҡырырға тотона. Был ваҡытта илбаҫарҙар йылға аша йөк машинаһына әйберҙәрен тейәп ҡасмаҡсы була. Ләкин ҡаһарман һалдаттарыбыҙ ҙур юғалтыу кисерһәләр ҙә, фашистарҙы ҡырып һала.

Рамаҙан Оморҙаҡ улы Назарғолов Балтика буйы, Белоруссия, Украина һуғыштарында ҡатнашып, Германияға тиклем барып етә. Кенигсберг ҡалаһын алыу өсөн барған ҡанлы яуҙа Рамаҙан олатайҙың бер күҙе ҡаты яралана. Үкенескә күрә, был күҙе уның тома һуҡыр ҡала.

Артабан ул хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дауам итә, Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡатнаша. Рамаҙан Назарғолов II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Кенигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған. 1948 йылда Рамаҙан Назарғолов старшина званиеһында тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.

—Атайым шул тиклем асыҡ, ярҙамсыл. Һуғыштан ҡайтҡас һаҡлыҡ банкыһында эш башлай. Һуңынан шофер, МТС диспетчеры булып эшләне. Ауыл хужалығы институтында уҡып диплом алғас, совхоз директоры урынбаҫары, бүлексә идарасыһы, ХТП директоры вази-фаларын башҡарҙы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. Әсәйебеҙ Вәлимә менән татыу, матур ғүмер кисереп, беҙгә—дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Тик әсәйебеҙ генә арабыҙҙан иртәрәк китте. Бөгөнгө көндә атайымдың өс ейәнсәре, бер бүләһе бар. Йәшәү менән үлем араһынан үткән һәр һалдат кеүек атайыбыҙ тормошто ярата. Инсульт аяғынан йыҡҡансы, сәләмәт тормош алып барҙы. Әле лә ауырыуҙы еңеп, аяғына баҫырға тырыша,—ти Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Рәйсә Рамаҙан ҡыҙы.

Беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк бүләк иткәндәре өсөн һәр һуғыш ветераны алдында баш эйәбеҙ. Рамаҙан олатай кеүек оҙон-оҙаҡ тик бәхет-ҡыуаныстарға ғына күмелеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.