Бөтә яңылыҡтар

«Мостай Кәрим - беҙҙең тормошта»

Хәйбулла районында Мостафа Сафа улы Кәримовтың 100 йыллығын билдәләүҙе йомғаҡлап үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан «Мостай Кәрим - беҙҙең тормошта» исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Әҙәбиәт һөйөүселәр был көндө бөйөк шағирыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды, шиғри гәүһәрҙәрен, әҫәрҙәренең үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрҙө, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабаттан иҫенә төшөрҙө.

Хәйбулла районында Мостафа Сафа улы Кәримовтың 100 йыллығын билдәләүҙе йомғаҡлап үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан «Мостай Кәрим - беҙҙең тормошта» исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Әҙәбиәт һөйөүселәр был көндө бөйөк шағирыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды, шиғри гәүһәрҙәрен, әҫәрҙәренең үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрҙө, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабаттан иҫенә төшөрҙө.
Тыуған илен, ғәзиз телен яратҡан, әҙәбиәткә, халҡыбыҙ тарихына тоғро булып, уның хаҡына аямай хеҙмәт иткән, илгә ҡот өҫтәгән меңәрләгән рухлы уҙамандарыбыҙ һәр осорҙа ла һоҡланыу тойғоһо уята, мәңгелеккә хәтерҙә ҡала. Тап шундай ир-азаматтарыбыҙҙың береһе Мостай Кәрим һәр беребеҙҙең күңелендә, башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.
Әҙәби-музыкаль кисә китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән әҙиптең тыуған илебеҙгә ҡарата сикһеҙ һөйөүен, ғорурлығын белдергән шиғри композиция менән башланды, уны Ғәлимйән Ултраҡовтың баяны аҫтында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысов башҡарыуында «Һаумы, тиҙәр гөлдәр» йыры йәнләндерҙе. Ә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәниә Арыҫланова аҫыл ир-егеттәргә арналған мөнәжәт әйтеп, шағирыбыҙҙы рухи бейеклектәргә күтәрҙе.
Мостай Сафа улы ниндәй генә әҙәби жанрға тотонмаһын, уларҙың барыһында ла халҡыбыҙҙың тарихи көрәшен, яҙмышын, рухи һәм сәйәси азатлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа ынтылышын күрһәтә. Нәжиә һәм Тимур Аскаровтар һөйләүендә «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Билдәһеҙ һалдат» шиғырҙары, Көнһылыу Ҡоланбаева башҡарыуында «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йыры бөтәбеҙҙе лә тыуған илде яратып йәшәргә, еребеҙ азатлығы өсөн яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарыбыҙҙы онотмай, йәнен-тәнен аямай еңеү яулаған батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға өндәне.
Халыҡ шағирының поэзияһы, драматургияһы һәм проза әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә, пьесалары республикабыҙ сәхнәләрен биҙәй, һәр быуын тамашасыһы яратып ҡарай. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Ҡыҙ урлау» комедияһынан, Яңы-Ергән ауылы «Ағинәйҙәр»е «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк сәхнәләштереп, тәрән аҡыл менән һуғарылған был рухи байлыҡтың әһәмиәтен арттырҙы.
Әҫәрҙәре менән оло шәхесебеҙ нисек йәшәргә өйрәтмәне, бары йәшәүҙең матурлығы, мәғәнәһе менән һоҡландырҙы, һыҙландырҙы, яраттырҙы. Тиҫтәләгән шиғырҙарына йырҙар яҙылыуы быны мең тапҡыр иҫбатлай. Азат Искужин һәм Рәсимә Динисламоваларҙың «Яҙмыштарҙан уҙмыштар», «Балҡыш» халыҡ ветерандар хоры «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» башҡарыуындағы йырҙар бөтәбеҙҙе лә моң тулҡынында тирбәлтте. Артабан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, Аҡъяр ауылының «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева Мостафа Сафа улы менән яҡындан таныш булыуы тураһында һөйләп үтте: «Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ яҙыусы менән бер нисә тапҡыр осрашырға тура килде, ул бик ябай, ихлас кеше ине. Ысынлап та Мостай Кәрим әҙәбиәтебеҙҙең рухи йондоҙо, уның әҫәрҙәре менән үҫтек, үҫәр быуындарҙы тәрбиәләнек һәм әле булһа ла бәрәкәтле, зауыҡлы ижадының көсө менән йәшәйбеҙ», - тине.
Ошо көндәрҙә республикабыҙ райондарында ҙур аншлаг менән барған «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмында 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Йософ Рәхмәтовтың кинола уйнауы районыбыҙ өсөн ғорурлыҡ. Йософ кисәбеҙҙең ҡунағы булды, тамашасыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.
Сара барышында Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына арналған викторина һорауҙары бирелде, дөрөҫ яуап биреүселәргә район ветерандар советы етәксеһе Роза Рәхимйән ҡыҙы Аллағолова бүләктәр тапшырҙы. «Халыҡсан рухиәт асылы» исемле китап күргәҙмәһендәге яҙыусының әҫәрҙәренә байҡау яһалды һәм «Рухиәтебеҙ илсеһе» исемле буклеттар таратылды.
Әҙәби-музыкаль кисәбеҙҙе йомғаҡлап Рәмзиә Дәүләтҡолова менән Илгинә Ғиләжева Мостай Кәримдең Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итеп яҙған «Уңдым» шиғыры һәм Лира Такалованың яҙыусы Ирек Кинйәбулатовтың оло шәхесебеҙҙең шиғырына яуап итеп яҙған «Уңдыҡ» шиғырын һөйләүҙәре әҙипте юғары бейеклектәргә күтәрҙе. Эйе, мең-мең тапҡыр уңдыҡ һинән, Мостай Кәрим, артабан да һәр быуын һинең ижад юлында ҡайнап йәшәр, оло тормош һабағы, тәрбиә алыр.
Лира Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы,