Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктәрҙе тоҡандырып китте

Минән йыш ҡына тел, милләт яҙмышы тураһында һорайҙар. Уларға: бәхетлемен—мине хәҙергә уҡыйҙар, өйрәнәләр, тип яуап бирәм. Ни өсөн хәҙергә? Сөнки ундай һорауҙарҙы йышыраҡ киләсәккә ышанмаған кешеләр бирәләр. Шомло йылдарҙа бер ваҡыт, һеҙ русса яҙа алаһығыҙмы, тип һоранылар. Ысындан да, русса ла яҙа алам. Ләкин әгәр ҙә мине йөҙ башҡорт уҡый икән—башҡортса яҙасаҡмын, ун башҡорт уҡый икән— барыбер башҡортса яҙасаҡмын. Үҙ телемдән бер ҙә кәмһенмәйем, башҡортса ижад иткәнемә үкенмәйем...

Башы 3-сө һанда
Минән йыш ҡына тел, милләт яҙмышы тураһында һорайҙар. Уларға: бәхетлемен—мине хәҙергә уҡыйҙар, өйрәнәләр, тип яуап бирәм. Ни өсөн хәҙергә? Сөнки ундай һорауҙарҙы йышыраҡ киләсәккә ышанмаған кешеләр бирәләр. Шомло йылдарҙа бер ваҡыт, һеҙ русса яҙа алаһығыҙмы, тип һоранылар. Ысындан да, русса ла яҙа алам. Ләкин әгәр ҙә мине йөҙ башҡорт уҡый икән—башҡортса яҙасаҡмын, ун башҡорт уҡый икән— барыбер башҡортса яҙасаҡмын. Үҙ телемдән бер ҙә кәмһенмәйем, башҡортса ижад иткәнемә үкенмәйем...
Ә бына сит илдәргә сыҡҡанда һәр ваҡыт совет шағиры булып барҙым.
Германияла булған бер ҡыҙыҡ ваҡиға күңелгә һеңеп ҡалған. Мюнхендә ҙур бер китапхана бар. Мине шунда осрашыуға саҡырҙылар. Унда шиғырымды башҡортса уҡыным. Уҡып ҡына бөткәйнем, тыңлап ултырған бер ҡатын яңынан уҡыуымды һораны. Юрамал һанап торҙом: өс тапҡыр ҡабатлап уҡытты. Осрашыу бөткәс, һеҙ бит барыбер аңламанығыҙ, ни өсөн шуныса уҡыттығыҙ, тип һораным. «Миңә һеҙҙең телегеҙҙең моңо оҡшай,—тине ул.—Тел фекер еткереп кенә ҡалмай, ниндәйҙер музыка ла тарата. Һеҙҙең башҡорт теленең музыкаһы матур. Бик үҙенсәлекле».
Fәжәп хәл. Баҡтиһәң, телде аңламаған кеше уның мәғәнәһенә иғтибар итмәй, музыкаһын тыңлай икән. Немка әйтмәһә, әле лә белмәҫ инем...
Йәштәр үҙәгендә китапханасылар минән, ғүмерегеҙҙе ҡабатларға яҙһа, нисек йәшәр инегеҙ, тип һораны. Шулай уҡ йәшәр инем. Ҡайғыһын да, шатлығын да етәрлек күрҙем. Илем күргән һынауҙарҙы мин дә үттем. Үҙен тыуған иленең бер таянысы итеп тоя алған кеше—бик өлөшлө кеше. Егерме йәшемдә үк үҙемде шундай кеше итеп тойҙом. Шуның менән ғорурланам да.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, тыуған илем, Башҡортостаным тураһында һөйләй йөрөнөм. Японияла журналистар менән булған ҙур осрашыуҙа ла шулай булды. Салауат Юлаев тураһында һүҙ сыҡҡанда үҙем дә һиҙмәҫтән, ниңәлер, уны 1801 йылда үлгән тип әйтеп ебәргәнмен. Һорауҙар бөткәс, бер япон журналисы: беҙҙең энциклопедияла хата киткәндер, күрәһең. Унда Салауат 1800 йылда үлгән тип яҙылған»,—тине.
«Һеҙҙең энциклопедияла бик дөрөҫ яҙылған, милли геройыбыҙҙың ғүмерен бер генә йылға булһа ла оҙайтыңҡырап күрһәтергә теләгәйнем»,—тип шаяртып ҡотолдом.
1962 йылда беҙҙең Фәйзи Fәскәров етәкселегендәге баш-ҡорт бейеү ансамбле Рангунда (хәҙер-Бирма) сығыш яһаны. Ҡунаҡханала тәржемәсе аша был йорттоң администраторы менән һөйләшеп киттем. Совет иленән килгән башҡорт икәнемде ишеткәс, был күптәнге танышын күргәндәй ҡыуанып китте. «Башҡорттар-бик яҡшы, һәйбәт, күңелле халыҡ,—ти был.—Һеҙҙең ватандаштарығыҙҙың концертында булдым—иҫ киткес итеп бейейҙәр. Һәйбәт бейегән халыҡ—шәп халыҡ, көслө халыҡ».
Бейеү тураһында һүҙ сыҡҡас, әйтәйем инде. Үҙем дә ике тапҡыр «бейеүсе» булдым. Беренсе тапҡыр, өсөнсө класта уҡығанда, концерт ваҡытында миңә бейергә ҡуштылар. Уҡытыусым: «Һәйбәт бейенең, тик музыкаға өлгөрә алманың»,—тине.
Нишләп музыкаға өлгөрөргә тейешмен әле, әйҙә ул үҙе миңә өлгөрһөн!
1955 йылда Fәскәров исемендәге бейеү ансамбле гастролдәр менән Вьетнамға барҙы. Мине ошо төркөмдөң етәксеһе итеп ебәрҙеләр. Килеп етеп, иртән торһаҡ, бөтә Вьетнам гәзиттәре: «Беҙгә Башҡортостандың иң данлыҡлы бейеүсеһе Мостай Кәрим етәкселегендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡунаҡҡа килде»,—тип яҙып сыҡҡан.
Мин Өфөнән алыҫ булмаған Келәш ауылында тыуғанмын. Келәш—типтәрҙәр ауылы. Урындағы башҡорттар күсеп килгән татарҙар һәм башҡа халыҡтар менән аралашып бөткән. Бөтә йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡылыҡ-холоҡтары башҡорттарҙағыса ҡалған, ә тел—татарлашҡан. Сөнки беҙҙең ауылда ике быуат самаһы мәҙрәсә эшләгән, ә мәҙрәсәлә уҡытыу, үҙегеҙ беләһегеҙ, татарса алып барылған...
Бына мин шундай кеше.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланған йылдарҙа минән йыш ҡына, һеҙ, Мостай Кәрим, татармы, әллә башҡортмо, тип һорап бик уңайһыҙ хәлгә ҡуялар ине. Нимә тип әйтәһең инде? Мин—Мостай Кәрим. Оҡшайым икән—аралашығыҙ, оҡшамаһам—аралашмағыҙ»,—тип кенә әйтә алыр инем.
Күптәрегеҙ уҡып белә, атайымдың ике ҡатыны булды. Мин оҙаҡ йылдар уларҙың ҡайһыныһы үҙ әсәйем икәнен белмәнем. Кесе инәйем бала тапҡан, Оло инәйем—тәрбиәләгән. Төрлө характерлы кешеләр тупланған ошо ҙур ғаиләлә бер ваҡытта ла тауыш ҡупманы. Хатта кемдеңдер тауыш күтәргәнен дә иҫләмәйем. Беҙҙең Аллабыҙ ҙа мәрхәмәтле булды. Ә бына урам аша ғына күршебеҙҙең Аллаһы уҫал ине. Улар, Алла кәрәгеңде бирер әле, Алла ҡөһөрө төшөр, Алла үлтерер, тип һөйләштеләр. Беҙҙә Алла бирер,Алла ярҙам итер, тиерҙәр ине. Шулай итеп, яҡшы Алла ҡарамағында үҫтем.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең өсөн Алла—ул минең намыҫым. Намыҫым булмаһа, маңлайымды иҙәнгә биш тапҡыр орһам да, Алла ғәфү итмәҫ ине. Алланан ғәфү һорағансы, гонаһ ҡылмау яҡшыраҡтыр.
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын яҙған саҡта әсәйемдән бер аҙ шөрләңкерәп йөрөнөм. Оло инәйем тәрбиәһендә үҫкәс, уның образы яҡтыраҡ, матурыраҡ булып күңелгә һеңеп ҡалған. Бер ваҡыт, фекерен белергә теләп, әсәйемдән уратып ҡына: «Әсәй, тормош юлыңда осраған иң яҡшы кеше кем булды?—тип һораным. Ул: «Атайың тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйем, уға хоҡуғым да юҡ. Бүтәндәр араһында Оло инәйеңдән яҡшы кеше булманы»,—тине.
Оло инәйемдең камзулының төҫөн хәҙер ҙә хәтерләйем, кейеменә тегелгән тимер аҡсаларҙың зыңлауын хәҙер ҙә ишетәм, ә бына тауышын бер нисек тә иҫемә төшөрә алмайым. Мин, бәлки, әҙерәк идеаллаштырып та ебәрәмдер, ләкин беҙҙе, балаларын, кеше итеп тәрбиәләй алған белемһеҙ, ябай ошо ауыл кешеләренә—атай менән әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Fүмеремдә улар миңә бер һуҡманы, бер тапҡыр ҙа кәмһетмәне. Шуҡлыҡтары өсөн баланы, бәлки, язаға тарттырырға ла кәрәктер, ләкин кәмһетергә ярамай. Кәмһетеү баланың хәтерендә мәңгегә ҡала. Шунан бала ҡыйыуһыҙ, мәшәү булып үҫә.
Мин ярайһы уҡ ҡыйыу кеше булдым. Бик тартынып тормай, кәрәк ерҙә һәм ваҡытта үҙ һүҙемде әйтә алдым. Иң мөһиме—үҙ-үҙемә хыянат ҡылманым. Үҙем тураһында яман һүҙҙән ҡурҡтым. Хәҙер ҙә ҡурҡам.
Сәнғәт—сер ул...
Артабан әҙип һорауҙарға яуап бирҙе.
—А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында Һеҙҙең күп әҫәрҙәрегеҙ сәхнәләштерелде. Беҙ был ролдәрҙе ҙур кинәнес менән уйнаныҡ. Хәҙер ҙә беҙҙең театрҙа башлап яҙыусылар ижади лаборатория үтә. Ҡыйын булмаһа, драматургияның бөгөнгө хәле тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле.
—Бер ваҡыт бер Ҡытай яҙыусыһынан бөйөк әҙиптәре тураһында, ул ниндәй яҙыусы ине, тип һораным. Ул: «Ҙур яҙыусы, һоҡландырғыс яҙыусы, гениаль яҙыусы, ләкин саҡ ҡына минән насарыраҡтыр»,—тине.
Беҙҙең драматургтар ҙа... бөтәһе лә шәп, тик минән саҡ ҡына насарыраҡ.
—Һеҙ йәштәргә ниндәй китаптар уҡырға кәңәш бирер инегеҙ?
—Пушкинды, Толстойҙы, Чеховты, Тургеневты уҡыһындар, һуңғы ваҡытта онотола яҙған бөйөк Горькийҙы уҡыһындар.
Был һорауҙың юҡҡа бирелмәгәнен һиҙәм. Һеҙҙең кемде яратҡанымды белгегеҙ килә, ләкин тура һорарға ҡыймайһығыҙ. Минеңсә, китап кешегә яҡшылыҡ, күңел күтәренкелеге, рух өләшергә тейеш. Мин шуға ынтылам. Әлбиттә, яҙғандарымды уҡып ҡына насар кеше—яҡшы, юлбаҫар—мулла булып китмәҫ, шулай ҙа улар кешенең рух байлыҡтарын һаҡлап ҡала алһа, мин бик шат булыр инем.
—Мостафа Сафа улы, һеҙ Мәскәүҙә, Кремлдә, Путин ҡулынан Тыуған илебеҙ наградаһын алғанда ғорурлыҡ менән, мин Совет яҙыусыһы, тинегеҙ. Бөгөн яҙыусылар араһында ошолай ҡыйыу фекер йөрөтөүселәр бармы икән?
—Бының өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйыулыҡ кәрәкмәй...Хәҙер, Совет осоронда ике төрлө яҙ-ҙым, береһен—баҫырға бирҙем, икенсеһен—киләсәккә тип өҫтәл тартмаһына һалып торҙом, тип әйтеүселәр бар. Минең бер яҙма юлым да баҫылмай ҡалманы, сөнки ике төрлө эшләмәнем, ике йөҙлө булманым.
Путин беҙҙе бик иғтибар менән тыңлап торҙо. Әле хатта Яңы йыл менән ҡотлау ҙа ебәргән, шәхсән.
—Кризис осоронда мәҙәниәт бөләме, әллә күтәреләме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
—Бик конкрет һорау. Мәҙәниәт осорға ҡарамай ул. Бына бөгөн бөтә нәмәгә лә тулы ирек бирелгән. Ирек бар, һүҙ юҡ. Совет заманында цензура көслө булды, тиҙәр, ә бына тигән фильмдар, иҫ киткес китаптар, йырҙар, опералар тыуҙы.
Сәнғәт—сер ул. Ә серҙе асырға кәрәк. Хәҙер сер бөттө. Бер ниндәй сер юҡ. Шуға асыр нәмә лә юҡ.
—Яҙыусы исеме арзанайып китте түгелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
—Бына шулай уйлайым.
—Бөтә ата-әсәләрҙең дә балаларына юғары белем бирергә ынтылыуын нисек ҡабул итәһегеҙ?
—Уларҙы аңлайым. Ләкин тормош бик ҡатмарлы нәмә, бөтә кешегә лә юғары белем кә-рәкме икән?
Йыш ҡына: «Бәхет нимәлә?»—тип һорайҙар. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ләкин бәхетле булыу өсөн иң тәүҙә йәнең һөйгән эшең, һөнәрең, профессияң булырға тейеш. Һөнәре, профессияһы, эше булған кешенең тормошта таянысы бар, ә таянысы булған бәхетһеҙ була алмай.
Балаларым, ейәндәрем дә—бөтәһе лә юғары белем алды. Уларҙы өйрәтмәнем, үҙҙәре һайлап алды. Ҡыҙым Әлфиә 25 йыл инде Өфө авиация университетында эшләй, сит телдәр уҡыта, доцент. Эшен ярата. Студенттары өйөнә килеп йөрөй. Үҙе иртәнге һигеҙ тулыр-тулмаҫтан ауылға ашығыс ҡайтырға тейеш уҡыусыһынан имтихан алырға йүгерә.
Илгиз улым—журналист, литератор, тәржемәсе. Бөтә прозамды урыҫ теленә әйләндерҙе. Был—уның эше һәм ул уны оҫта итеп эшләй.
«Шул тиклем ярата ул һеҙҙе!»
«Башҡортостан ҡыҙы» журналында шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән интервью баҫылды. Журналист уға ошондай һорау бирә: «Атайығыҙ һеҙҙе нисек тәрбиәләне? Ул ниндәй атай булды?».
«Ул бик яҡшы атай булды. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә бер ваҡыт атайым мине алдына ултыртып алды ла, ҡыҙым, һин Мостай Кәримдең ҡыҙы икәнеңде бер ҡасан да онотма, тине. Һәр ваҡыт ошо һүҙҙәргә таянып йәшәйем».
—Һуңғы осорҙа атайым менән бик күп йөрөргә тура килә,—тине үҙенең Сибайҙағы сығышында Әлфиә Мостафа ҡыҙы.—Юлға сыҡҡан һайын,нисек күтәрер, тип борсолам: 85 йәш—әҙ ғүмер түгел. Халыҡ араһына сығып, осрашып ҡайтһа, күҙҙәренән осҡон сәсеп йәшәрә лә китә...Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы юғалмаған әле. Һаман эшләй, һаман яҙыша. Тағы ла. Уның ғаиләһе бар, насар ғаилә түгелбеҙ. Ләкин атайыма ул ғына етмәй. Халыҡ менән күрешмәһә, аралашмаһа, ул йәшәй ҙә алмаҫ ине. Шул тиклем ярата ул һеҙҙе!..»
Мостафа Сафа улы беҙҙең төбәккә сәфәренең үҙ ғүмерендәге иң һуңғы сәйәхәттәренең береһе икәнен аңлай ине булһа кәрәк. Юғиһә, Сибайға килеп төшкәс тә ҡаршы алыусы халыҡ алдына сығып: «Әле Өфөлә дауаханала ятам. Дауалаусы табибым сәфәремә ризалыҡ бирмәй ҡаҡшатты. Әлфиә, сит ил машинаһында яйлап ҡына, ял иттерә-иттерә генә алып йөрөрбөҙ, тип инәлгәс, дүрт көнгә ризалыҡ бирҙе»,—тимәҫ ине. Сәфәрҙән ҡайтҡас, 2005 йылдың 27 ғинуарында көндәлегенә: «Тағы дауаханаға эләктем. Уң аяғым бик ауырта. Баҫып та булмай ине. Хәҙер саҡ ҡына еңеләйҙе. Дүрт көнгә дауалауҙы өҙөп, Әлфиә менән Сибай, Баймаҡҡа барып килдек. Бик-бик күптән биргән вәғәҙәм бар ине. Бик матур ҡабул иттеләр. Вәғәҙәмде үтәнем. Күңелем тынысланды»,—тип яҙып ҡуймаҫ ине.
Ошо юлдарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп ултырам да шағирҙың «Сәсән» исемле шиғырының һуңғы юлдары иҫемә килеп төштө:
Юлсы китте. Әммә шәмдәрҙә ул
Ут ҡалдырып китте.
Юҡ, шәмдәрҙе түгел!
Йөрәктәрҙе
Тоҡандырып китте.
Ҡара төндә тик бер кеше күпме
Нур ҡалдырып китте.
Мостай Кәрим Өфөһөнә ҡайтты. Йөрәктәрҙе тоҡандырып, нур ҡалдырып китте.
* * *
Мостай Кәрим 2005 йылдың 21 сентябрендә, 86 йәш тулырға теп-теүәл бер ай ҡалғанда мәрхүм булып ҡалды. Ауыр тупрағы еңел булһын!
Фәрит Әхмәров.