Әлеге ваҡытта үҙәктә 35 бала шөғөлләнә. Улар менән тәжрибәле һәм квалификациялы педагогтар: дефектологи, логопед, психологтар эшләй.
Ресурс үҙәген асыу тантанаһында үҙәктә шөғөлләнеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, методистар, Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы мәктәптәре директорҙары, ҡала хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.
Уларға уҡыу кабинеты, үҙәк эшмәкәрлеген эффектлы итеү өсөн һатып алынған ҡорамалдар күрһәтелде. Үҙәк педагогтары сарала ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары үткәрҙе, түңәрәк өҫтәл артында кәңәшмәләр үткәрҙе.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2020-2025 йылдарға инклюзив белем биреүҙе үҫтереү концепцияһы раҫланған. Республиканың дәүләт коррекцион дөйөм белем биреү ойошмаларында 17 төбәк ресурс үҙәктәре булдырылған. Уларҙың маҡсаты—айырым белем алыу мохтаж балаларға психолог-педагогик ярҙам күрһәтеү.
Ил, республика етәкселеге физик сәләмәтлектәре сикле кешеләргә иғтибар кәметмәүе хуплауға лайыҡ. Әле төбәктә Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылы тамамланыуға бара. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк халҡы менән ойошторолған тура бәйләнештә нарыҡланған йыл тамамланһа ла, был тәңгәлдә эш даими рәүештә дауам итәсәк, тип белдерҙе.
Радий Фәрит улы: “Сәләмәтлек торошо сикле кешеләрҙе яратырға, аңларға, уларҙан ныҡлыҡҡа өйрәнергә кәрәк”,--тине.
-Беҙҙең ҡалала Ресурс үҙәге асылыу «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә инвалид балаларға инклюзив белем биреү өсөн шарттар булдырылған дөйөм белем биреү ойошмаларын асыу буйынса сараларҙы күҙ уңында тотоусы раҫланған төбәк программаһын ғәмәләгә ашырыу һөҙөмтәһе,--тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай институты директоры Илдар Хәмитов.-Үҙәктең файҙаһы бик ҙур. Республика етәкселегенә инвалидтарҙы хәстәренән айырмауҙары өсөн ҙур рәхмәт.
ФОТО СИБАЙСКИЙ РАБОЧИЙ ГӘЗИТЕНӘН