Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Август , 09:40

“Яңырыу еле” Баймаҡты яңырта

Көндән-көн Баймаҡ ҡалаһының төҙөк һәм матур була барыуына баймаҡтар ҙа, ҡала ҡунаҡтары ла иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Урамдар төҙөкләндерелә, ихаталар яңыра, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына, иң мөһиме – йәшәү өсөн ҡала халҡына уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырыла.

“Яңырыу еле” Баймаҡты яңырта
“Яңырыу еле” Баймаҡты яңырта

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә етди иғтибар бирергә, муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, ауыл һәм ҡала ерҙәренең тышҡы йөҙөнә айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген даими рәүештә иҫкәртә килә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2020 йылда Баймаҡ ҡалаһы “Баймаҡ. Яңырыу еле” проекты менән “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү” Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. Ике йыл дауамында  ҡаланың үҙәк майҙаны танымаҫлыҡ итеп төҙөкләндерелде һәм ҡала халҡының ғына түгел, район ҡунаҡтарының да ял итеү урынына әүерелде.

Баймаҡ ҡалаһы мэры Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" проектына ярашлы төҙөкләндерелгән биләмәне яңыртыу ике этапта башҡарылған. Эштәр федераль, республика һәм хәйриә фонды ярҙамында атҡарылған.

- Проект сиктәрендә ҡуйылған маҡсатҡа өлгәштек: ҡаланың яңы йәмәғәт киңлектәре селтәрен, "Башҡорт ихаталары"н, 3-сө мәктәп янындағы яңы скверҙы, “Баймаҡтың алтын ҡулсаһы” йәйәүлеләр зонаһын, йәштәр аллеяһын һәм “Дельпицца” кафеһы эргәһендәге фудкортты бәйләгән абсолют яңы үҙәк майҙан булдырылды, - ти Радмир Фитрат улы.

Проект биләмәһендә төрлө комбинациялы өс яҡтыртыу тибы билдәләнгән. Аҫтан юлдарҙы һәм ағастарҙы яҡтыртҡан локаль ҡулайламалар, парк зоналары, майҙансыҡтар, ял итеү урындары өсөн уртаса бейеклектәгеләре һәм транзит биләмәләре өсөн бейек, һәләтле урам фонарҙары ҡуйылған.

Бетондан эшләнгән амфитеатрҙа кешеләр үҙ-ара аралаша, теләгәндәр ял итә, уҡый, тирә-яҡты күҙәтә ала.

Барлыҡ төҙөкләндереү элементтарының һаҡланыуын тәьмин итеү маҡсатында ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте менән бәйләнеш булдырылған һәм тауыш колонкалары булған яңы видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.

Хәйриә фонды аҡсаһы иҫәбенә майҙандың үҙәк өлөшөндә төрлө төҫтәр менән һуғарылған, айырыуса кисен матур күренгән яңы ҡоро фонтан төҙөлгән. Уның янында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына хәбәр итеү системаһы аша трансляцияланған күңелгә яҡын йырҙар тыңлап, мәҙәни ял итеү мөмкинлеге тыуҙырылған.

Яҙ айынан үҙәк майҙандың юғары ярусында рулонлы газондан бик күп йәшел зоналар барлыҡҡа килгән. Былтыр бында ҡаланы йәшелләндереү маҡсатында үҫемлектәр ултыртылған, улар төбәктең климат шарттарын иҫәпкә алып һайланған. Миләш, декоратив муйыл ағастарынан тыш, кедр үҫентеләре лә бар. Әгәр ҙә кедр ағастары Баймаҡ тупрағын үҙ итеп, үҫеп китһә, киләсәктә уларҙы күпләп ултыртыу күҙаллана. Үҫемлектәргә, сәскәләргә һәм ағастарға даими һыу ҡойоп тороу өсөн яңы һуғарыу системаһы төҙөлгән.

Үҙәк майҙандың төп биҙәге булған сәхнә-арка сафҡа инеү менән бер нисә мәҙәни сара ойошторолған. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте бинаһы артындағы биләмә уңайлы күп функциялы ҡала баҡсаһына әйләндерелгән. Бында фотосессиялар, ландшафт фестивалдәре, экологик һуҡмаҡ буйлап сәйәхәттәр, өҫтәл уйындары (шахмат һәм шашка) үткәрергә мөмкин.

Киң плитәләрҙән торған тротуарҙар буйлап ҡала баҡсаһынан бер-бер артлы һаҡсылар кеүек теҙелгән ҡарағастар уртылтылған йәйәүлеләр өсөн юлдар ҡунаҡтарҙы Иван Пименов урамындағы аллеяға, ҡаланың ял паркы менән тоташтырған урамға, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һарайына алып бара.

Шулай уҡ ҡалала”Ирекле яр! проекты сиктәрендә яңыртыласаҡ Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында эштәр башланған. Уның концепцияһы 2023 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүсе тип табылған. Был ҡала биләмәһендә ошондай күләмдәге берҙән-бер йәшел зона.

Парктың дөйөм майҙаны 6,3 гектар тәшкил итә, шуның 2,3 гектарын яңыртырға ниәтләйҙәр. Бында паркка инеү урыны яңыртыласаҡ, йәйәүлеләр юлдары, спорт һәм балалар өсөн уйын комплекстары, сәхнә, Таналыҡ йылғаһын күҙәтеү майҙансығы, яр буйы зонаһы йыһазландырыласаҡ. Йәмәғәт киңлеге башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәре һәм йолалары иҫәпкә алып төҙөкләндереләсәк.

Проектты тормошҡа ашырыуға 72,4 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Быға өҫтәмә рәүештә республика паркты яңыртыуға - 29 миллион һум, ә муниципалитет тағы 3 миллион һум йүнәлтәсәк.

Кәримә Усманова

 

“Яңырыу еле” Баймаҡты яңырта
“Яңырыу еле” Баймаҡты яңырта
“Яңырыу еле” Баймаҡты яңырта
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: