Республикала 2019 йылдан алып бизнес-шәрифтәр институты уңышлы эшләп килә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылды. Улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй.
Бөгөн тормошобоҙҙо йүнселлектән айырып ҡарап мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, ҡайҙа ғына барма, хатта һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһе лә бизнес менән бәйле. Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡтан башланыуын яҡшы аңлай барыһы ла. Шуға күрә республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, уларҙың проекттары ҡала һәм районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Тап һәр төбәктән уңышлы эшләгән йүнселдәрҙе табыу, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, эшҡыуарҙарға үҙ эшен асыуға ғына түгел, уны артабан алып китеү, киңәйтеү өсөн бар шарттар тыуҙырыу, төбәккә инвестор йәлеп итеү, власть һәм үҙ эшен асҡан йүнселдәр араһында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу кеүек бурыстарҙы үтәй ҙә инде урындағы бизнес-шәрифтәр.
Йылайыр районында ла даими рәүештә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтә һәм үҙ эшен асыусыларға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Михаил Люляев, Йылайыр районы хакимиәте башлығының Инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫешебуйынса урынбаҫары, район бизнес–шәрифе
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек ҡоралы булараҡ, бик һөҙөмтәле һәм файҙалы. Район буйынса быйылғы йылдың 1 июленә бөтәһе 196 шәхси эшҡыуар, 68 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 54 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт теркәлгән. Алты айҙа эшҡыуарҙар һәм фермерҙар менән 21 инвестиция сәғәте үткәрелгән.
Беҙҙең республика Хөкүмәте даими рәүештә район эшҡыуарҙарына ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан да эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу өсөн 2 млн 100 мең һумлыҡ алты социаль килешеү төҙөлгән.Шулай уҡ беҙҙең районда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү, шулай уҡ НПД ҡулланыусы физик берәмектәрҙе үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү” программаһы эшләнде һәм раҫланды. Был программаға урындағы бюджеттан 500 000 мең һум аҡса бүленгән.
Райондың Иван-Ҡыуалат ауылында шәхси эшҡыуар Ольга Назаров икмәк бешереү цехы асҡан. Тәүҙә ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” нә мөрәжәғәт иткән һәм үҙенең бизнес–проектын яҡлаған. 270.000 һум дәүләт ярҙамы бирелгән. Эшҡыуар был аҡсаға икмәк бешереү өсөн ҡорамалдар һатып алған һәм әле ауыл халҡын, күрше ауылдарҙы ла үҙе бешергән тәмле һәм йылы әпәкәйҙәре менән ҡыуандыра.
Ике кешегә эш урыны булдырылған.
Шәхси эшҡыуар Руслан Мәсәғүтовтың да бизнес-планы уңышлы тип табылған. Эшҡыуар етем балаларға торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнә. Бөтәһе дүрт кешегә эш урыны булдырылған.
Күреүегеҙсә, урындағы йүнселдәр өсөн “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ысын мәғәнәһендә уларға юридик, матди һәм башҡа йүнәлештәр буйынса асыҡтан-асыҡ ярҙам итә, тәҡдим иткән проекттарын тормошҡа ашырып ҡына ҡалмай, ә уны артабан киңәйтергә һәм оло баҙар селтәренә алып сығыуға туранан-тура булышлыҡ итә.
Кәримә Усманова
Йылайыр районы