Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ ала

Хәйбулла районы үҙәге  Аҡъяр ауылы Мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ ала
Мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ ала

Башҡортостан Башлығы сифатында үҙ эшенең башында Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла хәстәрлек күреү, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, сөнки был халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне. 2019–2024 йылдарҙа Башҡортостандың ауылдарында һәм ҡалаларында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Күп проекттар федераль средстволарын йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

«Быйыл Аҡъярҙа паркты яңыртыуҙы тамамлайҙар. Дөйөм алғанда, район үҙәктәре кимәле, стандарттары, төҙөлөш материалдары сифаты, ландшафт объекттары буйынса ҡалаларыбыҙға яҡынлашырға тейеш. Аҡъяр – асылда ҡала», – тип йыл башында Хәйбуллаға эш сәфәре менән килгәндә тәьҫораттары менән уртаҡлашҡайны  Радий Фәрит улы.

Район хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге начальнигының урынбаҫары Рөстәм Билалов билдәләүенсә, Хәйбулла районы республика һәм федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

—Районда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған ҙур проекттарҙың береһе — Аҡъяр ауылы Ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү. Төҙөлөштө финанслау федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан бойомға ашырыла. Эштәрҙе башҡарыуға муниципаль контракт «БашСтройСервис» ЯСЙ-һы (Өфө ҡалаһы) менән төҙөлгән. Быға тиклем «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты ярҙамында Уфимка ауылы стадионы төҙөкләндерелгәйне, — тине Рөстәм Дауыт улы.

Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев уҙған йылда паркта башҡарылған һәм быйыл башҡарыласаҡ эштәр буйынса тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

—Былтыр ял итеү зоналарын, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын булдырыу, ҡоймаларҙы яңыртыу, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән һуҡмаҡтарға таш түшәү, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү камераларын ҡуйыу, эскәмйәләр һәм урналар, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарылды. 2023 йылда бөтә эштәрҙең хаҡы 8,7 миллион һум тәшкил иткәйне, ә быйыл паркты төҙөкләндереүҙе тамамлауға тағы ла 8,8 миллион  һум бүленде. Ағымдағы йылда  бордюрҙар ҡуйыу менән бергә 4,3 мең квадрат метр самаһы майҙанда асфальт япмаһын яңыртыу, йәшелләндереү — газон түшәү, ылыҫлы һәм киң япраҡлы ағас үҫентеләрен ултыртыу, арт-объект ҡуйыу, сәскәлектәр булдырыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ, — тине Азамат Фәнил улы.

Планға ярашлы паркты төҙөкләндереү эштәрен быйыл 30 сентябргә тиклем тамамлау ҡаралған, әммә подрядсы ойошма вәкиле — «БашСтройСервис» предприятиеһының генераль директоры Дамир Аҡбаров әйтеүенсә, бөтә эштәр июлдә үк тамамланасаҡ.

—Әлеге ваҡытта иҫке бордюрҙар алынды, хәҙер яңыларын һалыу   буйынса эштәр бара. Сәхнә алдындағы майҙанға һыу йыйылмаһын өсөн яңы асфальтты бер аҙ һарҡыуыраҡ түшәйәсәкбеҙ. Оҙаҡламай ҡуйыласаҡ арт-объект – «Мөхәббәт ағасы» тип атала, проектҡа ярашлы ул йөрәк рәүешендә  металдан яһалды. Был ҡатмарлы ҡул эше тимерселәр цехында 1,5 ай дауамында эшләнде. Дөйөм алғанда, төҙөкләндереү эштәренә 15 эшсе, шулай уҡ махсус техникалар йәлеп ителә,  — тине Дамир Данил улы.

Әйтергә кәрәк, республикалағы бөтә проекттар ҙа халыҡтың ярҙамы һәм йәмәғәт мөхитен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы менән ғәмәлгә ашырыла. Бына бер нисә йыл рәттән Хәйбулла районында, бөтә республикалағы кеүек үк, https://02.gorodsreda.ru/  порталда онлайн-тауыш биреү үтә һәм уның ярҙамында  төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәһе һайлана. Нәҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса быйыл Аҡъярҙың Мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһен төҙөкләндереү объекты еңеүсе тип танылды. Проект халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән, шулай уҡ  ял итеү өсөн уңайлы урын булдырыласаҡ.

Ошо паркка йыш йөрөүселәрҙең береһе Илнур Байғусҡаров һөйләүенсә, ул бында дуҫ-иштәре менән килеп спорт менән шөғөлләнергә ярата. «Мәҙәниәт һәм ял паркы йылдан-йыл ҙур үҙгәрештәр кисерә һәм беҙ быға шатбыҙ. Хас ҡалалағы кеүек заманса майҙансыҡтар, ял итеү урындары балалар, йәштәр һәм ололар өсөн дә кәрәк. Паркты төҙөкләндереү уны халыҡ араһында популяр ял итеү урынына әүрелеүенә булышлыҡ итә. Киләсәктә Төньяҡ-Көнсығыш микрорайоны паркы ла, урамдар ҙа төҙөкләндерелер тип ышанабыҙ», — тигән фекере менән уртаҡлашты егет.

Спорт менән шөғөлләнеү, ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы һәм заманса йыһазландырған парк һәр кемдең күңеленә хуш килер, балаларҙың шат тауыштарына күмелер тип өмөт итәбеҙ. Йәмәғәт киңлеге аҡъярҙар һәм район үҙәгенә килеүселәр өсөн оло бүләк булһын.

 

Автор:Раян Атанбаев.

Ринат Иман4олов фотолары.

Мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ ала
Мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ ала
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: