Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Апрель , 12:40

Афарин, Азалия Варис ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең үткән һатында Өфөлә уҙған төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсында Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова еңеү яулауын хәбәр иткәйнек. Был юлы иһә баш ҡаланан оло еңеү менән ҡайтҡан Азалия Варис ҡыҙы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Афарин, Азалия Варис ҡыҙы!
Афарин, Азалия Варис ҡыҙы!

 

-Азалия Варис ҡыҙы, һеҙҙе мәртәбәле конкурста еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Конкурс хаҡында ентекләберәк һөйләп үтегеҙ әле?

-Март башында мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024» XXIX төбәк-ара конкурсының I турына йомғаҡ яһалды. Беренсе тур «Дәрес», «Уҡыусылар менән әңгәмә», «Уҡытыусының профессиональ компетенцияһын диагностикалау» конкурс этаптарынан торҙо. 55 уҡытыусының 20-һе киләһе турҙың «Оҫталыҡ дәресе»нә уңышлы үтте. Тәжрибәле, ижади, талантлы коллегаларым араһында булыуыма ныҡ ҡыуандым.

Конкурстың «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы менән пресс конференция» этабында иһә 14 бәйгесе ҡалдыҡ. Пресс-конференция сиктәрендә социаль селтәрҙә «Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир» акцияһы иғлан ителде. Һорауҙарҙың иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы тип табылғандары пресс-конференцияла яңғыраны. Һорау биреүселәр араһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловнаның; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улының, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, йәмәғәт эшмәкәре, актер Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улының булыуы сараға бәҫ өҫтәне. Унан тыш уҡыусыларҙың, студенттарҙың, төрлө һөнәр эйәләренең дә конкурсҡа битараф булмауы ҡыуандырҙы.

Пресс-конференцияла уңышлы сығыш яһаған, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән конкурсанттар республиканың мәғариф һәм фән министры ҡатнашлығында «Һүҙ уҡытыусыға» конкурс этабында көс һынаштыҡ. Унан һуң бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалдыҡ һәм мин гран-приға өләштем!

-Мәктәптә күптән эшләйһегеҙме?

-Тыуған ауылым мәктәбендә эшләүемә 12 йыл. БДУ-ның Сибай институтын тамамланым. Минең бурысым--уҡыусыларға туған телде, әҙәбиәтте өйрәтеү, халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын пропагандалау, балаларҙа милли үҙаң, ғорурлыҡ хистәре булдырыу. 9 Б класы етәксеһемен, был вазифамды ла яратып башҡарам.

-Ә ни өсөн педагог һөнәрен һайланығыҙ?

-Был һөнәрҙе һайлауыма ҡартатайым Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаев сәбәпсе булды. Ул үҙенең атаһы Яҡуп Ғүмәр улы тәүгеләрҙән булып беҙҙең ауылда совет мәктәбе асҡан кеше тип уның хаҡында бик күп һөйләй торғайны. Шулай уҡ тәүге уҡытыусым Кәтибә Зәйнетдин ҡыҙы Хөсәйенова ла был изге һөнәргә һөйөү тәрбиләне.

-Яңы мәктәптә эшләүе нисек?

-“Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлгән беҙҙең мәктәп Урал аръяғында заман талаптарына яуап биргән берҙән-бер күркәм, өр-яңы белем усағы. Беҙҙә уҡыусылар төплө белем алһын, уҡытыусылар яҡшы шарттарҙа эшләһен өсөн бөтә уңайлыҡтар бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Заманса йыһазландырылған класс кабинеттарынан, спорт залынан, ашхананан һәм ярҙамсы бүлмәләрҙән тыш, ҙур кәңәшмәләр залы, блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ урынлаштырылған. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, шулай уҡ волейбол һәм еңел атлетика, футбол өсөн майҙансыҡтар бар.

Һәр кабинетта интерактив таҡта, мультимедиа проекторҙары, практик дәрестәр өсөн кәрәкле ҡоролмалар урынлаштырылған. Эшлә генә, уҡы ғына.

-Йоҡоһоҙ төндәр, әҙерләнеү, хафаланыу, ярыш этаптары—барыһы ла артта ҡалды. Ниндәй тойғолар кисәреһәгеҙ?

-Мәртәбәле конкурста ҡатнашыу минең өсөн етди һынау булды. Әлбиттә, конкурстың һәр этабы алдынан шул тиклем ныҡ тулҡынландым. Шул уҡ ваҡытта район намыҫын яҡлауымды аңлап, ғорурланып сығыш яһаным. Был саранан бик күпте алдым, яңы таныштар таптым, яңыса эш алымдары үҙләштерҙем. Киң күләмле сара әҙерлек кимәлемде күтәрергә булышлыҡ итте, һәләттәремде асты, һөнәри тәжрибә тупларға ярҙам итте.

-Әммә һеҙгә тынысланырға ярамай, шулаймы?

-Эйе, теҙгененде бушатырға ярамай, киреһенсә, ныҡлы тартырға тура киләсәк. Сентябрь айында Рәсәй кимәлендәге педагогтар конкурсында республика намыҫын лайыҡлы яҡларға кәрәк.

-Ижади төркөмөгөҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ?

-Был еңеүгә беҙ күмәкләп ынтылдыҡ, беҙ ул—Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының һәм 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айгөл Сирбаева, Лиза Ниғмәтуллина, шулай уҡ Иҫке Сибай мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Гөлгенә Хөсәйеноваларҙан торған махсус ижади команда. Ошо коллегаларыма һәм райондың мәғариф бүлегенә, туған мәктәбем коллективына ныҡлы ярҙамдары, терәк-таяныс булғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм!

-Ғаиләгеҙ менән таныштырығыҙ?

-Ирем Илнур менән ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Залина 3-сө класта уҡый. Элинабыҙ «Ҡурай» балалар баҡсаһына йөрөй.

-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

Автор:Гульдар Кадаева