Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2023, 08:23

Китап һабантуйы

       Тәүге тапҡыр үткәрелгән китап байрамын олонан ҡубып, китап һабантуйы, тип атаным. Әгәр ул йыл һайын үткәрелә килеп, бар халыҡты үҙенә саҡырып торһа, ваҡыт үтеү менән ул ысын мәғәнәһендә китап һабантуйына әүереләсәк. Әүереләсәк, һәм һис һүҙһеҙ!

Китап һабантуйы
Китап һабантуйы

Фәһем алырлыҡ был ваҡиғаны күп тапҡырҙар яҙғаным да, һөйләгәнем дә булды, сүрәне ҡат-ҡат ҡабатлап уҡыуҙан иман кәмемәй, киреһенсә арта ғына тиҙәр бит, әгәр шулай икән, ошо хаҡта тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрөп үтеү, урынлы ла, кәрәк тә, минеңсә.

   Билдәле прозаик, телдең һутын, ҡәҙерен һәм тәмен белгән әҙип, рәсми бирелмәһә лә ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев зиһенлегә ишара, тигәндәй, һәр һөйләр кәлимәһенә ниндәйҙер тәрән мәғәнә, фәлсәфәүи кинәйә һала торғайны. Әгәр шуларҙы мәлендә теркәп барһа, яҙыусылар хаҡында яҙған мәрәкәләре һымағыраҡ уймаҡ хикәйәләр йыйылмаһы барлыҡҡа килер ине, моғайын.

       Шулай итеп, уның һөйләп ҡалдырғаны.

   Ауыл балаһы, мәктәпте тамамлап урта белем алғас, башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Башҡаланы әлегә белмәй, урамдарҙы танып еткермәй тороп бер көн кис, минең ише ауыл еренән килгән курсташ ҡыҙымды лекцияларҙан һуң оҙатырға киттем. Ул ҡаланың бер яҡ ситендә, төпһәндең төбөндә таныштарында фатирҙа тора икән дә баһа. Барып етеп, подъезд ауыҙында оҙаҡ ҡына һүҙҙе-һүҙгә ялғап һөйләшеп торғансы һуңлап кителгән, трамвайҙар ҙа, траллейбустар ҙа йөрөүҙән туҡтаған. Ҡайһылайтып ҡайтырға, уңғамы-һулғамы, артҡамы-алғамы, белә алмай ҡаңғырам. Насар яҡтыртылған урам ҡараңғы, шомло, һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та. Һуңғы сиктә аптыранып, ете  юл сатында ҡалдым.

     Шул мәл миңә терәлеп тиерлек, эргәмдән генә бер ир үтеп китте. Абайлап өлгөрҙөм, ҡулына һәлмәк кенә китап та тотоп алған. Туҡта, мәйтәм, был әҙәм һәйбәткә, игелеклегә оҡшаған, йән ҡыйыр юлбаҫарға ла тартмаған, сөнки ҡулында китап, билдәле булыуынса китаплылар насарҙан булмай, тигән уй төштө башыма, һәм ни булһа ла булыр, тип тегенең артынан эйәрә төштөм. Ҡараңғы тротуарҙар буйлап бик оҙаҡ барҙыҡ һәм ниһайәт, китаплы кеше, мине ҡаланың үҙәгенә, яҡты урынға алып сыҡты...

     Тағы ла бер хәтирә. Беҙҙең ауылда һуғыш ветераны Салихйән олатай йәшәне, ғүмере буйы колхоз тимерлегендә тимер сүкене, белем бейеклеге лә ауырлыҡ менән әлепте таяҡтан айырыр башланғыстан ары китмәгәйне. Уның әйткәндәре бөгөнгөләй иҫтә: "Тәрән соҡор эсендә ултырам, улым, ынтылып, үрмәләп сығып китер яйым, баҫҡысым ғына юҡ. Ә ул баҫҡыс - китап һәм белем. Беҙҙең быуынға мәктәпкә йөрөү, һабаҡ алыу эләкмәне..." Аҡыллы кеше булған Салихйән олатай, сөнки ул үҙенә йоҡмаған  белемдең ҡәҙерен, ҡулына тотоп ҡарамаған китаптың юғарылығын, бәйәһен белгән һәм баһалаған.

     Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үткәрелде. Ҙур байрам, оло йыйын, ба-шҡа шау-шыулы күңел асыуҙарға ҡарағанда әллә күпмегә мәғәнәлерәк, бәҫлерәк, һиммәтлерәк, абруйлыраҡ. Бик тә үкенесле, Сибайҙа инвестһабантуй үтеү сәбәпле башҡалаға бара һәм йыйында ҡатнаша алманым, юғиһә үҙем менән әллә күпме рухи байлыҡ, йән ҡыуанысы тейәп ҡайтып төшөр инем. Байрамда республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡатнашыуы ла уның рухи юғарылығы, көнүҙәк мөһимлеге һәм киләсәктә лә айырата кәрәклеге хаҡында һөйләй. Сараны туранан-тура ойоштороусы Мәҙәниәт министрлығына (Шафиҡова Ә. И.), матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығына (Ульчев М.В., Гәзизов М.Ә.), Яҙыусылар Союзына (Баймөхәмәтов А.Ғ.), Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә (Хәйретдинова Э.И., Ҡарабаева З.Ш.), республика гәзит-журналдар мөхәррир-иәттәренә, байрамды биҙәүсе, үҙҙәренең сәсән һүҙҙәрен әйтеп, китаптары менән күргәҙмәләрҙе йәмләүсе барлыҡ ҡәләмдәштәремә ябай китап уҡыусы булараҡ оло рәхмәтемде белдерәм. Әгәр исемлектән яңылыш ҡына берәйһен төшөрөп ҡалдырһам, йә, ситтән күҙәтеүсе булараҡ өҫтәмәһәм, берүк кисерегеҙ. Китапты ҙурларға, түребеҙгә ҡәҙерле, көтөп алған ҡунаҡтай әйҙүкләргә күптән ваҡыт. Байрам, бынан ун, юҡ тигәндә биш йыл элегер-әк ойошторолһа ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр ине. Булған һайын өҫтәп булдырғы килә бит, ярай, булғанына һәм барына ҡыуанайыҡ, шөкөр итәйек.

   Ошо, йылда ойоштороласаҡ сараға республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ ғаиләләрҙе, бала-ларҙы, дөйөмләштереп әйткәндә алыҫын-яҡынын, олоһон-кесеһен йәлеп иткәндә ҡайһылай ҙа һәйбәт булыр, уның тартыу көсө, ҡатнашлыҡ даирәһе әллә күпмегә киңәйер ине. Һәр балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, һәр уҡыусы ошо байрамға килеп йәненә ятҡан, күҙе төшкән китапты һатып алһын икән ти, бер нисә йылдан уның үҙенең шәхси китапханаһы барлыҡҡа киләсәк ул саҡта. Бәлки китапты һатып алған бала, исем өсөн генә, ата-әсәһенең ҡушыуы буйынса, илке-һалҡы ғына башҡарыр был йомошто, бәлки ул уны тәүге осор, шул, ҡулынан һис ҡасан төшөрмәгән кеҫә телефонынан, зиһенен, аңын томалаған интернеттан айырыла алмай уҡып ҡарарға ла теләмәҫ. Был бөгөнгө йәшәйеш шарттарында таныш һәм тәбиғи күренеш. Ваҡыт үтеү менән, иртәме-һуңмы китап барыбер уны үҙенә саҡырасаҡ, тартасаҡ бит. Бер көндә бер бит уҡылыр, икенсе көндә икенсе бит, шу-нан тотошлайы менән ул баланың иғтибарын үҙенә йүнәлдерер. Ошо ерҙә шуны өҫтәп әйтмәксемен, һыҙғыртып ҡарамаған ҡурай беҙҙең түребеҙгә ҡуйылған. Был тикмәгә түгел, сөнки ҡурай рух, моң, башҡортлоҡ сығанағы, ә китаптан һәр саҡ яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә.

 Йәшерен-батырын түгел, бөгөн ваҡытлы баҫмаларҙы алдырыусы ғаиләләр йылдан-йыл кәмегәндән-кәмей бара, уҡыуҙы һанға һуҡмаған, китаптан айырылған бер быуын үҫеп етте, шуның өсөн дә һәр йортҡа китаптың үтеп инеүе мөһим һәм кәрәк. Бик кәрәк! Китап, Рәшит ағай һөйләгәнсе, һәр ваҡыт яҡты һәм үҙәк урынға алып сыға, ул белем, аҡыл һәм мәғлүмәт сығанағы, Салихйән олатай әйткәнсә - аңһыҙлыҡ, белемһеҙлек соҡоронан алып сығып асманға ашырыр баҫҡыс та. 

      Тәүге тапҡыр үткәрелгән китап байрамын олонан ҡубып, китап һабантуйы, тип атаным. Әгәр ул йыл һайын үткәрелә килеп, бар халыҡты үҙенә саҡырып торһа, ваҡыт үтеү менән ул ысын мәғәнәһендә китап һабантуйына әүереләсәк. Әүереләсәк, һәм һис һүҙһеҙ!

Автор:Хайдар Тапаков