Бөтә яңылыҡтар

Стадионды төҙөкләндереү яҡлыбыҙ!

«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проектына ярашлы Сибайҙа яңы биләмәләрҙе төҙөкләндереү мөмкинлеге тыуҙырылды. «Ҡала мөхите» милли проектына ярашлы ниндәй объект күберәк яңыртыуҙы талап итеүен ҡалалаштар үҙҙәре билдәләй. Дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәһендә «Труд» стадионын тәртипкә килтереп алырға ҡарар ителгән.

Стадионды төҙөкләндереү яҡлыбыҙ!
Стадионды төҙөкләндереү яҡлыбыҙ!

 -Стадионды этапҡа ярашлы төҙөкләндерәсәкбеҙ. Быйыл эште филармония биләмәһе яғынан башлайбыҙ. Иң башта тротуар, йәйәүлеләр өсөн юлдар яһаласаҡ, яҡтылыҡ, газон, эскәмйәләр, урналар ҡуйыласаҡ,--ти Сибай ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт, элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин. Тәүге йылда төҙөлөш эштәрен атҡарып сығыуға 20 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү проекты дауамлы булһын өсөн ҡалалаштарға онлайн-тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтеү зарур. 12400 тауыш йыйылһа, 2024 йылға финанс ярҙамына дәғүә итергә мөмкин. Тауыш биреүгә һылтанма ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында бирелгән.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева