АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Февраль 2023, 09:40

Сифатлы ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ

2022 йыл Сибай үҙәк дауаханаһы өсөн медицина учреждениеһын әүҙем модернизациялау, яңы ҡорамалдар ҡайтарылыу, йәш белгестәр эш башлауы менән иҫтә ҡалды. Махсус юғары технологиялы медицина ярҙамының яңы төрҙәре күрһәтелеү уңышлы дауам итте.

Сифатлы ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ
Сифатлы ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе 2021 йылдан сифат кимәлен күпкә яҡшыртты. Дауаханаға урынлаштырылған агиограф ярҙамында Сибай медицина округына ҡараған биләмәләрҙә йәшәүселәргә йөрәк-ҡан тамырҙары бүлегендә урында тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтелә. 2022 йылда рентген-хирургия бүлегендә киҫкен коронар синдромлы сирлегә 487 операция яһалды. Шулай уҡ аналыҡтағы миоманы оператив дауалау ғәмәлгә индерелә башланы. Быйыл бүлектә критик ишемияға дусар булыусыларҙың аяҡтарының ҡан тамырҙарына, баш мейеһенә тромбоэкстракция уҙғарып ҡарау планлаштырыла.

Prodiva 1,5 T. яңы заманса магнит-резонанс томографы, ниһайәт, урынлаштырылып, ҡоролоп, сирлеләрҙе ҡабул итеүгә көйләнеп ҡуйылды. Был аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” программаһы сиктәрендә ҡайтарылды.

Былтырғы йылдың иң ҙур ваҡиғаһы--“Урал аръяғы” клиник-диагностик инфекцион үҙәге асылыуы булды. Яңы инфекцион үҙәк--техник яҡтан медицина ҡорамалдары менән яҡшы комплектланған, палаталарҙа бөтә шарттар ҙа бар. Компьютер томографы, гастроэндоскопия ҡорамалдары, рентген һәм УЗИ-аппараты--барыһы ла халыҡ һаулығын ҡайғыртып урынлаштырылған. Бокстар, реанимация койкалары уңайлы. Инфекцион үҙәктә вертолет майҙансығы ла ҡаралған.

Яңы клиника-диагностика инфекцион үҙәге медицина хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эш шарттары тыуҙырыуы менән дә алдыра. Хеҙмәткәрҙәр барыһы ла махсус белемле, табиптар тәжрибәле.

Былтыр поликлиникала сәләмәтлек үҙәге һәм медицина профилактикаһы бүлеге берләштерелде. Диспансеризация уҙғарыуҙы һәм профилактик тикшеренеүҙәр үткәреү уңайлы булһын пациенттар маршруты төҙөлдө, бина ремонтланды, кадрҙар тупланды.

Офтальмология муниципаль-ара үҙәктә белгестәр йылына катарактаға 700-ҙән ашыу операцияны яһаны. Был үҙәккә ҡаланан ғына түгел, тотош Урал аръяғынан, күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дауаланырға киләләр. Уҙған йыл был бүлектә юғары технологик алымдар ҡулланылып офтальмология буйынса медицина ярҙамы күрһәтелә башланы.

Хирургия һәм гинекология өлкәһендә бәләкәй инвазивлы хирургик технология алымдары киң ҡулланыла. 2020 йылдан хирургия бүлегендә үт ҡыуығынан таш алыу, аппендицит, бүһергә операция лапароскопия алымы буйынса, йәғни урыны-урыны менән генә ҡырҡып, операция яһала.

2022 йылдың 28 ноябрендә Сибай үҙәк дауаханаһында тәүге тапҡыр лазерлы цистолитотрипсия—бөйөр, бәүел ҡыуығындағы һәм һейлек юлындағы таштарҙы лазер ярҙамында онтау һәм алыу буйынса операцияһы яһала башланы. Дауахананың хирургия бүлегенә “Fiber Lase U2” бөйөр, бәүел ҡыуығы һәм һейлек юлына контактлы литотрипсия уҙғырыу өсөн инновацион лазер аппараты урынлаштырылды. Заманса медицина ҡорамалы финанс ҡуртымы (лизинг) шарттарында, йәғни учреждение эшмәкәрлегенә килем килтереү иҫәбенә һатып алынды.

Дауахананың диагностика бүлегендә лә яңы шарттар тыуҙырылды. Лаборатория хеҙмәте үҙәкләштерелде: хәҙер райондарҙан бөтә материалдар ҙа Сибай лабораторияһына килтерелә. Быйыл цитология лабораторияһын үҙәкләштереү планлаштырыла.

Район-ара перинаталь үҙәктә капиталь ремонт дауам итте. Бала табыу йортоноң әсә һәм сабый урынлашҡан бүлегендә ремонт эштәре тамамланды. 18 урынға иҫәпләнгән бүлектә барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылды: палаталар үҙгәртеп яңыртылды, ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылды, ишек, иҙән, стена яңыртылды. Был ҡаттат душ, 6 палатала санузел барлыҡҡа килде. Әсә һөтөн йыйыу һәм пастеризациялау, һөт иҙмәләре әҙерләү бүлмәһе булдырыу күҙаллана.

Бала табыу йортонда ремонт эштәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Баалалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн заманса инфраструктура булдырыу” программаһына ярашлы уҙғарылды.

Сибай үҙәк дауаханаһының стационары ISO 9001 халыҡ-ара сифат сертификатына эйә. Был документ ойошманың сифат менеджменты системаһы ISO 9001 “Сифат менеджмент системалары. Талаптар” халыҡ-ара стандарттарына тап килеүен раҫлай.

Медицина учреждениеһында төп иғтибар кадрҙар мәсьәләһенә йүнәлтелә. Йәш табиптарҙы эшкә саҡырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Әлеге көндә үҙәк дауаханала юғары квалификациялы 1303 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 160-табип, 645-е урта медицина персоналы.

Радик Нәҙерғолов, Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы.

Автор:Гульдар Кадаева