Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь 2022, 11:50

Монументаль сәнғәтебеҙҙең яҙмышы улар менән яҡты

2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары араһында Сибай ҡалаһында теркәлгән «Архтамға» эксперт-проект бюроһы»ның генераль директоры Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажитдинова булыуына ифрат ҡыуандыҡ. Республиканың абруйлы наградаһына яуаплылылғы сикләнгән йәмғиәт архитекорҙары Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн лайыҡ булды. Йәмғиәттең генераль директор Рөстәм Әлибаев--беҙҙең яҡташ. Уның тамырҙары Баймаҡ районының Йомаш ауылына барып тоташа. Ҡарт ҡартаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаев. Ҡатыны--баш архитектор Гөлфиә Тажитдинова Сибай ҡыҙы. 2007 йылда ҡаланың 9-сы лицейын алтын миҙалға тамамлаған. Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаларында ҡатнашып еңеүҙәр яулаған. Гөлфиә уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн класс етәксеһе Тәслимә Аминоваға, шул ваҡыттағы лицей директоры Тамара Солонинаға ҙур рәхмәтле. Әйткәндәй, тап ошо остаздары Гөлфиә Нур ҡыҙын оло награда алыуы уңайынан беренселәрҙән булып ҡотлаған. Ул шулай уҡ һүрәт төшөрөү, һыҙыу, ғөмүмән, артитектура серҙәренә өйрәнгән Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларын, элекке директоры Сергей Николаевты тик яҡшы яҡтан телгә ала. Гөлфиә Тажитдинова юғары белемде Өфө дәүләт нефть университетының архитектура факультетында алған. Йәштәр Айгөл исемле 10 айлыҡ ҡыҙ үҫтерә.

Монументаль сәнғәтебеҙҙең яҙмышы улар менән яҡты
Монументаль сәнғәтебеҙҙең яҙмышы улар менән яҡты

 

Баш инженер Илфат Аҡтуғанов сығышы менән Ейәнсура районынан.

-Рөстәм Әлибаев үҙе кеүек рухлы, илһөйәр йәштәрҙе туплап, «Архтамға» бюроһын асҡансы беҙҙең мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса үҙәктә эшләгәйне. Ул беҙгә Шүлгәнташ проектын башлағанда ҡушылды. Уның һәм тағы бер нисә белгес менән Европа мәмерйәләрен һәм уларға арналған музейҙарҙы, Рәсәйҙәге етди ғилми үҙәктәрҙе йөрөп сыҡтыҡ, --ти мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса республика үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин, ижади төркөмдең уңышына һөйөнөп.-Һуңынан «Шүлгәнташ» музейын проектлағанда команда ошо алдынғы тәжрибәне файҙаланды, әммә үҙебеҙҙең ерлектәге аҫыл ҡомартҡыны ла күрһәтеүгә өлгәште. Музей архитектураһы, белеүегеҙсә, аҡ (изгелек) һәм ҡара (яуызлыҡ) күләмдән ойошҡан. Йәғни бинаның формаһы Урал батыр менән Шүлгәндең бәрелешен һынландыра. Экспозицияла ла оҙаҡ уйланылған, Шүлгәнташ мәмерйәһенең баһаһын билдәләгән проект булыуы менән алдырҙы.

Талантлы архитекторҙар өсөн бик шатмын! Рөстәм Әлибаев, Илфат Аҡтуғанов һәм Гөлфиә Тажитдинова һис шикһеҙ, башҡорт архитектураһының киләсәге. Сит ил ҡаҙаныштарын өйрәнеп, иң алдынғы тәжрибәне файҙаланһа ла, улар башҡорт халыҡ ижадын, мәҙәниәтен һәм тарихты ихтирам иткән, быны эшендә күрһәтә белгән үҙебеҙҙең рухлы йәштәр булып ҡала.Был архитекторҙарҙың эшмәкәрлеге тураһында тағы ла күп ишетербеҙ, тип ышанам.

«Архтамға» экспертиза һәм проект бюроһы булараҡ коллектив мәҙәни мираҫ объекттарын реставрациялау өлкәһендә һөҙөмтәле эш алып бара, Сибай филармонияһын, баш ҡалала күптәр яратып өлгөргән "Рәми" шиғриәт үҙәген, Белоретта, Салауатта, Баймаҡ районының Темәс ауылында һәм башҡа бихисап архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеүҙә ҡатнашҡан.

Әлеге ваҡытта көслө команда Шишмә районындағы “Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы " музейы, йәғни Тура-хан мавзолейы проекты өҫтөндә эшләй. Улар ошоға оҡшаш мавзолейҙар булған Үзбәкстан, Әзербайжанға барып тәжрибә уртаҡлаша, музейҙарҙағы тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеүен дауам итә.

Әйткәндәй, Салауат Юлаев премияһы 1967 йылда бирелә башлағандан алып ул 4-се мәртәбә генә архитекторҙар өлөшөнә төшкән. Быйыл «Архтамға» йәмғиәте менән бергә мәртәбәле премияға «Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре» проекты өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков, «Ат уйнатып алдан бара... » спектакле өсөн Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов лайыҡ булды.

Гөлдәр Ҡадаева.

Монументаль сәнғәтебеҙҙең яҙмышы улар менән яҡты
Монументаль сәнғәтебеҙҙең яҙмышы улар менән яҡты
Автор:Гульдар Кадаева