Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Октябрь 2022, 10:35

Халҡыбыҙ ижадын донъяға танытып

Ҡалмыҡстанда “Джангара вариҫтары ерендә донъя эпостары” халыҡ-ара фестивале үтте. -Уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа минең яндан китмәне,--ти “Рәсәй йәне” Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премияһы лауреаты Асия Солтан ҡыҙы.-Башҡорттарҙың бөтә нәмәһен дә оҡшаталар: милли кейемдән башлап, кәсептәрен дә, ҡул эштәрен дә, йыр-бейеүҙәре, эпостарҙы ла. Халҡым өсөн, уның бер өлөшө булыуыма ғорурланып ҡайттым. Заһир Шәйәхмәтовтың да сығыштарын алҡыштарға күмделәр. Ул “Алпамыша” эпосын тәҡдим итте. Күптәргә халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар һүҙҙәренең транскрипцияһын яҙып, көйөн өйрәтеп, “Ирәндек моңдары”нда ҡатнашырға саҡырып ҡайттыҡ. Владимир Каруевҡа иһә башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ты һалдыҡ. Ул уны күкрәгенән килгән моң аша йырларға өйрәнеп ҡалды. Әйткәндәй, бик матур килеп сыға.

Халҡыбыҙ ижадын донъяға танытып
Халҡыбыҙ ижадын донъяға танытып

Ҡалмыҡстанда “Джангара вариҫтары ерендә донъя эпостары” халыҡ-ара фестивале үтте. Эпик жанр оҫталарын бер урынға туплаған сара быйыл 8-се тапҡыр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо һәм Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына бағышланды.

-Фестивалдә Ҡалмыҡстан, Башҡортостан, Чечен, Яҡут, Ҡабарҙы-Балҡар Республикалары, Ставрополь, Төнъяҡ Осетия, Әзербайжан делегациялары ҡатнашты һәм улар милли кейемдәр кейеп Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элиста урамдары буйлап үтте. Форум дәүләт концерт залында театрлаштырылған тамаша менән асылды. Ҡунаҡтар алдында мәшһүр джанғарсы, өзләү оҫтаһы Владимир Каруев (Окна Цаган Зам) сығыш яһаны. Ҡалмыҡ халҡының башҡа ауыҙ-тел ижады ла яңғыраны. Эстафетаны фестиваль ҡунаҡтары эләктереп алды: яҡуттар “олонхо”һон ишеттерһә, мин башҡорт халыҡ эпосы “Ҡуңыр буға”ны һамаҡланым,--ти Ҡалмыҡстандан бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан сәсәниә Асия Ғәйнуллина.-Сарала сәсәндәрҙән тыш, музыканттар, йырсылар ҙа ҡатнашты. Ҡабарҙы-Балҡарҙан Фатима Башиева һәм “Инйәр” халыҡ фольклор-этнография ансамбле сығыш яһаны. Улар халыҡ йырҙарын күп тауышта башҡарыуы менән барыһын да әсир итте. Башҡортостандан беҙ 4 кеше барҙыҡ: Фәндәр академияһынан филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, республика халыҡ ижады үҙәгенән Рафаэль Ғәзизов, йырсы, бейеүсе, ҡурайсы Заһир Шәйәхмәтов һәм мин.

Асия Солтан ҡыҙы Ҡалмыҡстандағы байндай сарала 4-се тапҡыр ҡатнашҡан. Был юлғы фестивалде ойоштороусылар уның географияһын күпкә киңәйткән. Элистанан тыш уларҙы Целинный һәм Малодербет райондары майҙансыҡтарына алып барғандар. Троицкое ҡалаһында “Халыҡтың бөйөк йыры” концерты уңышлы үткән. Легендар джанғарсы Ээлян Овланың тыуған ере Ики-Бахуста “Быуаттар төпкөлөнән—ата-балалар ауазы” гала концерты ойошторолған. Сара сиктәрендә “Милли эпос һәм уның киләсәге: ғалимдар һәм сәсәндәрҙең фекере” темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылған. Ҡалмыҡ милли, этномәҙәни гимназияларында, сәнғәт коллеждында үткән эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыу буйынса оҫталыҡ кластары ла бер кемде лә битараф ҡалдырмаған.

-Уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа минең яндан китмәне,--ти “Рәсәй йәне” Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премияһы лауреаты Асия Солтан ҡыҙы.-Башҡорттарҙың бөтә нәмәһен дә оҡшаталар: милли кейемдән башлап, кәсептәрен дә, ҡул эштәрен дә, йыр-бейеүҙәре, эпостарҙы ла. Халҡым өсөн, уның бер өлөшө булыуыма ғорурланып ҡайттым. Заһир Шәйәхмәтовтың да сығыштарын алҡыштарға күмделәр. Ул “Алпамыша” эпосын тәҡдим итте. Күптәргә халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар һүҙҙәренең транскрипцияһын яҙып, көйөн өйрәтеп, “Ирәндек моңдары”нда ҡатнашырға саҡырып ҡайттыҡ. Владимир Каруевҡа иһә башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ты һалдыҡ. Ул уны күкрәгенән килгән моң аша йырларға өйрәнеп ҡалды. Әйткәндәй, бик матур килеп сыға.

Асия Солтан ҡыҙы Ҡалмыҡстанда йөрөгәндә уның өйрәнсеге, Сибай сәнғәт колледжын тамамлап, әлеге көндә Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурай бүлегендә уҡыған Мирас Үҙәнбаев Алтайҙа “Сәсәндәр ҡоролтайы” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында беренсе урын яулаған. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары: ҡурай, думбыра, ҡумыҙҙа оҫта уйнаған, халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарған, өҙләгән егет конкурста остазы—Асия Ғәйнуллина өйрәткәнсә “Аҡһаҡ ҡола” эпосын башҡарып, барыһын да таң ҡалдырған.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Халҡыбыҙ ижадын донъяға танытып
Халҡыбыҙ ижадын донъяға танытып
Халҡыбыҙ ижадын донъяға танытып
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: