Сара барышында 60-тан ашыу бала ҡатнашып, остаздар яҙышыуға һәләте булған 40 баланы һайлап алды һәм уларҙы 5 ай дауамында әҙәбиәт теорияһы серҙәренә өйрәтте.
Был проекты бойомға ашырыу сиктәрендә моделле йәштәр китапханаһы белгестәре һәр төркөмдө тейешле йыһаздар менән тәьмин итте: дәрестәр ойоштороу өсөн компьютерҙар, өҫтәл һәм йомшаҡ дивандар алынды, балалар өсөн махсус футболкалар булдырылды.
-Ошондай матур һәм кәрәкле проекттар ярҙамында уҡыусы балалар һәм табиптар киләсәктә әҙәбиәт өлкәһендәге башланғыстарын ҡулланып, шиғырҙар, поэмалар, проза әҫәрҙәре, пьесалар ижад итерҙәр, сағыу публицистик темаларҙы күтәрерҙәр, тип ышанам,--ти драматургия йүнәлеше буйынса остаз Әминә Яхина.-Ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең бер нисәһе генә ижад юлын һайлай икән, тимәк, эшебеҙ юҡҡа булмаған.
Уҡыусылар, йәштәр уҙғарылған дәрестәргә ихлас йөрөп, кәңәшсе-тәрбиәселәрҙең улар алдына ҡуйған мәсәләләрҙе еренә еткереп эшләргә бар көстәрен һалған. Биш ай дауам иткән “Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы” проекты сиктәрендә йәш ҡәләм тирбәлтеүселәр үҙҙәренең тәүге шиғырҙарын, хикәйәләрен, бәләкәй пьеса әҫәрҙәрен һәм очерктарын ижад итеүгә өлгәшкән. Уларҙың ижады кәңәшселәре тарафынан ентекле тикшерелеп, урындағы гәзит биттәрендә, шулай уҡ социаль селтәрҙәргә, сайттарға ҡуйылып, киң аудиторияға сығарылды.
Моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың ижади эштәрен туплап “Бәхетле бала саҡ” тип исемләнгән бик матур китап та сығарҙы.