АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель 2022, 13:55

Уңайлы, йылы булһын тиһәгеҙ

“Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендәге махсус газификация программаһы республикабыҙҙа 2022 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр дауам итә. Йылайыр районы халҡы форсаттан файҙалынып, йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырып ҡалырға тырыша. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов белдереүенсә, әлеге кәндә газ үткәреү хеҙмәте 193 заявка ҡабул иткән. Быйыл райондың Матрай ауылында 4,1 саҡрым арауыҡҡа газ торбаларын һуҙыу эштәре атҡарылған. Сидоровка ауылында иһә 2,8 саҡрымға газ торбалары һалынған. Йәй көнө район үҙәгенең газ үтмәгән биләмәләренә уңайлыҡтар үткәреү буйынса эштәр башланырға тейеш.

Уңайлы, йылы булһын тиһәгеҙ
Уңайлы, йылы булһын тиһәгеҙ

--Дөйөм алғанда төбәктең 21 ауылында 1709 йорт утын менән йылытыла. Тап шулар газ үткәреп ҡуйыу программаһы менән ҡуллана ала. Әйтергә кәрәк, был тәңгәлдәге эштәрҙең йылдамлығы бирелгән ғаризаларҙың иҫәбенә бәйле. Яҙ етте, көндәр йылынды, тип ҡул ҡаушырырға ярамай, йәй бик тиҙ үтә лә тағы һалҡын мәл етә. Ҡышты йылы өйҙә сығырға теләһәгеҙ, программа сиктәрендә уңайлыҡтар менән файҙалынып ҡалырға саҡырам,--ти район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов.

Программа менән ҡыҙыҡһыныусылар кәрәкле документтар пакетын йыйып, үҙҙәренә уңайлы булған ысул менән заявка ебәрә ала. Атап әйткәндә, заявканы газификация операторының берҙәм порталы, “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы  сайты, “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһының берҙәм клиент үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, Күп функциялы үҙәктәр офистарында ла бындай хеҙмәттә күрһәтәләр.

 

Автор:Гульдар Кадаева