АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2022, 19:40

Айһылыу Моталлапова—лауреат!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Конкурста Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларға һабаҡ биргән Айһылыу Моталлапова лауреат булып танылды. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы 25 йыл педагоик стажы булыуы менән дә алдыра. Лицейҙа эшләүенә быйыл 8 йыл. Шулай уҡ 9 йыл дауамында төп эше менән бергә ҡаланың мәғариф бүлегендә методист вазифаһын да башҡарған.

Айһылыу Моталлапова—лауреат!
Айһылыу Моталлапова—лауреат!

Бәйгенең тәүгеһе быйыл – 32-се, икенсеһе 27-се тапҡыр үткәрелә.

Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 75 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында, Ханты-Манси автономлы округында башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарғылған көсөргәнешле бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Өфө ҡалаһындағы 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булды. Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһынан Зилә Роберт ҡыҙы Миңдебаева, Өфө ҡалаһындағы 2-се СМАРТ Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Ләйсән Рәйес ҡыҙы Сафиуллина, Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкино урта мәктәбенән Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева лауреаттар булып танылды.

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы быйыл биш йүнәлеш буйынса ойошторолдо. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан Юлия Александровна Смехова – “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”; Дүртөйлө районының Исмаил ауылы мәктәбе мөғәллимәһе Ләйсән Имаметдин ҡыҙы Мырҙаева – “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”; Туймазы ҡалаһындағы Республика дистанцияла белем биреү үҙәгенең информатика уҡытыусыһы Ольга Александровна Густова – “Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы”; Өфө ҡалаһының 112-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Вячеславовна Ногина – “Йылдың йәш уҡытыусыһы”; Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең сит телдәр уҡытыусыһы Зарина Фәнис ҡыҙы Ғәлләмова “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” йүнәлештәрендә еңеүселәр булып танылды. Ә инде “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан Юлия Александровна Смехова яуланы.

Шулай уҡ быйыл тәүге тапҡыр республика мәктәптәре командалары араһында BRAIN-PUZZLE Соты тип аталған үҙенсәлекле конкурс уҙғарылды. Унда Нефтекама ҡалаһы уҡытыусылары еңеүсе исеменә лайыҡ булды. 

Еңеүселәр һәм конкурста ҡатнашҡан, үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан уҡытыусылар хөрмәтенә йыр-моңдар яңғыраны, абруйлы баһалама ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар ихлас теләктәрен еткерҙе. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған бәйгеселәргә дипломдар, аҡсалата бүләктәр, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетының, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының, уҡыу йорттарының Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәре тапшырылды.

“Уҡытыу – һеҙҙең төп хеҙмәтегеҙ. Бөгөн, шуға өҫтәп, быға тиклем дә башҡарып килгән бурысығыҙ – йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү йөкләмәһе һеҙҙең иңдәргә икеләтә яуаплылыҡ менән ятты. Һеҙҙең ҡулда – дәүләтебеҙҙең, кешелектең именлеге һәм киләсәге”, - тине үҙ сығышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин. Төбәгебеҙ уҡытыусыларының был миссияны лайыҡлы башҡарасағына шик юҡ.

Конкурста лауреат булып танылған Айһылыу Моталлапова Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы 25 йыл педагоик стажы булыуы менән дә алдыра. Лицейҙа эшләүенә быйыл 8 йыл. Шулай уҡ 9 йыл дауамында төп эше менән бергә ҡаланың мәғариф бүлегендә методист вазифаһын да башҡарған.

--Методист булған ваҡытта бындай конкурстарға күп уҡытыусыларҙы әҙерләштем. Быйыл улар урында үҙем булып ҡараным. Бик оҡшаны, сәмләнеп, дәртләнеп ҡайттым. Мине алға әйҙәп, дәртләндереп торған коллегаларыма ҙур рәхмәт! Шулай уҡ конкурстың башынан аҙағынаса минең янда булған тәжрибәле уҡытыусы-методист Лилиә Баййеготваға ла рәхмәтем сикһеҙ! – ти Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы.

 

Автор:Гульдар Кадаева