Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2021, 07:50

Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше тикшерелде

БДУ-ның Сибай институтында “Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше: теория һәм практика”икенсе халыҡ-ара конференция үтте. “Фән” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған сарала Рәсәй, Япония, Венгрия, Монголия, Әзербайжан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар ҡатнашты.

Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше тикшерелде
Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше тикшерелде

Сибай институтында йәмғиәттең тотороҡло үҫешен тәьмин итеүҙә фәндең һәм мәғарифтың әһәмиәтен билдәләү буйынса белем биреү планға ярашлы алып барыла. Фән һәм технологиялар хаҡында белемде камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған саралар төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли кәңәшмәләр, асыҡ ишектәр көнө, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, ҡала учреждениеларында, ауыл биләмәләрендә күсмә лекциялар уҙғарыу менән нығытыла. Сибайҙа “Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше” кәңәшмәһе йыл һайын уҙғарыла. Быға ҡәҙәр ул Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолһа, былтырҙан  Халыҡ-ара кимәлгә сыҡты.

--Быйылғы кәңәшмәгә Япония, Венгрия, Монголия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстандан 250-нән ашыу ғалим төрлө темаларға докладтар тәҡдим итте. Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Пятигорск, Пенза, Ҡазан, Киров ҡалаларынан, Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Сибай ҡалаларынан да сығыштар күп булды. Коронавирус пандемияһына бәйле быйыл кәңәшмә онлайн рәүештә уҙғарылды,-- тине БДУ-ның Сибай институты директоры, педагогия фәндәре кандидаты Илдар Хәмитов.


Пленар ултырышта экология, геосәйәсәт, шулай уҡ агросәнәғәт һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Рәсәй фәндәр академияһы федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө социаль-иҡтисадаи тикшеренеүҙәр институты ғалимы яҡташыбыҙ Вилюр Әхмәтов төбәгебеҙҙең ауыл хужалығы биләмәләрен үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе айырым-айырым барланы. Ауылдар һәм уларҙағы агросәнәғәт хужалыҡтары проблемаларын хәл итеүгә айырым иғтибар бүленде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 4 секцияға бүленеп эшләне.

Сығыш яһаусылар араһында ҡунаҡтар күп булды. Мәскәүҙән сараға махсус рәүештә география фәндәре кандидаты Юрий Симагиндың килеүе сараға оло мәртәбә өҫтәне.
Кәңәшмә һуңында резолюция ҡабул ителде. Иҡтисади, сәйәси, экологик, социомәҙәниәт, демография, тәбиғәтте һаҡлау һәм башҡа мөһим тармаҡтарҙы тотороҡло үҫтереүҙе нигеҙ итеп алған резолюция федераль, төбәк, урындағы кимәлдәге стратегияларға таянып төҙөлдө.

Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше тикшерелде
Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше тикшерелде
Автор:Гульдар Кадаева