Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2021, 15:30

Һыу ҙа бар, күпер ҙә

Сал далалы Хәйбулла районында эсәр һыуға һәр ваҡыт ҡытлыҡ бар. Етмәһә, йылдан-йыл ҡоролоҡ нығыраҡ бәкәлгә һуға, төбәктә хәҙер халыҡты һыу менән тәьмин итеү генә түгел, мал һуғарыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Һуңғы йылдарҙа район хакимиәте етәкселеге киҫкен торған һыу проблемаһын этапҡа ярашлы, яйлап хәл итә.

Һыу ҙа бар, күпер ҙә
Һыу ҙа бар, күпер ҙә

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белдереүенсә, нисәмә йылдар буйы һыуһыҙ интеккән Сиҙәм ҡасабаһы халҡынан быйыл был тәңгәлдә мөрәжәғәттәр булмаған тиерлек. Сөнки тап ошо ауылда етешһеҙлектәр өҫтөндә ныҡлы эшләйҙәр. Ошо көндәрҙә унда яңы һыу баҫымы башняһы ҡоролмаһы ҡуйылған. Заманса ҡорамалды һатып алыуға һәм урынлаштырыуға республика һәм урындағы ҡаҙнанан 1 миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға: Сиҙәм ауыл биләмәһенә ҡараған Вәлит һәм Комсомол ауылдары араһында күптән көтөлгән күпер сафҡа ингән. Был ике ауылды Айғыратҡан йылғаһы ғына айырып ята. Элекке күперҙәре ныҡ иҫкереп, транспорт үткеһеҙ хәлгә килгән булған. Яҙ көнө генә түгел, йылдың һәр миҙгелендә лә хәүефле күпер аша Вәлит ауылының балалары мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөргә, йәштәре клубҡа—мәҙниәт йортона барырға мәжбүр була. Сөнки был социаль объекттарҙың барыһы ла Комсомол яғында урынлашҡан.

Ниһәйәт, бында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, оҙонлоғо--29, киңлеге 6 метр тәшкил иткән өр-яңы күпер һалынып бөткән. Хәҙер ике ауыл халҡы рәхәтләнеп бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә һәм тыуҙырылған барлыҡ уңайлыҡтар өсөн район хакимиәтенә ҙур рәхмәттәр әйтә.

#нацпроекты#миллипроекттар#хәүефһеҙһәмсифатлыавтомобильюлдары 

 

Һыу ҙа бар, күпер ҙә
Һыу ҙа бар, күпер ҙә
Автор:Гульдар Кадаева