АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2020, 11:30

Байлыҡ аяҡ аҫтында

Август айында ҡалала үткән “Урал аръяғы-2020” инвестицион һабантуйында Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров һәйкәлдәрҙе, бина тыштарын һәм башҡа архитектур төҙөлөштәрҙе урында етештерелгән таш менән биҙәү мөмкинлеген әйтеп үткәйне. Төбәктә тәбиғи таш ятҡылыҡтары күп булыуын, уларҙы үҙләштереү мөһимлеген дә етәксе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инвестицион һабантуйҙан һуң бер ай ҙа ваҡыт үтмәне Сибайға илебеҙҙең төрлө өлкә, ҡалаларынан таш тармағы белгестәре, йәғни уны табыусылар, эшкәртеүселәр, башлыса гранит менән эшләүселәр форумға йыйылды. Мәртәбәле сара яңыраҡ ҡына эшмәкәрлектәрен яйға һалған «Блэк стоун» йәмғиәте менән танышыуҙан башланды.

Сибай ҡалаһында тәүге тапҡыр “Перспективалы яңы тәбиғи таш яҡтылыҡтары” Бөтә Рәсәй форумы үтте. Унда Рәсәйҙең “Таш үҙәге” таш тармағы предприятиелары ассоциацияһы ағзалары ҡатнашты.
Август айында ҡалала үткән “Урал аръяғы-2020” инвестицион һабантуйында Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров һәйкәлдәрҙе, бина тыштарын һәм башҡа архитектур төҙөлөштәрҙе урында етештерелгән таш менән биҙәү мөмкинлеген әйтеп үткәйне. Төбәктә тәбиғи таш ятҡылыҡтары күп булыуын, уларҙы үҙләштереү мөһимлеген дә етәксе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инвестицион һабантуйҙан һуң бер ай ҙа ваҡыт үтмәне Сибайға илебеҙҙең төрлө өлкә, ҡалаларынан таш тармағы белгестәре, йәғни уны табыусылар, эшкәртеүселәр, башлыса гранит менән эшләүселәр форумға йыйылды. Мәртәбәле сара яңыраҡ ҡына эшмәкәрлектәрен яйға һалған «Блэк стоун» йәмғиәте менән танышыуҙан башланды.
Былтыр ошо мәлдә нигеҙ һалынған предприятие 1 йылда сафҡа ингән. Ошо арауыҡта уға 100 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған. Әлеге көндә бында 27 кеше эшләй. Йәмғиәт тулы ҡеүәтенә таш эшкәртә башлаһа, эш урындары 60-ҡа ҡәҙәр арта тип күҙаллана. Һәр сменала 10-ар эшсе ҙур-ҙур тәбиғи файҙалы ҡаҙылманы этаптарға ярашлы эшкәртеп, ялтырап торған плитәләргә әүерелдерә.
Заводҡа сеймалды Баймаҡ районының Төркмән ауылы эргәһендә таш сығарыуға федераль лицензияһы булған “ОС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ташый. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығы ерҙәрен сәнәғәт төрөнә әйләндереүгә документтар әҙерләнә.
--Сибайҙа яңыраҡ таусыларға, шахтерҙарға, беренсе төҙөүселәргә арналып асылған һәйкәл беҙҙең йәмғиәттә етештерелгән таш менән биҙәлгән,--тине «Блэк стоун» йәмғиәтенең генераль директоры Олег Булгаков, продукциялары менән таныштыра башлап.—Йылына 3 мең кубометрға ҡәҙәр модулле плитәләр, мемориаль изделиелар өсөн габбро--ҡара таш етештереүгә төп көстө һаласаҡбыҙ. Продукция үҙебеҙҙең республиканан тыш, Красондар крайына, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенә, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Омск,Тюмень, Новосибирск, Иркутск өлкәләренә авто һәм тимер юлы транспорттарында оҙатыласаҡ.
Компанияла йыл әйләнеһенә эшләргә мөмкинлек тыуҙырыла. Ҡышҡы осорҙа заводты ҡеүәтле ҡаҙанлыҡтар йылытасаҡ. Үткән ҡыш төҙөлөш барышында ҡаҙанлыҡтар үҙҙәрен тулыһынса аҡланы.
Заводты ҡарағандан һуң ҡунаҡтар Япраҡлы карьерына экскурсия яһаны. Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, Баймаҡ районының Төркмән ауылы эргәһендәге таш сығарыу урынында габбро, сыбар һәм растенбурглы таштар сығарыла. Карьер яңыраҡ ҡына асылған, әлеге көнгә тәрәнлеге 20 метрҙан ашҡан был урындан 78 кубометр сеймал сығарылған. Ҡеүәтле техника ер ҡуйынын аҡтарыу эштәрен дауам итә. Ергә разведка үткәреүгә һәм файҙалы ҡаҙылмалырҙы эшкәртеүгә ойошмаға былтыр йәй Өфө техник эскпертизаһы лицензия биргән.
Карьер әлегә тәжрибә-сәнәғәт участкаһы булараҡ рәсмиләштерелгән. Йәмғиәт тулы ҡеүәтенә эшләп китһен өсөн ваҡыт та , сығымдар ҙа бик күп талап ителә.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы “Тере таш” фирмаһы етәксеһе Алексей Заподнов бындай карьерҙы тәүге тапҡыр күреүен белдерҙе, уның перспективалы булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Таш белгесенең һүҙҙәрен Красноярск таш эшкәртеү заводы вәкиле Петр Когут та ҡеүәтләне.
--Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асылып, сеймал бирә башлаған карьерҙың эшмәкәрлеге табыш алыуға ҡоролған. Башлаған эштәрен ташламаҫтар тип ышанам,--тине ул.
Мәскәү ҡалаһының «Юлма Стоун» фирмаһы директоры Вячеслав Комаров та әңгәмәгә ҡушылды:
--Ошо ерлектән сығарылып, Сибайҙағы заманса заводта эшкәртелгән продукция баҙарҙа ҙур һорау менән ҡулланыла. Ул ҡаланы төҙөкләндереү өсөн дә уңайлы. Аяҡ аҫтында ятҡан байлыҡты матурлыҡ тыуҙырыу өсөн ҡулланыу зарур. Ғөмүмән алғанда, илдә ҡара ташҡа ҡытлыҡ ҙур. Был карьерҙа уның булыуы ҡыуаныслы. Әлбиттә, ер ҡуйынынан таш аҡтарыу еңел эш түгел. Тырышлыҡ та, аҡса ла бик күп кәрәк,--тине ул.
Форумдың пленар ултырышы Сибай ҡалаһының “Урал аръяғы” күп функциялы үҙәгенең конференц-залында үтте. Уның эшендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов ҡатнашты. Сарала Карелия, Санкт-Петербург, Мәскәү, Красноярск, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларында таш эшкәртеү менән булышҡан йәмғиәт етәкселәре сығыш яһаны. Улар үҙ продукцияһын презентациялап ҡына ҡалманы, ҡулланыусылар географияһын киңәйтеүгә һәм хеҙмәттәшлеккә лә саҡырҙы. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”милли проектына ярашлы экспорт мәсьәләләре лә ҡаралды.
--Бындай форумдар үҙ-үҙеңде танытыу, хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү өсөн уңайлы. Беҙ, мәҫәлән, үҙебеҙ етештергән ташты, карьерыбыҙҙың байлығын күрһәтеү өсөн килдек. Әлеге ваҡытта граниттың ике төрөн—ҡара габбр һәм юғары декоративлы гранит—краснокрещенцы етештерәбеҙ һәм ҡулланыусыларға тәҡдим итәбеҙ,--тине күрше Магнитогрск ҡалаһының таш эшкәртеү заводы етәксеһе Никита Комогоров, сараның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Таш эшкәртеү тармағы белгестәре менән аралашҡанда шуға инандыҡ: баҡһаң, Рәсәйҙә тәбиғи таш Урал тауҙарында ла, Алтай крайында ғына икән. Уралда ятҡылыҡтар күптән өйрәнелгән һәм файҙалы ҡаҙылмалар туҡтауһыҙ сығарыла, эшкәртелә, һатыла, ә бына Алтайҙа ул әлегә саҡ өйрәнелә, шуға ла күп сығымдар талап итә.
#нацпроекты#миллипроекттар